Гөбөрлө (йылға)
Гөбөрлө | |
Ҡайҙа ҡоя | Яйыҡ |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ҡоро Губерля, Усайка, Оло Каяла, Дергаиш, Чебакла һәм Мрязоурган |
Һыу сығымы | 6,3 м³/с |
Бассейн майҙаны | 2410 км² |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 111 километр |
![]() |
Гөбөрлө - Рәсәй, Ырымбур өлкәһендәге йылға, Яйыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо 111[2] км. Бассейн майҙаны — 2410 км².
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һары яйлаһынан баш ала. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 480 м-ға яҡын. Һары яйлаһының үҙәк өлөшө — тәбиғи һыу айырғыс, бынан Һаҡмар, Гөбөрлө һәм Таналыҡ бассейндары айырылып китә (өсөһө лә Яйыҡҡа ҡоя).
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гөбөрлө ҡайһы бер урындарҙа тау йылғаһын хәтерләтә: шарлауыҡтар һәм ятыуҙар сиратлашып килә. Йылға үҙәне ярайһы бормалы, был йылға Гөбөрлө тауҙары араһынан үтеүе менән аңлатыла. Йылға Яйыҡҡа Казачья Губерля ауылы янында ҡушыла. Тамағы диңгеҙ кимәленән 165 м бейеклектә.
Гөбөрлө тиҙ ағымлы тау йылғаһы. Шуға хатта йәйгеһен июль айында ла йылғалағы һыу, бигерәк тә үрге ағымында, шаҡтай һыуыҡ һәм Цельсий буйынса 18 градустан артмай.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылға исеме башҡортса — ташбаҡа йәки гөбөрлө баҡа тигәндән килеп сыҡҡан[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Река Губерля» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Б. А. Моисеев Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерк — Оренбург: Изд-во ОГПУ, 2013. — Б. 91—93. — 380 б.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Река Губерля. Оренбургская область (рус.). 27 июнь 2019 тикшерелгән.