Ҡушылдыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡалын күк һыҙат — төп ағымы, нәҙек һыҙыҡтар — йылға
Ҡушылдыҡ
Ҡапма-ҡаршыһы Йылға тармағы һәм Төп йылға
Commons-logo.svg Ҡушылдыҡ Викимилектә

Ҡушылдыҡ (рус. Приток) — башҡа ағымға ҡушылған һыу ағымы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә, ҡушылдыҡ тип ҡыҫҡарағы һәм һайырағы һанала, ләкин кире миҫалдар ҙа бар: йылғаларында һыу һиҙелерлек күберәк Ока һәм Кама Волга йылғаһы ҡушылдыҡтары тип иҫәпләнә; Йәнәсәй йылғаһының ҡушылдығы тип тамағында һыуы ике тапҡыр артығыраҡ Ангараны һанайҙар; һыуға байыраҡ Очаковка йылғаһы Раменкаға ҡушыла тип иҫәпләнә һәм башҡалар. Ғәҙәттә, шулай уҡ ҡушылдыҡтарҙың үҙәне башҡа йүнәлештә булыуы менән айырыла.

Бүленештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ниндәй ярҙан ҡушылыуына ҡарап уң һәм һул ҡушылдыҡтарға бүленеш бар. Ҡайһы берҙә күлдәр һәм башҡа эске һыу ятҡылыҡтарына ҡойған йылғаларҙы ла ҡушылдыҡ тип атайҙар.

Ҡушылдыҡтарҙың төрлө дәрәжә бүленеше лә бар, был уларҙың туранан-тура төп йылғағамы йәки уның ҡушылдыҡтарынамы ҡойоуы менән билдәләнә. Беренсе дәрәжә ҡушылдыҡ тип аталғаны төп йылғаға туранан-тура ҡушыла, икенсе дәрәжә — беренсе ҡушылдыҡтарҙың ҡушылдыҡтары, һәм артабан шулай дауам итә. Ҙур йылға системаларына ҡушылыусы йылғаларҙың дәрәжәһе 20-гә тиклем еткерелгән. Шулай уҡ ҡапма-ҡаршы — ҡушылдыҡтарҙы ваҡтан ҙурыраҡҡа табан иҫәпләү тәртибе бар.

Ҡушылдыҡ йылға оҙонлоғо бер нисә мең километрҙан арта ала. Мәҫәлән, Иртыш, Миссури, Журуа һәм Пурус, ҡушылдыҡтар булһа ла, донъяла үҙҙәре иң ҙур йылғаһлар иҫәбенә инә.

Башҡортостандағы ҡушылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан йылғалары

Инйәр — Эҫем йылғаһы ҡушылдығы

Башҡортостанда иң ҙур төп йылға Ағиҙел, әммә ул үҙе Кама йылғаһы ҡушылдығы булып тора. Яйыҡ йылғаһы Каспий дигеҙенә ҡойған төп йылға, мәгәр ул Учалы районының Буранғол ауылы янында башлана ла[1] Башҡортостан биләмәләренән шул уҡ райондың Мәҫкәү ауылы янында Силәбе өлкәһенә сығып китә.

Башҡортостан Республикаһының йылғалары башлыса ике йылға бассейны — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндары ҡушылдыҡтары булып тора. Бары көнсығыштағы бәләкәй йылғалар өлөшләтә — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гидрографик селтәр
  • Йылға
  • Йылға системаһы
  • Бәләкәй йылға тармағы
  • Тамағына
  • Стрелка

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Урал — статья в Энциклопедии Башкортостан
  2. Поверхностные воды.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 20—21. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]