Нурбулат
| Ауыл | |
| Нурбулат | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Ҡала округы | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Халҡы | |
| Конфессиональ составы | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Нурбулат (рус. Нарбулатово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурбулат ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
1927 йылдың 30 майында Урта Волга крайының (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округының) Яңы Покровка районы составына бирелә. 1931 йылдың мартынан — Урта Волга крайының Орск районы составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934—1963 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Хәлил районы (1960 йылда исеме Гай районы тип үҙгәртелә) составында була. 1963—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составында була[2][4]. 1965 йылда йәнә Гай районы составына ҡайтарыла.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1901 | 1917 | 1920 |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 292 | 263 | 178 | 171 | 180 | 250 | 242 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[1] |
| 296 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 87 % тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- 1 2 3 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.