Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы
Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 9 февраль 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны | мәктәп |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (9 февраль 1972 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1995 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова 1972 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ялтыран ауылында тыуа.
1989 йылда Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай.
1989 — 1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
1994 йылдан Яңы Собханғол урта мәктәбендә физика һәм информатика уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Иҫке Собханғол урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып эшләй. Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова тураһында Бөрйән районы «Таң» гәзитендә:
Ҡояш кеүек кешеләр була. Уларҙан тирә-яҡҡа яҡтылыҡ, изгелек, нур бөркөлә. Мәҡәләм геройы кеүек...
Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы тураһында һүҙем. Хоҙай бирмеш уҡытыусы, тәрбиәсе, бары изгелек ҡылыр өсөн генә донъяға бар булған кешелер ул |
— тип яҙылды «Бар булмышы менән уҡытыусы» мәҡәләһенең баш һүҙендә. («Таң» гәзите. 2022 йыл, 11 февраль, йома, № 6 (105580).
Иҫке Собханғол ауылында йәшәй.
Улы Азамат[1] һәм ҡыҙы Лилиә[2] юғары уңыштарға өлгәшә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002)
- «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» юбилей миҙалы (2018)
- «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007)
- Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа призер әҙерләгән өсөн Башкортостан башлығы премияһы (2021)
- 2002 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының республика этабында 2-се урын.
- Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Почет грамотаһы (март 2002 йыл).
- Бөрйән районы хакимиәтенең йәштәр бүлегенең Почет грамотаһы (14 март 2003 йыл).
- Бөрйән районы мәғариф идаралығының Почет грамотаһы (29 август 2002 йыл).
- Бөрйән районы мәғариф идаралығының һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы район комитетының Почет грамотаһы (25 ғинуар 2002 йыл).
- «Башкортостан йыл уҡытыусыһы — 2002» республика конкурсы дипломы (25 ғинуар 2002 йыл).
- РБ Мәғариф министрлығының «Башкортостан йыл уҡытыусыһы — 2002» XII республика конкурсы лауреаты, Почет грамотаһы. (22 март 2002 йыл).
- Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы (2002 йылдың 29 марты)
Уҡыусыларының уңыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәитбатталова Әлфиә — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының 2008 йылғы «Киләсәккә аҙым» физика олимпиадаһында — 3-сө урын
- 2012 йылда Башҡорт дәүләт университеты үткәргән физика буйынса Башҡортостан кубогында Аллаярова Линера, Вәлиев Венер, Маликов Өлфәт — 3-сө дәрәжә диплом
- Хоҙайғолова Ғәлиә — 2013 йылда Санкт-Петербург университеты үткәргән интернет олимпиадала (перечень 19) очный турында грамота менән бүләкләнә.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының 2014 йылғы физика «Киләсәккә аҙым» олимпиадаһында 2-се урын. Ике тапҡыр муниципаль район башлығының стипендианты
- Ғәбитов Шамил — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының 2014 йылғы «Киләсәккә аҙым» физика олимпиадаһында 3-сө сө урын
- Псянчин Филюс — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының 2014 йылғы «Киләсәккә аҙым» физикаолимпиадаһында 3-сө сө урын
- Хәкимов Азамат — 2016 йылда Санкт-Петербург университеты үткәргән интернет-олимпиадала (перечень 19) очный турында 2-се дәрәжә диплом яулай, Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын яулай. «Киләсәккә аҙым» 2016 олимпиадаһында 1 се урын. Муниципаль район башлығы стипендианты
- Рахманғолов Рөстәм — 2018 йылда Санкт-Петербург университеты үткәргән интернет олимпиадала (перечень 19) очный турында 3-сө дәрәжә диплом яулай, Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын яулай.
- Әхмәтов Марсель — 2019 йылда Санкт-Петербург университеты үткәргән интернет олимпиадала (перечень 19) очный турында грамота менән бүләкләнә. Муниципаль район башлығының стипендианты.
- Хәкимова Лилиә — 2021 йылда Томск университеты үткәргән олимпиадала (перечень 67) очный турында 3 -сө дәрәжә диплом яулай, Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын яулай. 29 декабрь 2021 йылда Башкортостан башлығы премияһына эйә була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите. 23 август 2024 йыл Ул йөрәген бирә балаларға
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заслуженные учителя РСФСР, БАССР и РБ 2021 йыл 25 октябрь архивланған.
- Хакимова Фануза Аксановна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.