Патент хоҡуғы
Патент хоҡуғы — граждан хоҡуғы институты, патент менән һаҡланыусы интеллектуаль милек объекттарын хасил итеү һәм файҙаланыу (әҙерләү, ҡулланыу, һатыу, башҡа төрлө юл менән граждан әйләнешенә индереү) менән бәйле хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен көйләй. Шәхси билгеләр биреү ысулдары (тауар билдәләре, тауар етештерелгән урындың атамалары һ.б.) менән бер рәттән интеллектуаль эшмәкәрлектең үрҙә аталған һөҙөмтәләре сәнәғәт милке иҫәбенә лә индерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йылдар дауамында Рәсәйҙә интеллектуаль милек тураһындағы закондар үҫеше илдең сәйәси эволюцияһын да сағылдырҙы.
Рәсәйҙә уйлап табыуҙарға привилегиялар тапшырыу XVIII быуаттың уртаһында башлана, беренсеһе 1748 йылдың мартында тапшырыла. 1812 йылға тиклем «кәсептәр, сауҙа, шулай уҡ һөнәрҙәрҙә һәм художестволарҙа уйлап табыуҙарға» барлығы 76 привилегия бирелә[1]. 1812 йылдың 12 июнендә Александр I «О привилегиях на разные изобретения и открытия в ремеслах и художествах» (Һөнәрҙәрҙә һәм художестволарҙа төрлө уйлап табыуҙарға һәм асыштарға привилегиялар тураһында) тигән манифесҡа ҡул ҡуя, ул Рәсәйҙәге тәүге патент законы булып тора[1]. Киләһе 100 йылда интеллектуаль милеккә хоҡуҡтар башҡа Европа илдәрендәге кеүек үҫә. 1896 йылдың 20 майындағы "Уйлап табыуҙарға һәм камиллаштырыуҙарға привилегиялар тураһында положение"ла хәҙерге патент системаһындағы элементтарҙың күбеһе (яңылыҡ, һөҙөмтәлелек, ун биш йыл буйы патентты эксклюзив файҙаланыу) бар.
1917 йылғы большевистик революциянан һуң Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади ҡоролошо ҡырҡа үҙгәрә.[2]. 1965 йылда СССР Сәнәғәт милкен һаҡлау тураһындағы Париж конвенцияһына ҡушыла. 1973 йылда «Асыштар, уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре тураһында положение» ҡабул ителә, ул 1978 йылғы өҫтәмәләр менән бергә 1991 йылда СССР-ҙа уйлап табыуҙар тураһында закон ҡабул ителгәнгә тиклем эш итә[3].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй ҡануниәтендә патент төшөнсәһенә асыҡтан-асыҡ билдәләмә юҡ, ләкин был төшөнсә аҫтында билдәләнгән тәртиптә үтенеснамә төҙөп тапшырған кешегә уның уйлап табыуға, файҙалы моделгә йәки сәнәғәт өлгөһөнә хоҡуғын раҫлаусы дәүләт биргән документ аңлана. «Патент уйлап табыуҙың, файҙалы моделдең йәки сәнәғәт өлгөһөнөң өҫтөнлөгөн, авторлығын һәм уйлап табыуға, файҙалы моделгә йәки сәнәғәт өлгөһөнә айырым хоҡуҡты раҫлай». Авторлыҡ хоҡуғы аҫтында уйлап табыуҙың авторы тип танылыу хоҡуғы аңлана. Айырым хоҡуҡ (исключительное право) аҫтында был объектты ҡулланыу йә хоҡуҡ эйәһе тарафынан, йә уның тура рөхсәте менән генә мөмкин икәнлеге аңлана.
