Ҡунаҡбай (Учалы районы)
Ауыл | |
Ҡунаҡбай рус. Кунакбаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453740 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡунаҡбай (рус. Кунакбаево) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 750 кеше була[2]. Почта индексы — 453740, ОКАТО коды — 80253845001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡбай ауылына XVIII быуат уртаһында, Себер даруғаһы 1736 йылдың 11 феврале указдары буйынса, Ҡаратабын улусы башҡорттарының ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Ауыл Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлаша. Ауылдың исеме уның тәүге төпләнеүсеһе исеме менән атала. 1811 йылда Ҡунаҡбайҙың старшина булып хеҙмәт иткән улы Юлдаш иҫән була. Ауыл шулай уҡ Ҡандыболаҡ исеме менән дә билдәле. 1795 йылда Ҡунаҡбай ауылында 45 йортта 244 кеше иҫәпләнә. X рәүиз ваҡытына 140 йортта 972 кеше йәшәгәнлеге асыҡлана[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 мәсет теркәлгән
1920 йылда 314 йортта 1696 кеше йәшәгән[6][7].
Ҡунаҡбай ауылы бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡбай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Аҡтабын» гармунсылар халыҡ ансамбле, «Яйыҡ» ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле), китапхана бар[8].
Ауылда Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдән тыш, А. Матросовтың музейы бар. Бында Шакирйән Мөхәмәтйәновтың бала сағы хаҡында фотоһүрәттәре һәм хәтирәләре, һуғышҡа тиклемге колхоз осоро хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған.
Александр Матросов һәйкәленән тыш, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре мемориалы, һуғышҡа киткән ауыл кешеләренең исеме яҙылған стенанан ғибәрәт, йондоҙ-мәңгелек утты 9 май байрамына ғына ҡабыҙалар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 750 | 384 | 366 | 51,2 | 48,8 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, башҡорттар күпселекте (97 %) тәшкил итә[10].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1811 йылда[11] Ҡунаҡбай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр тыҡрығы (рус. Береговой переулок)
- Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Йодоҙ урамы (рус. Звездная улица)
- Интернациональ урамы (рус. Интернациональная улица)
- Ирәмәл урамы (рус. Иремельская улица)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Болон урамы (рус. Луговая улица)
- Нурлы урам (рус. Лучистая улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Таулы урам (рус. Нагорная улица)
- Яңы урам (рус. Новая улица)
- Күл урамы (рус. Озерная улица)
- Ерек урамы (рус. Ольховая улица)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
- Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
- Таң урамы (рус. Рассветная улица)
- Йылға тыҡрығы (рус. Речной переулок)
- Төньяҡ тыҡрыҡ (рус. Северный переулок)
- Ғаилә урамы (рус. Семейная улица)
- Күксин урамы (рус. Сиреневая улица)
- Спорт урамы (рус. Спортивная улица)
- Бәхет урамы (рус. Счастливая улица)
- Тирәк урамы (рус. Тополиная улица)
- Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)
- Ш.Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Ш. Мухаметьянова)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
- Гәрәбә урамы (рус. Янтарная улица)[12]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
- Ҡандыболаҡ йылғаһы
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матросов; 5.02.1924—27.02.1943) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы (5.08.1914—19.08.2012) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1950—1975 йылдарҙа «Совет» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)[13].
- Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (14.10.1959) — ғалим-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)[14].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Наш Урал
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 август 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы 2019 йыл 28 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Кунакбаево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)