Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Сәлим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Сәлим
рус. Нижнесалимово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла

Координаталар

52°11′57″ с. ш. 58°02′14″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Автомобиль коды

-

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Сәлим (Рәсәй)
Түбәнге Сәлим
Түбәнге Сәлим
Түбәнге Сәлим (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Сәлим

Түбәнге Сәлим (рус. НижнесалимовоНижнесалимово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Түбәнге Сәлим ауылы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше (1708—2001): документтар һәм материалдар йыйынтығы» (Өфө: Китап, 2003. 532 301 С. с.) белешмәһенә ярашлы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 20 апрелендәге «Петропавловка һәм Түбәнге Сәлим тораҡ пункттарын Йылайыр районынан Хәйбулла районына күсереү тураһында» 6-2/53 номерлы указы нигеҙендә, Йылайыр районының Матрай ауыл Советынан Хәйбулла районына тапшырыла.

Йылайыр районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Быҙаулыҡ һәм уға көнсығыш яғынан ҡойған Суртанлы-Үҙәк йылғаларының һул ярында урынлашҡан булған.

1925 йылда Түбәнге Сәлим ауылында 27 хужалыҡ була.

Башҡа архив материалдары буйынса, Түбәнге Сәлимдә 1926 йылда 31 хужалыҡ булған һәм 113 кеше йәшәгән. «1926 йылғы ауылдар буйынса хужалыҡтар исемлеге»нә ярашлы Түбәнге Сәлим ауылында 32 йорт хужаһы иҫәпләнә. Шуларҙан 9 йорт хужаһы Сөләймәновтар, 1 йорт хужаһы Аллабердин, 22 йорт хужалары Мәҡсүтовтар була. 1952 йылда Түбәнге Сәлимдә барлығы 8 хужалыҡ була.

Түбәнге Сәлим һәм күрше Үрге Сәлим ауылдарында Түңгәүер ырыуының Һәрекәй (Саракай) тармағының, быуаттар төпкөлөнән килгән һәм әле лә һаҡланып ҡалған ошондай аралары бар: Бүре (Сөләймәновтар), Күкмейе (Хисматуллиндар, Рәхмәтуллиндар), Суҡмараяҡ (Мәҡсүтовтар, Ҡасимовтар), Теләнсе (Такаловтар, Юлановтар), Төрөй (Бикбулатовтар, Садыҡовтар), Ҡуян (Аллабердиндар, Набиуллиндар).