Эстәлеккә күсергә

Фортепиано

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фортепиано
төрҙәре: Пианино,
Рояль
изображение
Классификация

• баҫмаҡлы инструменттар

Диапазон:

Туғандаш инструменттар

клавесин, клавикорд, спинет

Музыканттар

классик пианистар исемлеге

Логотип Викисклада Фортепиано Викиһаҡлағыста

Фортепиа́но (итал. forte — көслө тауыш, piano — аҡрын) — ҡыллы һуҡма баҫмаҡлы музыка инструменты[1]: пианино, рояль кеүек баҫмаҡлы ҡыллы музыка ҡоралдарының дөйөм исеме[2].

Фортепиано алдынан клавесин һәм һуңғараҡ уйлап табылған клавикорд менән ҡулланғандар. Уларҙың етешһеҙлектәре булып һүрелгән тауыш, үҙгәрмәүсән тауыш кимәле (клавесиндыҡы) тора, шуға күрә көй үҫешен күрһәтеүе ауырлаша.

Фортепианоны итальян клавесин оҫтаһы Бартоломео Кристофори (1655—1732) уйлап сығара. 1711 йылда механизмы ентекле итеп Сципион Маффеи тарафынан венеция журналы «Giornale dei letterati d’Italia» баҫтырыла. Инструмент «gravicembalo col piano e forte» (көслө һәм аҡрын тауышлы клавесин) тип атала, — пианофорте — һуңғараҡ инде фортепиано атамаһы ҡалдырыла. Б. Кристофори фортепиано механизмының төп өлөштәрен һала: сүкеш, шпиллер, шультеp, фенгер, демпфеp. Кристофори уйлап табыуы инглиз системаһы механикаһы үҫешенә юл ҡуя. Башҡа механика төрҙәре Францияла — Мариус (1716) һәм Германиянан Шрётер (1717—1721) тарафынан сығарыла.

Киләһе йылдарҙа фортепианоны яҡшыртыу баҫмаҡтар механизмын яңыртыу, суйын ҡыҫанды ҡуйыу, тәбәлдеректәр, диапазонды ҙурайтыу, ҡылдарҙың урынын алмаштырыу менән бәйле. Баҫмаҡлы механизм өҫтөндә төрлө йылдарҙа К. Г. Шрётер, И. А. Зильберманн, И. А. