Эстәлеккә күсергә

Рысай (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Рысай
Рысай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Координаталар

54° с. ш. 59° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 825 002

ОКТМО коды

80 653 425 106

ГКГН номеры

0520530

Рысай (Рәсәй)
Рысай
Рысай
Рысай (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Рысай

Рысай (рус. Рысаево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 563 кеше[1]. Почта индексы — 453722, ОКАТО коды — 80253825002.

Учалынан 11 саҡрым алыҫлыҡта Рысай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылға 1743 йылда Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына, баш күтәреүселәрҙең ерен бүлеп биреүҙе һорап үтенес ҡағыҙына ҡул ҡуйғандарҙың береһенең исемен йөрөтә. Был — Рысай Бинәшев. Ауылдың икенсе Аҡбулат исемен антропонимдан, ләкин уны аңлатыу мөмкин түгел. Бында 1795 йылда шулай уҡ элекке старшина Әмин Ибраев та телгә алына. Уның исемен Силәбе өлкәһенең Верхнеурал өйәҙе территорияһында урынлашҡан Әмин ауылы йөрөтә. 1795 йылда ауылда 30 йортта 240 кеше йәшәгән. X рәүиз буйынса унда 111 йортта 628 кеше иҫәпләнгән. Бында мәсет, почта станцияһы булған[2].

Ауыл Илсе ауыл Советына ҡарай. Халҡы “Аҡ шишмә” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 563 268 295 47,6 52,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йыл[5], 1816 йыл [6] һәм 1816 йылдарҙа[7] Рысай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Яйыҡ ярында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илсе): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартымка): 25 км
  • Аҡбулат урамы (рус. улица Акбулат)
  • Башҡортостан урамы (рус. улица Башкортостан)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ҡуштүбә урамы (рус. улица Куштуба)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Шишмә урамы (рус. улица Шишма)
  • Яйыҡ урамы (рус. улица Яицкая)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)[8]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Төбәк тауы[10]