Эстәлеккә күсергә

Маннанова Флора Фәтих ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маннанова Флора Фәтих ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (78 йәш)
Тыуған урыны Германия[1]
Галле, Саксония-Анхальт[d], Германия Демократик Республикаһы[1]
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Маннанова Флора Фәтих ҡыҙы (19 сентябрь 1946 йыл) — стоматолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986)[2][3].

Флора Фәтих ҡыҙы Маннанова 1946 йылдың 19 сентябрендә Германияның Галле ҡалаһында тыуған[2].

1974 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының стоматология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Башҡортостанда Өфө ҡалаһының 1-се стоматология поликлиникаһында стоматолог-ортопед һәм ортодонт булып хеҙмәт юлын башлай. 1979—1981 йылдарҙа Ҡазан дәүләт медицина институтының ортопедик стоматология кафедраһында көндөҙгө бүлектә аспирантура тамамлай һәм 1981 йылда «Особенности диагностики и лечения аномалий прикуса у детей с нарушенным носовым дыханием» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында балалар стоматологияһы кафедраһы ассистенты, ә 1984 йылдан башлап ортопедик стоматология кафедраһы мөдире булып эшләй[2][3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әүҙем фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Уның фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа теш‑яңаҡ деформацияларын һәм аномалияларын иртә диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалауға, ортопедик һәм ортодонтик технологиялар ҡулланып стоматологик ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау ысулдарын камиллаштырыуға арналған[2]. 1996 йылда ул Мәскәүҙә «Ранняя диагностика, профилактика и морфофункциональная коррекция зубочелюстных аномалий и деформаций у детей при недоразвитии нижней челюсти» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 190 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография, 3 уҡыу әсбабы авторы, 17 уйлап табыуға патент, 18 рационализаторлыҡ тәҡдиме танытмаһы эйәһе, 22 методик тәҡдимдәр баҫтырып сығарған. Флора Фәтих ҡыҙы Маннанова ортопедик стоматология буйынса 6 дәреслек, шул иҫәптән Рәсәйҙә теш техниктарын уҡытыу өсөн 2 дәреслек авторҙашы. Уның етәкселегендә 1 докторлыҡ һәм 11 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған[3].

  • Комплексное лечение заболеваний пародонта при скученном положении зубов. Өфө, 2007 (авторҙаш);
  • Оптимизация ортопедического лечения стоматологических больных в пожилом и старческом возрасте. Өфө, 2008 (авторҙаш); * Оценка степени риска и индивидуальное прогнозирование результатов ортопедического лечения при дефектах зубных рядов несъёмными протезами. Өфө, 2011 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998),
  • СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986),
  • Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1993 йыл, 1996 йыл),
  • I дәрәжә «Стоматология алдынғыһы» миҙалы (2000),
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты (2002) — күп йыллыҡ хеҙмәте һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн[3].