19 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
19 сентябрь | |
![]() |
19 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 262-се көнө (кәбисә йылында 263-сө). Йыл аҙағына тиклем 103 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Сент-Китс һәм Невис: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Чили: Армия көнө.
Рәсәй: Ҡорал эшләүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864: АҠШ-та автомобилдәрҙең күтәреп ҡуйыла торған ултырғысына патент алына.
- 1888: Бельгияла тарихта тәүге тапҡыр Матурлыҡ бәйгеһе үткәрелә.
- 1893: Яңы Зеландияла донъяла беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирелә.
- 1922: СССР-ҙа «Милиция» журналы сыға башлай.
- 1936: Калуга ҡалаһында Константин Циолковскийҙың йорт-музейы асыла.
- 1969: Ми-24 вертолётының беренсе осошо.
- 1982: Скотт Фалман төрлө селтәрҙәрҙә аралашҡанда хис-тойғоларҙы белдереү өсөн «смайлик» ҡулланырға тәҡдим итә.
- 2006: Таиландта дәүләт түңкәрелеше була.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Цюрупа Александр Дмитриевич (1870—8.05.1928), революция хәрәкәте, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. 1917 йылдың июль-октябрендә Өфө ҡала думаһы рәйесе, 1921—1928 йылдарҙа СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесе, эске һәм тышҡы сауҙа халыҡ комиссары.
- Залавин Константин Петрович (1915—11.09.2001), совет органдары, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1948 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Дим һәм Ленин район комитеттары секретары, 1958 йылдан — Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәт министры. 1959—1993 йылдарҙа Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985). Ике Ленин (1966, 1971), Октябрь Революцияһы (1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (1930), совет органдары ветераны, йәмәғәтсе. Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.
- Акимова Светлана Семёновна (1945), театр актёры. 1967 йылдан Өфөләге хәҙерге Рус дәүләт академия драма театры актрисаһы. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- Вәлиева Миңзифа Таип ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны, Учалылағы хәҙерге Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының вокал класы буйынса уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сафуанова Гүзәл Шағбан ҡыҙы (1960), ғалим-терапевт. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылдан гериатрия курсы менән терапия һәм дөйөм табип практикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан институт директорының фәнни эш буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор. (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сухов Иван Степанович (1907—11.10.1976), хәрби хеҙмәткәр-осоусы, 1 класлы штурман-һынаусы (1950). Полковник (1938), Советтар Союзы Геройы (1939).
- Дегтярева Ирина Викторовна (1957), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан.
- Петрова Татьяна Юрьевна (1957), йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1997) артисы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән Свердловск өлкәһе Артём районы Буланаш ҡасабаһынан.
- Ғималетдин Яруллин (1957), башҡорт матбуғаты һәм журналистика ветераны. 2003—2017 йылдарҙа «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пешкова Наталья Петровна (1954), ғалим-тел белгесе. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2002), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1724: Никита Демидов, Рәсәй Империяһы сәнәғәтсеһе, меценат, Уралдағы эре заводтар хужаһы.
- 1725: Жозеф Дюплесси, Франция рәссамы, портрет оҫтаһы.
- 1730: Огюстен Пажу, Франция скульпторы, классицизм вәкиле.
- 1749: Жан-Батист-Жозеф Деламбр, Франция астрономы.
- 1887: Вера Паше́нная, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1911: Уильям Джералд Голдинг, Англия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1983).
- 1920: Александр Локшин, СССР композиторы.
- 1920: Карен Хачатурян, СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1935: Константин Эдуардович Циолковский, Рәсәй Империяһы һәм СССР ғалимы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]