29 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
29 март | |
![]() |
29 март — григориан стиле буйынса йылдың 88-се (кәбисә йылында 89-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 277 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Ҡораллы Көстәрҙең юридик хеҙмәт белгестәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1795: Вена ҡалаһында композитор Людвиг ван Бетховен үҙенең беренсе концертын ойоштора.
- 1911: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһының Олимпия комитеты ойошторола.
- 1934: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Ишембай эшселәр ҡасабаһын (1940 йылдан Ишембай ҡалаһы) булдырыу ҡарар ҡабул итә.
- 1940: СССР-ҙа Хәрби-Һауа академияһы ойошторола. 1968 йылдан ул Юрий Гагарин исемен йөрөтә.
- 1955: Тарихсы Юрий Кнорозов майя яҙмаларын уҡыуға арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һөҙөмтәлә уға «фән докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.
- 1974: АҠШ-тың «Mariner 10» космик корабы Меркурий планетаһын фотоға төшөрә.
- 1990: «Химпром» етештереү берекмәһе Шөгөр йылғаһына таҙартылмаған һыу ағыҙыу һөҙөмтәһендә Өфөнөң Көньяҡ һыу йыйыу резервуары фенол менән зарарлана, һөҙөмтәлә ҡала халҡының 60 процентан ашыуы эсәр һыуҙан мәхрүм ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чернов Иван Васильевич (1825—15.10.1902), Рәсәй империяһының хәрби, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хәйриәсе. Генерал-майор. 1841 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһы, 1847 йылдан Ырымбур губернаторы канцелярияһы хеҙмәткәре, 1861 йылдан башҡорт кантондарында попечитель, бер үк ваҡытта 1863—1865 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны начальнигы. 3-сө һәм 4-се дәрәжә Изге Владимир, 1-се дәрәжә Изге Анна (1886), 1-се дәрәжә (1883) һәм 2-се дәрәжә император тажлы Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (1925—21.08.1998), журналист. 1966—1991 йылдарҙа «Стерлитамакский рабочий» гәзите мөхәррире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Максимов Геннадий Григорьевич (1940), ғалим-токсиколог. 1969 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1972 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1973 йылдан — лаборатория етәксеһе, 1984 йылдан — институт директорының фән буйынса урынбаҫары, 1995 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты Дипломдан һуң белем биреү институтының хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар курсы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (1970), СССР һәм Рәсәйҙең театр, кино һәм мюзиклдар артисы. 2012 йылдан Мәскәү мюзикл театры актёры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Насыров Зәки Ильяс улы (1956), ғалим-иҡтисадсы, хеҙмәт ветераны, шағир. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт Етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Яңауыл районының почётлы гражданы (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнекәев Заршат Дәүләтша улы (1932—28.06.2011), хоҡуҡ белгесе, 1994-2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире, профессор (1992), юридик фәндәр докторы (1992), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байтирәков Ғабдуллатиф Хәбибулла улы (1873—23.04.1951), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының IV саҡырылыш (1912—1917) Дәүләт думаһы депутаты. 1904—1905 йылдарҙағы рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Яковлев Алексей Александрович (1923—5.04.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, капитан. штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Танһыҡҡужина Маһинур Әмир ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны, 1962—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы (һуңыраҡ кооперативы) һауынсыһы һәм быҙау ҡараусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы (1959), ғалим-офтальмолог. 1982 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Салиева Эмма Алексеевна (1969), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1992 йылдан Ҡариҙел районы Уразай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1735: Иоганн Карл Август Музеус, Германия яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, педагог. «Немец халыҡ әкиәттәре» йыйынтығы авторы.
- 1900: Владимир Корш-Саблин, кинорежиссёр һәм актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1925: Людмила Лядова, СССР һәм Рәсәй композиторы, йырсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976) һәм халыҡ артисы (1984).
- 1935: Николай Анфимов, СССР ғалимы, ракеталар эшләүсе. 2000—2008 йылдарҙа «Росавиакосмос» йәмғиәте директоры. Академик.
- 1943: Вангелис, Греция композиторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1988: Закиров Әхмәт Закир улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]