9 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 40-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 325 көн ҡала (кәбисә йылында 326).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | |||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Рәсәй — Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 474 — Зенон Исавр Византия императоры була (474 йылдың ноябренә тиклем улы Лев менән бергә).
- 1552 — Чилиҙың беренсе губернаторы конкистадор Педро де Вальдивия Санта-Мариа-ля-Блака-де-Вальдивия ҡалаһына нигеҙ һала, ул 1810—1811 йылдарға тиклем испан колонизаторҙарының форпостарының береһе була.
- 1601— Испанияның баш ҡалаһы ҡабат Вальядолидҡа күсерелә.
- 1621 — 234-се Рим папаһы итеп Алессандро Людовизи һайлана, ул Григорий XV исемен ҡабул итә.
- 1788 — Австрия Төркиәгә һуғыш иғлан итә.
- 1801 — Люневиль ҡалаһында Франция менән Австрия араһында солох килешеүе төҙөлә.
- 1885 — Мәскәүҙә Рәсәйҙәге тәүге түләүһеҙ китапхана-уҡыу бүлмәһе асыла.
- 1849 — Гарибальди тәҡдиме буйынса Римда республика иғлан ителә.
- 1886 — М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһының премьераһы була.
- 1893 — Миланда «Ла Скала» театрында Джузеппе Вердиҙың «Фальстаф» операһының премьераһы була.
- 1896 — Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында фигуралы шыуыу буйынса тәүге донъя чемпионаты уҙа. Еңеүҙе немец Гильберт Фукс яулай.
- 1897 — Рәсәй империяһында тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә.
- 1900 — Егерме йәшлек АҠШ тенниссыһы Двайт Ф. Дэвис уның хөрмәтенә аталған Дэвис Кубогына нигеҙ һала. Был кубокты тәүге булып АҠШ спортсылары яулай.
- 1904 — Мина ташыусы 8 япон карабы Порт-Артурҙың тышҡы рейдында торған рус флоты караптарына торпеда һөжүме яһай. Был һөжүм рус-япон һуғышын башлай. «Варяг» крейсерының япон эскадраһы менән легендар алышы.
- 1920
- Британ колониаль ғәскәрҙәре дәрүиштәр дәүләтенең баш ҡалаһы Талехҡа инә. Тәү тапҡыр самолеттарҙы күргән дәрүиштәр ғәскәре тырым-тырағай ҡаса.
- Парижда Шпицберген трактатына ҡул ҡуйыла, ул архипелагтың халыҡ-ара хоҡуҡи статусын билдәләй.
- 1923 — В. И. Ленин РСФСР граждандар һауа флотын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- Стэнли Мельбурн Брюс Австралияның премьер-министры була.
- 1924 — Әзербайжан ССР-ы составында Нахичеван АССР-ы булдырыла.
- 1929 — Мәскәүҙә СССР-ҙың сит ил эштәре наркомы урынбаҫары Максим Литвиновтың инициативаһы буйынса СССР, Польша, Румыния, Латвия һәм Эстония араһында милли сәйәсәт ҡоралы булараҡ һуғыштан баш тартыу тураһында килешеү төҙөлә («Литвинов протоколы»).
- 1931 — Союзкино Үҙәк фабрикаһын тантаналы асыу һәм беренсе кино төшөрөү көнө.
- 1934 — Гастон Думерг Францияның премьер-министры була.
- 1938
- Башҡорт АССР-ының беренсе гербы раҫлана.
- Афинала Греция, Румыния, Төркиә, Югославияның Версаль килешеүенән һуң урынлашҡан көстәр нисбәтен һаҡлау маҡсатында хәрби-сәйәси берлеге төҙөлә («Балҡан Антантаһы»).
- 1942 — Таутөмән ҡасабаһында 134-се миномёт полкы формалаша.
- 1943 — Харьков һөжүм операцияһы: Воронеж фронтының (Ф. И. Голиков) 40-сы армия (К. С. Москаленко) ғәскәрҙәре Белгородты немецтарҙан тулыһынса азат итә.
- Краснодар операцияһы: Төньяҡ Кавказ фронты (И. И. Масленников) ғәскәрҙәренең Ҡара диңгеҙ флоты (Ф. С. Октябрьский) булышлығында Краснодар һөжүм операцияһы башлана.
- 1945 — Кольмар операцияһы: Кольмар тирәһендә ҡамалған 19-сы немец армияһының төркөмө юҡ ителә.
- Төньяҡ диңгеҙҙә HMS Venturer британ һыу аҫты кәмәһе U-864 немец һыу аҫты кәмәһен батыра. Был бер кәмәнең икенсеһенә икеһе лә һыу аҫтында көйө тәүге һәм әлегәсә берҙән-бер тапҡыр һөжүме була.
- Эльблонгта (Көнсығыш Пруссия) артбатарея командиры капитан А. И. Солженицын ҡулға алына.
- 1948 — Токиола Бөтә донъя айкидо үҙәге Айкикай асыла.
- 1964 — IX Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана. Миҙалдар һаны буйынса СССР спортсылары алда була.
- 1990 — Намибияның Милли ассамблеяһы ултырышында Намибияның Конституцияһы ҡабул ителә.
- Польшаның гербындағы бөркөткә ҡабат таж кейҙерелә.
- 1991 — Литваның СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум уҙғарыла. Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү өсөн теркәлгән һайлаусыларҙың дүрттән өс өлөшө тауыш бирә, 80 % һайлаусы ҡатнаша.
- 1995 — Өфөлә Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондары көндәре асыла.
- 1996 — Германияның Дармштадт ҡалаһындағы Ауыр иондар институтында 112-се элемент «коперниций»ҙы асыу тураһында иғлан ителә.
- 2001 — Таксин Чиннават Таиландтың премьер-министры була.
- 2004 — Әзербайжандың Ләнкәран һәм Астара райондарында Һирҡан милли паркы булдырыла.
- 2009 — Далай-лама, ҡала советы ҡарары буйынса, Римдың хөрмәтле гражданы була.
- 2012 — Румынияның премьер-министры вазифаһында Михай Рэзван Унгуряну раҫлана.
- 2016 — Абхазияла аборттар тыйыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (9.02.1931—30.09.2007), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Фәнүр Ғилманов (9.02.1956), журналист, 1986 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мостафа Солтанов (9.02.1912—18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1998).
- Ишбаев Кәрим Ғайса улы (09.02.1937—15.03.2015), башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы (09.02.1937), тел белгесе, ғалим. Филология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы (9.02.1938), инженер-механик, партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1978 йылдарҙа «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Бокс буйынса СССР спорт мастеры.
- Середа Нина Алексеевна (9.02.1948), ғалим-тупраҡ белгесе‑агрохимик. 2000—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының агрохимия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (9.02.1963), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре. 2015 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (9.02.1954), тарихсы-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, юғары һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995).
- Шәйәхмәтов Бикйән Әхмәҙиә улы (9.02.1959), Хәйбулла районы Подольск ауыл мәҙәниәт һарайының 1980—2012 йылдарҙағы художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1441 — Алишер Навои — Урта Азия төрки халыҡтары шағиры.
- 1887 — Василий Иванович Чапаев, Ҡыҙыл Армия командиры, Граждандар һуғышы геройы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1881 — Фёдор Михайлович Достоевский, бөйөк рус яҙыусыһы.
- 1954 — Ғәбделәхәт Вилданов, башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]