Ерекле һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ерекле һыуһаҡлағысы
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Яйыҡ, Таналыҡ һәм Суундук
Күлдән аҡҡан йылғалар Яйыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Вертикаль тәрәнлеге 34 метр
Карта
 Ерекле һыуһаҡлағысы Викимилектә

Ерекле һыуһаҡлағысы (рус. Ирикли́нское водохрани́лище) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге һыуһаҡлағыс.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуһаҡлағыстың атамаһы Яйыҡ йылғаһы ҡушылдығы Ерекле йылғаһы исеменән алынған[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ерекле һыуһаҡлағысы 1957—1958 йылдарҙа гидроузел быуаһы ярҙамында барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыста — гидроэлектростанция, һуңғараҡ Ерекле ГРЭС-ы төҙөлә[2]. Һыуһаҡлағыс элекке Ерекле тарлауығында төҙөлә; урта һәм түбән өлөштәрендә тәрән һыулы тау күленән ғибәрәт, күл ярҙары ҡаялы, ҡултыҡтары бик күп. Ҡултыҡтарҙың иң эреләре — Таналыҡ һәм Һөйөндөк, улар ошо уҡ исемле Урал ҡушылдыҡтары (Таналыҡ, Һөйөндөк) тамаҡтарында барлыҡҡа килгән[2].

Рәсәйҙәге күп кенә һыуһаҡлағыстарынан айырмалы рәүештә Ерекле һыуһаҡлағысы ике экологик үҙенсәлеге менән айырылып тора. Беренсенән, уртаса һыу кимәленең тирбәлеүе яҡынса 3 метр тәшкил итә һәм барыһы майҙан үҙәге 19 %-ҡа ғына кибә (сағыштырыу өсөн: Кама һыуһаҡлағысында йыл һайын — 66 %). Икенсенән, Ерекле һыуһаҡлағысында суднолар һәм һал ағыҙыу өсөн шлюздар юҡ. Былар барыһы ла һыу ятҡылығының экосистемаһына зарар килтермәүгә булышлыҡ итә[2]. Шулай уҡ Ерекле һыуһаҡлағысы үҙенең һыу таҙалығы менән айырыла: йәй көндәрендә — 6 метрға, ҡышҡыһын — 9,5 метрға тиклем.

Ихтиофаунаһы балыҡтың 36 төрөн һәм төрсәһен тәшкил итә. Балыҡ тотоу промыслаһы менән «Волна» балыҡ хужалығы шөғөлләнә. Балыҡ үрсетеү менән Ерекле ыуылдырыҡ үрсетеү хужалығы һәм балыҡ питомниктары булыша. 1950-се йылдарҙа гидроузел эргәһендә Ерекле ҡасабаһы төҙөлә ә ГРЭс эргәһендә — ҡала тибандағы Энергетик ҡасабаһы[2].

Ерекле һыуһаҡлағысы Яйыҡ йылғаһының Ырымбур өлкәһендә аҡҡан өлөшөндә төҙөлгән. Уны төҙөр өсөн Ерекле үҙәненән 22 тораҡ пункт күсереп ултыртылған.

  • Оҙонлоғо 70 км
  • Киңлеге 8 км
  • Майҙаны 260 км²
  • Күләме3,257 км³
  • Иң тәрән урыны 34 метр
  • Уртаса тәрәнлеге 12,7 м
  • Уға ҡойған йылғалар Һөйөндөк, Таналыҡ, Сосновка һәм башҡалар
  • Ағып сыға — Яйыҡ йылғаһы[3]

Һыуһаҡлағыс Яйыҡ йылғаһының ағымын көйләү һәм сәнәғәт предприятиеларын, тораҡ пункттарын һыу менән ышаныслы тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә.

Ерекле һыуһаҡлағысы Көньяҡ Уралдағы иң ҙур шундай ҡоролма булып тора[4].

Ерекле һыуһаҡлағысының гидроҡоролмалары комплексы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Изд. 2-е, доп. и испр. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Природа Оренбургской олбласти. Ириклинское водохранилище 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.
  3. Ириклинское водохранилище
  4. Ириклинская ГРЭС — флагман энергетики Южного Урала. Интернет-портал сообщества ТЭК.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ириклинское водохранилище