Ишбаев Кәрим Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәрим Ғайса улы Ишбаев
Тыуған көнө:

9 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы

Вафат булыу көнө:

15 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР, Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

Тел белеме

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

Филология фәндәре докторы (1996)

Ғилми исеме:

профессор (2000)

Уҡыу йорто:

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Награда һәм премиялары


Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1986
Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Ишбаев Кәрим Ғайса улы (9 февраль 1937 йыл — 15 март 2015 йыл) — башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәрим Ғайса улы Ишбаев Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында тыуған.

1955—1958 йылдарҙа Хәйбулла районы Иҫәнгилде 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1963 йылдан Аллабирҙе 8 йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1970 йылдан тыуған ауылы мәктәбе директоры.

1976 йылдан алып хәҙерге көнгә саҡлы Башҡорт дәүләт университетының Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ филиалында (элекке Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты) хеҙмәт итә. 1977 йылдан башлап башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.

1998 йылдан — Башҡортостан Фәндәр Академияһының Стәрлетамаҡ филиалында бүлек, бер үк ваҡытта лаборатория мөдире булып эшләй.

2015 йылдың 15 мартында вафат була. 2016 йылдың 25 майында Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбенең юбилейы менән бәйле тантаналы сарала Кәрим Ғайса улы Ишбаевҡа таҡтаташ ҡуйыла.

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт теленең морфологияһы, лексикографияһы, лексикологияһы, һүҙьяһалышы, морфемикаһы, морфологияһы. «Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеген» (2001), «Башҡорт теленең һүҙьяһалыш һүҙлеген» (2005) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, авторы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2007).
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1986).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. Өфө, 1994;
  • Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.);
  • Имя прилагательное в башкирском языке. Уфа, 2011 (авторҙ.);
  • Инфинитив в башкирском языке // Уч. пособие. Уфа, 1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]