Катунь
Катунь | |
---|---|
южноалт. Кадын | |
Катунь йылғаһы Алтай Республикаһының Чемал районында. | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 688 км |
Һыу сығымы | 626 м³/с (в 53 км от устья) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Геблер боҙлоғо |
· Координаталар | 49°44′54″ с. ш. 86°33′55″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Обь |
· Координаталар | 52°25′50″ с. ш. 84°59′00″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Алтай Республикаһы, Алтай крайы |
Район | Усть-Коксинск районы/Онгудай районы/Чемал районы/Шебалин районы/Маймин районы/Алтай районы (Алтай крайы)/Совет районы (Алтай крайы)/Красногорск районы (Алтай крайы)/Бий районы/Смоленск районы (Алтай крайы) |
РДҺР | 13010100312115100003045 |
Катунь Викимилектә |
Кату́нь[1] (көн. алт. Кадын) — Рәсәйҙең Алтай Республикаһында һәм Алтай крайында аҡҡан йылға, Обьтың һул һәм төп өлөшө. Йылға оҙонлоғо — 688 км[2]. Бассейн майҙаны — 60 900 км²[2].
Физик-географик характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Катунь йылғаһы (алт.Ҡадын) Катунь һыртының көньяҡ битләүендә, Белуха тауы (Ҡадын Башы, Үч-Сумер- Өс Башлы тау) итәгендә, Геблер боҙлоғоноң көньяҡ сигендә башлана[3].
Үҙәненең дөйөм характеры буйынса, йылға өс участкаға бүленә: Үрге Катунь — башынан алып Кокса (Көк Суу)йылғаһына тиклем, оҙонлоғо 186 км[4]; Урта Катунь - Коксанан Оло Сумультаға тиклем, оҙонлоғо 206 саҡрым; Түбәнге Катунь - Оло Сумультанан алып Бия менән ҡушылыуға тиклем, оҙонлоғо 296 км.
Өҫкө өлөшөндә йылға көньяҡ һәм көнбайыш яҡтан Катунь һыртын урап үтә һәм 1000 м тиклем дөйөм түбәнәйеүгә һәм иң ҙур тайпылыштарға эйә. Был участкала Катуньға Катунь һыртының көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәренән, шулай уҡ Листвяга (Ҡыҙылҡарағай жотасы) һәм Холзун һырттарынан бик күп ҡушылдыҡтар ҡушыла. Урмандар бында ҡараңғы тайганан тора.
Урта Катунь, Коксанан Оло Сумультаға тиклем, бейек тау һырттары өлкәһендә үтә. Был участкала дөйөм түбәнәйеүе — 400 метр самаһы. Бында йылғаға боҙлоҡло туҡланыуы булған иң мөһим ҡушылдыҡтары ҡоя: Мульта, Кураган һәм башҡалар. Тюнгур ҡасабаһынан (алт.«Түнур»- бубен) түбәндәрәктән алып Аргут (алт.Арҡыт) йылғаһына тиклем Катунь (Ҡадын) йылғаһы һикәлтәле тарлауыҡ аша аға. Урман үҫемлектәренең составы буйынса Катуньдың урта өлөшөндә ҡарағас өҫтөнлөк итә.
Түбәнге Катунь, Оло Сумульта тамағына тиклем, урта тауҙар һәм тәпәш тауҙар өлкәһендә ята. Йылғаның дөйөм түбәнәйеүе - 400 метр самаһы. Үҙәндең өҫтөнлөк итеүсе характеры - киртләстәрҙең киңерәк үҫеше. Был участкала ҡушылдыҡтарҙан иң ҙуры булып Чемал һәм Сема йылғалары һанала. Тау битләүҙәренең баштарын башлыса ҡарағас биләй. Сумульта тамағынан башлап ҡарағайҙар күренә башлай.
Майма ауылынан түбәндәрәк Катунь дала йылғаһының характерына эйә була. Ағымдың инешенән алып тамағына тиклем дөйөм түбәнәйеү 2000 м тәшкил итә, шуға ла ағымдың тиҙлеге ҙур — 5-6 м/сек[5].
