Эстәлеккә күсергә

Ҡалуй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡалуй
Ҡалуй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Амангилде

Координаталар

54°04′06″ с. ш. 58°57′06″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 810 004

ОКТМО коды

80 653 410 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡалуй (Рәсәй)
Ҡалуй
Ҡалуй
Ҡалуй (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡалуй

Ҡалуй — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 134 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810004.

Ҡалуй ауылы Миндәк йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 58 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙаҡҡол): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 32 км[2].

Ҡалуй ауылы Миндәк йылғаһы буйында XVIII быуаттың 80-се йылдар аҙағында барлыҡҡа килә. 1795 йылғы V рәүиз буйынса унда 8 йортта 62 кеше иҫәпләнгән. 1859 йылда 29 йортта 160 кеше йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 52 йортта 267 кеше иҫәпкә алына[3]. Йәйләүгә Кесе Ҡаҙаҡҡол ауылы халҡы күсенеп йөрөгән урынға май айы аҙаҡтарында сыҡҡандар. Ауыл башҡалар араһында үҙенең ярлылығы менән айырылып торған. 17 хужалыҡта йәшәгән 135 кешегә 60 ат, 40 һыйыр, 43 һарыҡ тура килгән. Тәүге төпләнеүсе Ҡалуй исеме менән аталған. Ҡалуйҙың улдары Юлдаш 1773—1840 йылдарҙа һәм Ҡужагилде 1776—1840 йылдарҙа атаһының ауылында йәшәгән[4].

Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 195
1920 йыл 26 август 267
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 164
1959 йыл 15 ғинуар 138
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 99
2002 йыл 9 октябрь 130
2010 йыл 14 октябрь 134 73 61 54,5 45,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Ҡалуй ауылында башҡорттар йәшәй (100 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нурғәле Зөбәйеров — 14-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
  • Мәсетянған урамы (рус. улица Мәсетянган)
  • Миндәк урамы (рус. улица Миндяк)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Юл буйы урамы (рус. Придорожная улица)[7]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Ҡалуй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Ҡалуй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан