Йәнтеш
Йәнтеш Йәнтеш | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Йәнтеш (рус. Янтышево) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл, икенсе исеме — Һарылар. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 489 кеше[1]. Почта индексы — 453812, ОКАТО коды — 80255820003. ИФНС коды — 0267.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда үткәрелгән V рәүиз материалдарына ярашлы ауылдағы 15 ихатала 105 кеше, ә 1816 йылғы рәүиз мәлендә 27 ихатала 175 кеше йәшәй, һәм Йәнтеш ауылы Ырымбур губернияһы Ырымбур өйәҙенең IX Башҡорт кантонынның Таулыҡай Ҡотлобаев командаһына инә. Хәҙерге ваҡытта Ейәнсура районы составындағы Мәмбәтша, Ҡужанаҡ, Асҡар, Иҙелбәк ауылдары ла ошо командаға ҡарай[2]. 1816 йылда Йәнтеш ауылында Ишкенә Рыҫбаев (1772 й. т.); Шәрифйән Йәнтешев; Ҡәҙрәт Йәнтешев; Теүәлмәш, Үтәмеш үәм Муса Йәнтешевтар; Ишелбай Рысаев; Ҡарамас һәм Яныбай Арыҫланғоловтар; Иштановтар; Искужа һәм Игебай Буранҡаевтар; Аҡъегет Искужин; Ишҡабул Ҡудашев; Әлибай Нарбутин; Билал Тәүелбаев, Моталовтар йәшәй[2].
1834 йылғы рәүиз мәлендә Йәнтештәге 59 ихатала 362 кешенең, ә 1859 йылда үткәрелгән рәүиздә 50 ихатала 218 кешенең йәшәүе теркәлә. 1917 йылда 114 ихатала 619 кеше йәшәй. 1920 йылда үткәрелгән беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәлендә 1-се һәм 2-се Йәштеш ауылдарының булыуы теркәлә. 1-се Йәнтеш ауылында 334 кеше йәшәһә, 2-се Йәнтештә халыҡ һаны 165 кеше була. 1989 йылда үткәрелгән Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ауылда 395 кешенең йәшәүе теркәлә[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 489 | 234 | 255 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 36 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Атингән): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 92 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәштәр урамы (рус. Молодежная ( улица ))
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева ( улица ))
- Һәҙиә Дәүләтшина урамы (рус. Хадии Давлетшиной ( улица ))
- Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина ( улица )) ( улица )
- Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова ( улица ))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная ( улица ))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8.04.1934—12.08.2021), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры[3].
- Ғәйнетдин Моталов (18.12.1929—21.06.2011), беренсе башҡорт дирижёры. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәкәл тауы — ауыл уртаһында урынлашҡан тау. Риәүәйәт буйынса Ҡорай батыр тарафынан мәкерле үлтерелгән Тәкәл батыр ерләнгән[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 176 - 177. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Замечательные люди Башкортостана. Труд его посвящен народу 2019 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
- ↑ Алтынай Моталова. Тәкәл тауы. «Йәншишмә» гәзите. 25 май 2018 йыл.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 176 - 177. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнтеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
- Янтышево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
- Деревня Янтышево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |