Эстәлеккә күсергә

Аҡназар (Хәйбулла районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡназар
Аҡназар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла районы

Координаталар

51°55′00″ с. ш. 57°38′44″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 810 002

ОКТМО коды

80 655 410 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡназар (Рәсәй)
Аҡназар
Аҡназар
Аҡназар (Хәйбулла районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡназар

Аҡназар, Ниязғол, Биксура, Һарылар, Бирмәҫ Тамағы (рус. Акназарово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 151 кеше[1]. Почта индексы — 453813, ОКАТО коды — 80255810002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 151 77 74 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (100 %) йәшәй[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 48 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ғәлиәхмәт): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 104 км

Аҡназар ауылы (элек Ниязғол, Биксура, Һарылар, Бирмәҫ Тамағы тип аталған) үҫәргән ырыуы башҡорттарының төп ауылы булған. Был ауыл кешеләре Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең 9 Башҡорт кантоны составына ингән күп ауылдар ойошторған. Аҡназар - Бирмәҫ Тамағы 1795 йылғы ревизия яҙмаларында күрһәтелгән, унда 68 йорт булған һәм 411 кеше йәшәгән. 1816 йылғы ревизия буйынса ауылда 62 ихата булған һәм 376 кеше теркәлгән. 1816 йылғы ревизия буйынса ауылда йәшәүселәр иҫәбендә Ғүмәр Байшакуров (улы Таһир, ҡыҙыГөлбикә), уның ҡустыһы 1778 йылғы ҡустыһы Ғәбдрәшит Байшакуров (уның 1814 йылғы улы Әбделғәзи); Солтанғәзи; Ишҡаҙы; Һарығол, Ҡотлоҡаҙам һәм Теүәлбәй Аҡназаровтар; Ниғмәтулла Ибраҡов; йорт сотнигы Айсыуаҡ Килдебаев; Кинйәбулат Килдебаев; Ҡотоҡ Үтәғолов; Киҫәүбай, Ырғыҙбай, Турғай Байсуриндар; Сәнәғәт, Сәғит һәм Мамыт Баҙановтар; указлы мулла Юламан Дәүләтбирҙин.[3]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ауыл тураһында ошондай яҙыу бар: «Орский уезд, 2-й стан, № 758 дер. Акназарова, башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 135 верст, от становой квартиры 92 версты, число дворов 68, число жителей: муж. 219, жен. 194. В деревне имелась мечеть.»[4]

  • Аҡназар урамы, (рус. улица Акназар)
  • Һаҡмар урамы, (рус. улица Сакмар)[5]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)