Алтай тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Алтай тауҙары
Altay-Sayan map ru.png
48°45′ с. ш. 89°36′ в. д.HGЯO
Илдәр Монголия Монголия
Рәсәй Рәсәй
Ҡытай Ҡытай
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Майҙаны 741 569 км²
Оҙонлоғо 1833 км
Киңлеге 1182 км
Иң бейек түбәһе Белуха
Бейек нөктәһе 4506 м [1]
Алтай тауҙары (Монголия)
Montanya.svg
Алтай тауҙары
Commons-logo.svg Altay Mountains Викимилектә

Алта́йские го́ры (Ҡалып:Lang-alt, ҡаҙ. Алтай таулары, ҡыт. ябайл. 阿尔泰山脉, пиньин: Ā'ěrtài shānmài, палл.: Аэртай шаньмай, монг. Алтайн нуруу) — йылға үҙәндәре һәм тау араһындағы уйпатлыҡтар менән айырылап торған Себерҙәге иң бейек тауҙар системаһы. Тау системаһы Рәсәй, Монголия, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан сигендә урынлашҡан. Көньяҡ алтай (Көньяҡ-Көнбайыш), Көньяҡ-Көнсығыш Алтай һәм Көнсығыш Алтай, Үҙәк Алтай, Төньяҡ-Көнбайыш Алтайға бүлеп йөрөтәләр.

Алтай, Катун ҡурсаулығы һәм Укок яҫытаулылығы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегендә «Алтай — Алтын тауҙар» исеме менән индерелгән.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белуха тауы — Алтайҙағы һәм Себерҙәге иң бейек нөктә

«Алтай» атамаһы боронғо һәм уның килеп сығышы тураһында гипотезалар төрлө. Бер фараз буйынса, монгол телендәге «алтай» һүҙе «бейек тауҙарҙағы йәйләү, Альп болондары булған таулы ил» тигәндә аңлата. Был терминдың икенсел булыуы, йәғни тау исеменән килеп сығыуы ихтимал. Г. Рамстедт фаразы буйынса «Алтай» һүҙе монгол телендәге «алтан» һүҙенән килеп сыҡҡан һәм алтын тигәнде аңлата. Был дәлилде ҡытай телендәге атама дәлилләй.

Ҡытайҙар элегерәк Алтайҙы «Цзиньшань» — «алтын тауҙар» тип йөрөткән. Был тирмин монгол теленән калька булыуы мөмкин.[2][3].

Геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геологтар, тауҙар Каледон осоронда барлыҡҡа килгән, һәм мезозой һәм кайнозой осоронда формалашҡан тип иҫәпләй.

Көслө вулкандар атылыуы лаваны өҫкә сығарып тауҙар яһаған. Шулай таулы ил барлыҡҡа кигән. Мезозой эраһында тауҙар ҡояш, ел һәм башҡа тәбиғәт тәьҫирендә емерелгән. Миллион йылдар буйында таулы ил ҡалҡыулыҡтары булған тигеҙлеккә әйләнгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]