Патент хоҡуғы объекттары:
- Уйлап табыу. Теләһә ҡайһы өлкәлә продуктҡа (атап әйткәндә, ҡорамалға, матдәгә, микроорганизм штамына, үҫемлектәр йә тереклек күҙәнәктәре культураһына) йәки ысулға (матди саралар ярҙамында матди объект менән эш итеү процесына) ҡағылышлы техник сиселеш уйлап табыу сифатында һаҡлана. Уйлап табыу яңы булһа, уйлап табыу кимәленә эйә булһа һәм сәнәғәттә ҡулланыла алһа, уға хоҡуҡ тарафынан һаҡлау тәьмин ителә.
Уйлап табыу тип танылмайҙар:
- асыштар;
- фәнни теориялар һәм математик ысулдар;
- изделиеларҙың тик тышҡы күренешенә ҡағылған һәм эстетик ихтыяждарҙы ғына ҡәнәғәтләндергән сиселештәр;
- уйындарҙың, интеллектуаль йәки хужалыҡ эшмәкәрлегенең ҡағиҙәләре һәм ысулдары;
- ЭВМ өсөн ҡағиҙәләр;
- мәғлүмәт биреү менән генә сикләнгән сиселештәр.[4]
- Файҙалы модель. Ҡорамалға ҡараған техник сиселеш файҙалы модель сифатында һаҡлана. Файҙалы моделдең патентланыу шарты — яңылыҡ һәм сәнәғәттә ҡулланыу мөмкинлеге. Ҡануниәт файҙалы моделдәр өсөн уйлап табыу кимәлендә булыу талабын ҡуймай. Билдәләмәнән күренеүенсә, файҙалы модель сифатында ҡорамалға ҡараған техник сиселеш кенә таныла ала.
Рәсәйҙә түбәндәге осраҡтарға файҙалы модель булараҡ хоҡуҡи яҡлау бирелмәй:
- изделиеларҙың тик тышҡы күренешенә ҡағылған һәм эстетик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә ҡағылған сиселештәргә;
- интеграль микросхемалар топологияларына.[4]
- Сәнәғәт өлгөһө. Сәнәғәт өлгөһө сифатында сәнәғәт йәки кустарь-һөнәрселек производство изделиеһының уның тышҡы күренешен сағылдырған художество-конструкторлыҡ сиселеше һаҡлана. Сәнәғәт өлгөһө уйлап табыуҙан йә файҙалы моделдән ныҡ айырыла, ул хатта авторлыҡ хоҡуғы объекттарының береһенә оҡшаған, сөнки художестволы сиселеш менән бер рәттән конструкторлыҡ сиселешенә лә эйә. Сәнәғәт өлгөһө яңылыҡ һәм оригиналлек билдәләренә эйә булһа, уға һаҡлау тәьмин ителә. Мәҫәлән, спрайттың быяла шешәһе оригиналь тышҡы күренешкә эйә һәм сәнәғәт өлгөһө булараҡ һаҡлана.
Сәнәғәт өлөгөһө булараҡ һаҡланмайҙар:
- изделиеның бары тик техник функцияһына ғына ҡағылышлы сиселештәр;
- архитектура объекттары (бәләкәй архитектура формаларынан тыш), сәнәғәт, гидротехник һәм башҡа стационар ҡоролмалар;
- шыйыҡ, газ һымаҡ, һибелеүсән һәм башҡа шуларға оҡшаш матдәләрҙән яһалған тотороҡһоҙ формалы объекттар.[4]
Рәсәйҙә патент хоҡуғы объекты була алмайҙар:
- кешене клонлау ысулдары;
- кеше яралғыһы күҙәнәктәренең генетик бөтөнлөгөн модификациялау ысулдары;
- кеше эмбриондарын сәнәғәт һәм коммерция маҡсаттарында ҡулланыу;
- йәмғиәт мәнфәғәттәренә, гуманлыҡ һәм мораль принциптарына ҡаршы килеүсе башҡа сиселештәр.[4]
Әлеге осорҙа программа тәьминәтен ҡануниәт кимәлендә патентлау АҠШ-та таралыу тапты. Европала ла был хаҡта фекер алышыу бара. Программа продукттарын патентлау уның эшләнмәселәренең авторлыҡ хоҡуғын һаҡлай, ләкин был осраҡта баш-баштаҡлыҡ өсөн дә киң юлдар асыла һәм автор менән йәмғиәт мәнфәғәттәренең тиңлеге боҙола. Мәҫәлән, 2013 йылдан Яңы Зеландияла программа тәьминәтен патентлау закон менән тыйылған.[5]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. 2010 йыл 23 октябрь архивланған.О. Ревинский «ИСТОРИЯ ПАТЕНТНОЙ СИСТЕМЫ И ПАТЕНТОВАНИЯ ИЗОБРЕТЕНИЙ В РОССИИ В XIX ВЕКЕ: ОСНОВНЫЕ ПРОБЛЕМЫ ИЗУЧЕНИЯ» 2010 йыл 23 октябрь архивланған.
