Эстәлеккә күсергә

Гөбөрлө тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөбөрлө тауҙары
Ил
Таулы системаһыУрал тауҙары 
Иң юғары түбәһеАрҡыры тау 
Рәсәй
Красная точка
Гөбөрлө тауҙары

Гөбөрлө тауҙары (рус. Губерлинские горы) — Ырымбур өлкәһенең көнсығышында,Яйыҡтың уң ҡушылдығы - Гөбөрлө йылғаһы бассейнындағы тау массивы. Урал тауҙарының көньяҡ өлөшө.

Гөбөрлө тауҙары төньяҡтан көньяҡҡа 70 км-ға һуҙылған. Уның майҙаны яҡынса 400 км2 тәшкил итә[1]. Тауҙар Гөбөрлө йылғаһы үҙәне , шулай уҡ уның ҡушылдыҡтарының йырындары, соҡорҙары һәм тарлауыҡтары менән ныҡ йырғыланған. Ҡайһы бер тарлауыҡтары 80-100 м тәрәнлеккә барып етә[2]. Өҫтөнлөклө бейеклектәре 300-350 м тәшкил итә. Иң бейек түбәһе — Арҡыры тау (Поперечная). Гөбөрлө тауҙары көньяҡ өлөштә Ҡаҙағстандағы Муғалжар тауҙарына барып тоташа.

Тау тоҡомдары башлыса туф, кремнийлы һәм балсыҡлы һәүерташтарҙан хасил булған.

Битләүҙәрҙә үҫә дала үҫемлектәре, мүк һәм лишайниктар осрай[1].

Ул биләгән урындарҙа марганец, баҡыр, тимер һәм никель мәғдәндәре (никель Аккермановск руднигы), хром, эзбизташ һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бар.

Тауҙың исеме башҡортса — гөбөрлө баҡа, йәғни ташбаҡа тигәндән килеп сыҡҡан[3].

  1. 1,0 1,1 Губерлинские горы. Архивировано 28 декабрь 2011 года. 2011 йыл 28 декабрь архивланған. на сайте Оренбургской области. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «orenburg» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Губерлинские горы 2016 йыл 28 октябрь архивланған. на сайте «Наш Урал».
  3. Б. А. Моисеев. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерк. — Оренбург: Изд-во ОГПУ, 2013. — С. 91—93. — 380 с.