Джозеф Стиглиц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джозеф Юджин Стиглиц
Joseph Stiglitz
Тыуған көнө

9 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны

Гэри, Индиана, АҠШ

Ил

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Эшләгән урыны

Колумбия университеты

Альма-матер

Амхерст-колледж
Массачусет технологик институты

Награда һәм премиялары

Джон Бейтс Кларк миҙалы (1979)
Иҡтисад буйынса Нобель премияһы (2001)

Джозеф Юджин Стиглиц (ингл. Joseph Stiglitz; 9 февраль 1943 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары иҡтисадсыһы. «Симметриялы булмаған мәғлүмәтле баҙарҙарҙы анализлаған өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты (2001, Джордж Акерлоф һәм Майкл Спенс менән берлектә)[1]. Амхерст-колледжда һәм Массачусетс технология институтында уҡый, доктор дәрәжәһе ала. Колумбия университеты профессоры. Рәсәй Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (22.05.2003), Рәсәйҙең «МИР: Модернизация. Инновации. Развитие» журналының ғилми мөхәрририәт советы ағзаһы[2].

Дж. Б. Кларк миҙалы менән бүләкләнгән (1979). Ректенвальд премияһы лауреаты (1998). АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади консультанттар советы рәйесе (1995—1997). Бөтә донъя банкының шеф-иҡтисадсыһы (1997—2000).

Джозеф Стиглиц сикләнмәгән баҙарҙы, монетаризмды һәм неоклассик политэкономия мәктәбен, шулай уҡ глобалләшеүҙе неолибераль аңлауҙы, Донъя валюта фондының үҫештәге илдәргә ҡарата мөнәсәбәтен һәм Рәсәйҙәге либераль реформаларҙы ҡаты тәнҡитләй.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джозеф Юджин Стиглиц 1943 йылдың 9 февралендә АҠШ-тың Индиана штаты Гэри ҡалаһында Шарлотта менән Натаниель Стиглицтарҙың иврит ғаиләһендә тыуа. 1960—1963 Амхерст-колледжда уҡый, Массачусетс технология институтында уҡыуын дауам итә. 1965—1966 Стиглиц Чикаго университетында Хирофуми Узава етәкселегендә тикшеренеүҙәр алып бара. Тикшеренеүҙәре иҡтисади үҫеш, инновациялар һәм килемдәрҙе ҡайтанан бүлеү темаларына арнала. Ҡабат Массачусетс технология институтына ҡайта, унда 1967 йылда фән докторы була. Артабан Стиглиц Кембридж, Йель, Дьюк, Стэнфорд, Оксфорд, Уинстон университеттарында уҡыта, әле Колумбия университеты профессоры. The Economists' Voice («Иҡтисадсылар тауышы») журналы мөхәррирҙәренең береһе.

Микро- һәм макроиҡтисад өлкәләрендәге тикшеренеүҙәренән тыш, Стиглиц сәйәси һәм ижтимағи тормошта ла бик мөһим урын биләй. 1992 йылда ул Вашингтонға күсә, сөнки президент Клинтон хакимиәтенә эшкә саҡырыла. 1993—1995 йылдарҙа АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади совет составына инә. 1995—1997 АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади консультанттар советы рәйесе була. 1997—2000 йылдарҙа Бөтә донъя банкының вице-президенты һәм шеф-иҡтисадсыһы.

2008 йылдан Иҡтисади эшмәкәрлектең һәм социаль прогрестың төп күрһәткестәре буйынса халыҡ-ара комиссияның рәйесе.

Ҡатыны — журналистка һәм мөхәррир Аня Шиффрин (Anya Schiffrin, 1962 йыл тыуған), нәшриәтсе Андре Шиффриндың ҡыҙы, нәшриәтсе Яков Савельевич Шифриндың ейәнсәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Модель Шапиро — Стиглица

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Премия присуждена за работы в области информационной асимметрии, то есть неодинаковой информированности различных участников экономической жизни о её проявлениях, скажем, рабочих и нанимателей о состоянии рынка труда, кредиторов и заемщиков об ожидаемой конъюнктуре и т.
  2. Издательский Дом «Наука» — Журнал «МИР» — Научно-редакционный совет 2014 йыл 1 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәр исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләр

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Блауг М. Стиглиц, Джозеф Э. // 100 великих экономистов после Кейнса = Great Economists since Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2009. — С. 286—288. — 384 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-03-3.
  • Joseph E. Stiglitz (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 13 июнь 2014.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]