Учалы (ауыл)
Учалы | |
Учалы | |
Рәсми атамаһы | Учалы |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Учалы ауыл Советы (Учалы районы)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Учалы ауыл Советы (Учалы районы) |
Халыҡ һаны | 6049 кеше (2010)[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Почта индексы | 453731 |
Учалы (рус. Учалы) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6049 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80253896001.
Ауыл Учалы ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта. Ауылда 6049 кеше йәшәй. Райондың иң эре тораҡ пункты (үҙәгенән һуң).
Ауыл аша Учалы — Мейәс — Силәбе автомобиль юлы үтә.
Ауылда район китапханаһы, район мәҙәниәт һарайы, тимер юл станцияһы, мәсет, балалар йорто (социаль приют) урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Учалы ауылына 1737 йылда нигеҙ һалынған.
1744—1917 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы-типтәр волосы үҙәге булған.
1930—1965 йылдарҙа Учалы районының үҙәге.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имашев Урал Булат улы (17.01.1945—3.02.2018), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2.08.1954), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013)[4].
- Минасов Булат Шамил улы (4.01.1956), ғалим-травматолог-ортопед, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан Дипломдан һуң белем биреү инстиутының травматология, ортопедия һәм өҫтәмә медицина белеме биреү курстары булған хәрби-ялан хирургияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 2008 йылдан ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы травматологтары, ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987)[5].
Атамаһының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Учалы» исеме ауыл эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттың бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; «юшалы» (йәшмәле) тигән аңлатма ла бар.
Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 6049 | 3086 | 2963 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 0 км
Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Советтар Союзы Геройы Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙәк улы исемендәге һөнәрселек училищеһы
- Учалы ауыл урта мәктәбе
- Учалы ауылы башҡорт гимназияһы
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный-Учалы — Мейәс тимер юлында Учалы станцияһы. Мейәс–Учалы (Көньяҡ Урал тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы буйлап 97 км). Учалы районы аша үтә. 1959 йылда төҙөлгән.
- «Учалинская райсельхозтехника» ЯСЙ, Башҡорт МТС-ы филиалы
- «Башкирнефтепродукт» ЯСЙ Нефтебазаһы, Учалы филиалы
- Учалы район юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, «Башкиравтодор» ДУП филиалы
- «Учалы элеваторы» ЯСЙ
- Учалы метостанцияһы, «Башгидромет» ДУП ойошмаһы
- «Учалы майсырзаводы» ЯСЙ
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Минасов Булат Шамил улы (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Учалы (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)