Мәҫкәү (Учалы районы)
Ауыл | |
Мәскәү Мәҫкәү | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мәҫкәү (рус. Москово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Наурыҙ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 409 кеше булған[1]. Почта индексы — 453747, ОКАТО коды — 80253850004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 69 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Наурыҙ): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 79 км[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҫкәү ауылына Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 1-се яртыһында Урал йылғаһы буйында нигеҙ һалған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырғанда, яндырылған, һуңғараҡ тергеҙелгән. 1795 йылда 46 хужалыҡта 285 кеше йәшәгән. 1859 йылғы X ревизия 132 йортта йәшәгән 550 кешене асыҡлай. XIX быуат уртаһында Тиләү улусындағы 20 хужалығында 94 кеше йәшәгән тағы бер икенсе Мәҫкәү ауылы теркәлә. Ауыл тәүге төпләнеүсеһе Мәҫкәүбай Мәмбәтҡолов исеме менән атала. Е.Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында ауыл бер-береһенә ҡаршы тороусыларҙың күсеп йөрөү үҙәгенә эләгә. Ихтилады баҫтырыу ваҡытында ауыл яндырыла, һуңынан тергеҙелә. 1866 йылда 119 йортта 598 кеше теркәлгән, улар малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған[3].
Мәҫкәү ауылы бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙиев Ират Әхәтйән улы (1937—2016), именлек органдары ветераны, подполковник, хәрби юрист, муниципаль хеҙмәткәр. 1974—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитетының Учалы ҡала бүлексәһе, 1994—2002 йылдарҙа Учалы район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы. I, II һәм III өсөнсө дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы (1977), психолог, дин әһәле. «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетын, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 495 | ||||
1920 йыл 26 август | 648 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 384 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 372 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 388 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 470 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 409 | 207 | 202 | 50,6 | 49,4 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Мәҫкәү ауылында башҡорттар (99 %) йәшәй[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Йылғалар:
- Ҡаратал йылғаһы
- Ҡасҡынбил биләне
Тауҙар:
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙҙар юлы. 1967 йылда Учалы районы Мәҫкәү ауылы Исхаҡов Ғиниәт Исхаҡ улынан (1887 йылғы) А. А. Камалов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 45— 47; Б Х И , Р Л , № 122; Б Н Т , П Л , № 92.[6]
Тарихи ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Элекке мәсет бинаһы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәҫкәү (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |