Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 29 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Пермь
Вафат булыу көнө 19 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө Уҡытыусы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы[d]

Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы (29 июнь 1942 йыл — 19 сентябрь 2007 йыл) — совет һәм Рәсәй опера йырсыһы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәшәров Райнат (Ринат) Әхкәметдин улы 1942 йылдың 26 июнендә Пермь ҡалаһында тыуған. 1973 йылда Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһын (педагогы В. А. Лазько)) тамамлай[1] һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башлай. Бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта (1974—1994). Гастролдәр менән Германияла, Египетта, Монголияла, Төркиәлә була.

Вокаль партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кончак («Кенәз Игорь», А. П. Бородин; дебют, 1973)
  • Борис Годунов (М. П. Мусоргскийҙың шул уҡ исемдәге операһы)
  • Тирмәнсе («Һыу инәһе», А. С. Даргомыжский)
  • Мефистофель («Фауст», Ш. Гуно)
  • Арғынбай, Ҡарабаш («Шәүрә»)
  • Юлай («Салауат Юлаев»)
  • Байымбәт («Нәркәс» — «Нэркэс», Х. Ф. Әхмәтов, 1995)
  • Дәрүиш («Ай тотолған төндә», 1996)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
  • Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1985)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]