29 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
29 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
29 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 180-се (кәбисә йылында 181-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 185 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2022 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Рәсәй: Партизандар һәм подпольщиктар көнө.
Сейшель Утрауҙары: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Карап эшләүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туровцев Михаил Михайлович (1905—29.01.1965), ғалим-тупраҡ белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми тикшеренеү тәжрибә станцияһы хеҙмәткәре, 1947 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1951 йылдан — агротупраҡ белеме бүлеге мөдире; 1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1964 йылдан — ғилми секретарь. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1959). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Мичуринск ҡалаһынан.
- Клименко Владимир Ильич (1950—19.11.2011), журналист, фантаст яҙыусы һәм шағир. Новосибирск ҡалаһында нәшер ителгән «Сибирские огни» һәм «Проза Сибири» журналдарының элекке яуаплы секретары, «Историческое наследие Сибири» нәшриәтенең элекке мөхәррире. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Н. Г. Гарин-Михайловский исемендәге әҙәби премия һәм «Белое пятно» беренсе фантастика фестивале (1994) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Степанов Валерий Геннадиевич (1950—22.04.2014), балетмейстер. 1974 йылдан ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Өфө синтетик спирт заводы мәҙәниәт һарайының «Вихрь» ансамбле, 1985 йылдан — «Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайының «Ынйы» бейеү ансамбле балетмейстеры, 2001 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе, 2007 йылдан — директоры. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға төбәк-ара фестивале лауреаты (Өфө, 1994, 2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бүребай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филиппов Юрий Евгеньевич (1951), спорт ветераны, тренер. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының спорт клубы рәйесе һәм 1982—1991 йылдарҙа тренеры. Самбо буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1985). Самбо (1971) һәм дзюдо (1974) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Самбо буйынса РСФСР чемпионатының бронза призёры һәм Бөтә Союз ауыл спорт уйындары еңеүсеһе (икеһе лә — 1975). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Янборисов Марат Хәбиб улы (1951—1.01.2021), ғалим-тарихсы. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан тарих һәм иҡтисад теорияһы, 2009 йылдан — Ватан тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Хәлил Хәбибулла улы (1947), Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Ғатауллин Рауил Ғибат улы (1947), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (2001). 1998 йылдан Башҡорт дәүләт университетының немец филологияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1893—6.04.1946), табип-хирург, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919-1928 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.
- Бадер Отто Николаевич (1903—2.04.1979), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1964). Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшереүселәрҙең береһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Парфёнов Пётр Семёнович (1894—29.07.1937), СССР яҙыусыһы һәм шағиры, дипломат, хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Партизандар гимны» («По долинам и по взгорьям») йырының авторы.
- Нелюбин Иван Яковлевич (1914—8.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Зәйнәшев Нәҙим Карам улы (1929, ғалим-инженер‑электрик, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник (1970) һәм иҡтисад фәндәре (2000) докторы, профессор (1977). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Варзитамаҡ ауылынан.
- Асмаев Славик Михайлович (1954), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1975—1990 йылдарҙа Мари филармонияһының «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбленең балет артисы, 2014 йылдан — художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Мари АССР-ының халыҡ (1988) артисы. Марий Эл Республикаһының Олык Ипай исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1998). 2‑се дәрәжә «Марий Эл алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Бахтыбай ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1815: Николай Сазонов, Рәсәй империяһы йәмәғәт эшмәкәре, публицист.
- 1825: Лудольф Христоф Эренфрид Крель, Германия ғалимы, шәрҡиәтсе.
- 1880: Николай Васильев, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, психолог, тарихсы, шағир һәм тәржемәсе. Ҡазан университеты профессоры (1918).
- 1895: Паоло Яшвили, СССР һәм Грузия шағиры.
- 1900: Антуан де Сент-Экзюпери, Франция яҙыусыһы, профессиональ лётчик.
- 1901: Елена Ильина, СССР яҙыусыһы.
- 1930: Славомир Мрожек, Польша драматургы, прозаик һәм сатирик.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]