Бийск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 19 км алыҫлыҡта Бия менән тоташҡан урында Себерҙең иң ҙур йылғаларының береһе — Обь барлыҡҡа килә. Йылға көньяҡтан төньяҡҡа төрлө климат шарттары аша үтә. Йылға үҙәнендә дөйөм климат тенденцияһы көньяҡта климаттың һалҡыныраҡ һәм ҡорораҡ, ә төньяҡта яуым-төшөмдөң күберәк һәм йылыраҡ булыуы менән характерлана. Йылға үҙәндәре елгә дусар, унда йыш ҡына юлдарҙы көрт баҫа. Тау һырты тирәһендә ҡыш тыныс һәм ҡарлы. Урман битләүҙәрендә ҡарҙың ҡалынлығы метр ярымға етеүе ихтимал.
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Катуньдың дөйөм оҙонлоғо 708 км булған 254 ҡушылдығы бар. Иң күп һыулы ҡушылдыҡтар Алтай Республикаһы территорияның үрге һәм урта ағымында ҡабул ителә. Төп ҡушылдыҡтары:
- 8 км: Каменка,
- 21 км: Талица
- 40 км: Кокша
- 42 км: Талица (Карасук)
- 53 км: Дубровка
- 61 км: Березовка
- 80 км: Иша,
- 97 км: Алгаир
- 102 км: Майма,
- 113 км: Ая
- 119 км: Соузга
- 127 км: Устюба
- 158 км: Камышла
- 162 км: Сема.
- 167 км: Шашкулар
- 168 км: Чепош
- 174 км: Емурла
- 186 км: Узнезя
- 186 км: Анос
- 187 км: Куюм
- 192 км: Элекмонар
- 195 км: Аюла
- 200 км: Чемал (правый, длина 54 км),
- 210 км: Бертка
- 221 км: Апшуяхта
- 227 км: Тыткескен
- 232 км: Коскол
- 235 км: Бийка
- 235 км: Каспа
- 240 км: Чеба
- 244 км: Эдиган
- 247 км: Ороктой
- 255 км: Нижний Куюс
- 262 км: Саралу
- 264 км: Бельтертуюк
- 265 км: Улюта
- 272 км: Большая Аяла
- 277 км: Байтыгем
- 288 км: Каянча
- 296 км: Большая Сумульта,
- 298 км: Урсул (левый, длина 119 км),
- 324 км: Кадрин,
- 325 км: Айлагуш,
- 330 км: Большой Ильгумень
- 333 км: Карасу
- 343 км: Большой Яломан
- 348 км: Малый Яломан
- 357 км: Иня
- 367 км: Чуя,
- 373 км: Нижний Инегень
- 374 км: Теребеты
- 377 км: Верхняя Инегень
- 383 км: Эбелю
- 390 км: Аргут,
- 393 км: Казнахта
Торама пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мараловодка
- Кайтанак
- Огнёвка
- Усть-Кокса
- Гагарка
- Октябрьское
- Верх-Уймон
- Тихонькая
- Горбуново
- Нижний Уймон
- Мульта
- Замульта
- Ак-Коба
- Катанда
- Тюнгур
- Кучерла
- Инегень
- Иня
- Малый Яломан
- Куюс
- Еланда
- Чемал
- Элекмонар
- Анос
- Узнезя
- Аскат
- Чепош
- Усть-Сема
- Барангол
- Усть-Муны
- Известковый
- Манжерок
- Черемшанка
- Соузга
- Рыбалка
- Катунь
- Дубровка
- Ая
- Карлушка
- Майма
- Подгорное
- Платово
- Долина Свободы
- Шульгин Лог
- Мост-Иша
- Старая Суртайка
- Хуторки
- Быстрянка
- Берёзовка
- Образцовка
- Сростки
- Талица
- Карасук
- Полеводка
- Кокши
- Верх-Катунское
- Чуйский
- Сосновка
- Шульгинка
- Амурский
- Лесное
- Заречный
- Усть-Катунь
- Катунское
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Катунь (№ 0154182) / Реестр наименований географических объектов на территорию Ҡалып:Субъект РФ в родительном падеже // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
- ↑ 2,0 2,1 «Катунь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты M-45-78 Кокколь. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
- ↑ Лист карты M-45-64. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1979 год. Издание 1985 г.
- ↑ Гидрография . abratsev.ru. Дата обращения: 12 сентябрь 2019. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сапожников, В. В. Катунь и её истоки: путешествия 1897-1899 годов . — Томск: Паровая типо-литография П. И. Макушина, 1901. — 271 с.
- Катунь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Катунь // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Описание сплавных участков Катуни . gaba.su. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 25 ноябрь 2019 года.
- Панорама 360° со слияния рек Катуни и Чуи