- Патентное законодательство зарубежных стран : В 2 т. — М.: Прогресс, 1987.
- Т. 2. — М. : Прогресс. — 525,[1] с.
- Вишневецкий Л. М., Иванов Б. И., Левин Л. Г. Формула приоритета: Возникновение и развитие авторского и патентного права. — Л.: Наука, Ленингр. отд-ние, 1990. — 208 с. — (История науки и техники). — ISBN 5-02-027211-6.
- Патентное законодательство : Нормат. акты и коммент. / [Авт. коммент. и сост. Трахтенгерц Л. А.]. — М.: Юрид. лит., 1994. — 266,[1] с. ISBN 5-7260-0725-5
- Законодательство государств СНГ в области промышленной собственности : [В 2 т.] / А. Н. Григорьев, В. И. Еременко, Ю. В. Качанов и др. ; Под общ. ред. В. И. Блинникова; Всерос. науч.-исслед. ин-т пат. информ. — М.: ВНИИПИ, 1996-.
- Т. 1. — М. : ВНИИПИ, 1996. — 147 с.
- Патентное законодательство государств — участников Содружества Независимых Государств : Сб. док. / Рос. агентство по пат. и товар. знакам. Информ.-издат. центр; [Сост.: Л. И. Подшибихин, Н. В. Бузова]. — М. : ИНИЦ Роспатента, 2002. — 337 с.
- Зарубежное патентное законодательство : В 2. т. / Рос. агентство по патентам и товар. знакам, Информ.-издат. центр. — 2. изд., доп. — М., 1998.
- Т. 1: [Израиль. Канада. Китай. Корея. Польша]. — 435 с.
- Патентный закон Канады : [Полн. текст : Перевод] / Всерос. науч.-исслед. ин-т пат. информ.; [Комментарии Г. И. Тыцкой]. — М. : ВНИИПИ, 1996. — 79,[1] с.
- Патентный закон США : [Перевод] / Всерос. науч.-исслед. ин-т пат. информ.; [Коммент. Г. И. Тыцкой]. — М. : ВНИИПИ, 1996. — 124 с.
- Патентный закон Российской Федерации / ВНИИПИ Роспатента. — М., 1996;
- Патентный закон РФ от 23 сентября 1992 г. (утратил силу). С 2008 г. правоотношения в сфере патентного права регулируются Частью четвертой Главой 72 Гражданского кодекса Российской Федерации
Һылтанмалар һәм иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 История Российских привилегий и патентов 2011 йыл 11 декабрь архивланған.
- ↑ Researching Intellectual Property Law In The Russian Federation 2015 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ ПАТЕНТНОЕ ПРАВО // Энциклопедия юриста
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Гражданский кодекс РФ от 18.12.2006 N 230-ФЗ — Часть 4
- ↑ Новая Зеландия запретила патенты на компьютерные программы (рус.), lenta.ru (29 август 2013).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Патенты на изобретения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Joseph Stiglitz (Джозеф Стиглиц) предлагает заменить патентную систему на призовой фонд, securitylab.ru