Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы
Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 сентябрь 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | терапевт |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы (19 сентябрь 1948 йыл) — терапевт. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы 1948 йылдың 19 сентябрендә Өфөлә тыуған[1]. 1972 йылда ВЛКСМ-дың XV-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1973 йылдан алып Республика клиник дауаханаһында эшләй (1984 йылда бүлек мөдире), 1984 йылда — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 йылда — «Башфармация» ДУП‑ының генераль директоры, 2007 йылда — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү институтындатында уҡыта[1]. 1984 йылда медицина фәндәре кандидатына дәғүә итеп, академик Ивановский исемендәге Вирусология институтының Диссертация советында «Клинико-лабораторная характеристика острой почечной недостаточности, лечение гемодиализом и отдаленные последствия при геморрагической лихорадке с почечным синдромом» темаһына диссертация яҡлай. 2001 йылда дипломдан һуң белем биреү Рәсәй академияһы Диссертация советында «Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом (эпидемиология, клиника, диагностика, лечение тяжелой формы болезни, осложненной острой почечной недостаточностью)» темаһына диссертация яҡлай[2].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: нефрология, диализ, эске ауырыуҙар. 3 кандидатлыҡ диссертацияһы етәксеһе, 152 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән матбуғатта баҫылып сыҡҡан 29 хеҙмәт авторы.
Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улының фәнни эшмәкәрлеге геморрагик биҙгәкте серологик диагностикалауға һәм дауалау ысулдарын эшләүгә бәйле[2].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tkachenko E.A., Zagidullin. I.M., Dzagurova T.K. et al. // Immunological assays for diagnosis of haemohagic fever with renal syndrome // Lancet. 1981. August I. P. 257−258.
- Tkachenko E.A., Zagidullin. I.M., Leshtchinskaya E.V. et al. Serological diagnosis of haemohagic fever with renal syndrome in Europen region of USSR // Lancet. 1982. December 18. P. 1406−1407.
- ЗагидуллинИ. М., ДзагуроваТ. К., ЛещинскаяЕ. В. идр. Серологическое обследование больных геморрагической лихорадкой с почечным синдромом в европейской части СССР // Вопросы вирусологии. 1983. № 6. С. 676−680.
- Сакаева М. Ф., Загидуллин И. М. Гемодиализ у больных с острой почечной недостаточностью при геморрагической лихорадке с почечным синдромом // Клиническая медицина. 1983. № 8. С. 105—107.
- Ткаченко Е. А., Загидуллин И. М., Лещинская Е. В. Серологические исследования у реконвалесцентов при геморрагической лихорадке с почечным синдромом // Клиническая медицина. 1983. № 2. С. 60-62.
- Шакиров Ф. З., Валиахметов Р. З., Загидуллин И. М., Мавлютов В. И. Оперативное лечение разрыва обеих почек при геморрагической лихорадке с почечным синдромом // Казанский медицинский журнал. 1983. Т. LXIV, № 1. С. 61-63.
- Settergren B., Leshtchinskaya E.V., Zagidullin. I.M., Khunafina D. Hemorhagic Fever with Renal Syndrome: Comparison of Clinical Course in Sweden and in the Western Soviet Union // Scand. J. Infect. Dis. 1991. 23. P. 549−552.
- Zagidullin. I.M., Yanbaev B., Zagidullin Sh. et al. Clinical and immunological peculiarities of hemorrhagic fever with renal syndrome // 3-rd International conference on HFRS and Hataviruses — Helsinki, Finland. 1995. P. 114.
- Гермаш Е. И., Тимохов В. С., Загидуллин И. М. и др. Патогенетическая терапия больных с тяжелой формой геморрагической лихорадки и острой почечной недостаточностью // Терапевтический архив. 1997. Т. 69. С. 26−30.
- Кравец А. Д., Коржавин Г. В., Загидуллин И. М. Спонтанные разрывы почек и забрюшинные гематомы при геморрагической лихорадке с почечным синдромом // Урология и нефрология. 1998. № 6. С. 50−54.
- учебно-методических рекомендаций и пособий: Современные методы диагностики хронических заболеваний печени (2008), Ревматическая болезнь сердца (2010) и др.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Загидуллин Искандар Мухаметович 2021 йыл 24 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заһиҙуллин Искәндәр Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Загидуллин Искандар Мухаметович 2021 йыл 24 октябрь архивланған.