Иҫке Юлбарыҫ
Ауыл | |
Иҫке Юлбарыҫ рус. Старое Юлбарсово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Автомобиль коды |
- |
Иҫке Юлбарыҫ — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юҡҡа сыҡҡан.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерәнағас йылғаһы үҙәнендә, Юлбарыҫ ауылынан түбәндәрәк.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Һабыр ауылында йәшәүсе Күсәрбай Байғужин Туғалы, Ишәле, Нәрәле улдары; 1750 йылғы, йорт старшинаһы зауряд йөҙбашы Юлбарыҫ Күсәрбай улы Таймаҫов, Башҡорт ғәскәренең баш командующийының 1853 йылдың 14 июнендәге 4871-се бойороғо нигеҙендә Иҫке Юлбарыҫ ауылына нигеҙ һалғандар. Һуңыраҡ ошо ауылда йәшәүселәрҙән Яңы Юлбарыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. 1859 йылғы ревизия материалдары буйынса ауылда 26 йорт иҫәпләнгән һәм 172 кеше йәшәгән. Улар араһында үрҙә һанап кителгәндәре менән, ауылда Ғәбделвәлит Нурғәли улы Байғужин (1801 йылғы), уның улы Әбделғәфәр, 1828 йылғылар, урядник; Ямалетдин Байғужин; Ғәлиәхмәт Таймаҫов; Юлбаристың улдары - Ғәбделлатиф, Шәрәфетдин, Ғәбделғафар.
1889 йылда ауылда 41 йортта 264 кеше, 1919 йылда 66 йортта 371 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда Иҫке һәм Яңы Юлбарыҫ ауылдарында 30-ҙан ашыу ихата булған һәм 240 самаһы кеше иҫәпләнгән. Иҫке Юлбарыҫ ауылы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юҡҡа сыҡҡан.[1]
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта түбәндәге яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, №777 Юлбарсово ауылы. Иҫке һыҙат трактының уң яғы менән Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡалаһына тиклем һул почта юлы араһында Ерәнағас йылғаһы буйында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 115 саҡрым, стан фатирынан 65 саҡрым, ихаталар һаны 28, халыҡ һаны: ирҙәр 91, ҡатын-ҡыҙҙар 79 кеше..[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
- ↑ Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |