Муғалжар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муғалжар
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Ҡаҙағстан[1]
Административ-территориаль берәмек Аҡтүбә өлкәһе[d]
Иң юғары нөктә Боктыбай[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 657 метр
Оҙонлоҡ 200 km
Киңлек 30 km
Карта
 Муғалжар Викимилектә

Муғалжар (ҡаҙ. Мұғалжар) — Урал тауҙарының Ҡаҙағстанға барып сыҡҡан көньяҡ армыты, Гөбөрлө тауҙарынан көньяҡта ята. Тәпәш кенә ташлы убалар теҙмәһе.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселектә уларҙың абсолют бейеклеге — 300—400 м. Иң юғары нөктәһе — Боҡтыбай тауы — 657 м.

Муғалжарҙан төньяҡҡа Яйыҡ ҡушылдығы Ур йылғаһы аға , көнбайышта — Эмба һәм уның ҡушылдыҡтары, көнсығышта — Ырғыҙ. Көньяҡҡа табан Оло Бурһыҡ ҡомлоҡтары уларҙы Арал диңгеҙе бассейнынан айыра.

Муғалжар убалары ярымсүл үҫемлектәре менән ҡапланған, араларынан тау тоҡомдары сығып ята. Уйһыулыҡтарында реликт ҡайын сауҡалыҡтары урынлашҡан.

Муғалжар аша Эмба — Шалҡар тимер юлы участкаһының Ҡандыағас — Арыс тармағы үтә.

Был армыттарҙа төҙөлөш ташы һәм ҡырсынташ сығарыла. .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]