Эстәлеккә күсергә

Обь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Обь
хант. Ас
Обь үрге ағымында
Обь үрге ағымында
Характеристика
Оҙонлоғо 3650 км
Бассейн 2 990 000 км²
Һыу сығымы 12 492[1] м³/с (тамағынан 287 км юғарыраҡ)
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Бия менән Катунь
 · Бейеклеге 160 м
 · Координаталар 52°25′56″ с. ш. 84°59′07″ в. д.HGЯO
Тамағы Обь ҡултығы
 · Бейеклеге 0,8 м
 · Координаталар 66°22′49″ с. ш. 71°46′43″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,04 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кара диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Алтай крайы, Новосибирск өлкәһе, Томск өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы
РДҺР 13010200312115200000019, 14010100112115300000010 һәм 13010500112115200000019
Обь (Рәсәй)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Обь Викимилектә

Обь (рус. Обь, хант. Ас) — Көнбайыш Себерҙәге йылға.

Йылғаның түбәнге ағымында йәшәүсе ненецтар уны Саля-ям («моронло йылға») тип атаған. Ханты һәм манси халыҡтары йылғаға Ас («ҙур йылға»), селькуптар — Квай, Еме, Куай («эре йылға») тип исемләгән. Фараздар буйынса Обь гидронимы «ҡар», «ҡар көртө». «ҡар янында» тип аңлатылған коми телендәге һүҙенән[2], йәки иран телендәге ап («һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән[2].

Оҙонлоғо — 3650 км, бассейн майҙаны — 2 990 000 км².

Обь-Иртыш бассейны

Алтай тауҙарында Бий һәм Катунь йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Башта Обь Алтай крайы буйлап бормаланып башлыса төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Һуңынан край һәм Новосибирск өлкәһе араһында сик барлыҡҡа килтерә һәм артабан өлкә буйлап үтә. Томск өлкәһендә Томь һәм Чулым йылғалары менән ҡушыла. Ханты-Манси автономиялы округында Обь йылғаһы Нижневартовск, Сургут, Нефтеюганск ҡалалары аша үтә. Ханты-Мансийск тирәһендә Иртыш менән ҡушыла һәм төньяҡҡа борола. Артабан йылға бер нисә тармаҡтарға һәм ҡылымыҡтарға бүленеп Ямал-Ненец автономиялы округы территорияһы буйлап аға һәм тамағында Обь ҡултығын барлыҡҡа килтереп Кара диңгеҙенә ҡоя.

Төп ҡушылдығы — Иртыш[3].

Иң ҙур ҡушлдыҡтары:

  • һул — Песчаная, Ануй, Чарыш, Алей, Барнаулка, Касмала, Шегарка, Чая, Парабель, Васюган, Оло Юган, Төньяҡ Сосьва, Щучья, Сыня;
  • уң — Чумыш, Бердь, Иня, Томь, Чулым, Кеть, Тым, Киев Ёганы, Вах, Ватинск Еганы, Тромъеган, Пим, Лямин, Казым, Полуй.

Инешенән тамағына ҡәҙәр Иртыш буйындағы ҡалалар: Бийск, Барнаул, Новоалтайск, Камень-на-Оби, Новосибирск, Колпашево, Стрежевой, Нижневартовск. Мегион, Лангепас, Сургут, Нефтеюганск, Лабытнанги, Салехард.

Обь-Иртыш бассейнындағы төп порттар һәм пристандәр: Бийск, Барнаул, Новосибирск, Томск, Самусь, Нижневартовск, Сургут, Лабытнанги, Павлодар, Омск, Тобольск, Төмән, Ханты-Мансийск.

  1. Ob At Salekhard (ингл.). Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. (Салехард янында)
  2. 2,0 2,1 Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 198. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  3. Белявский П. Е. Иртыш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)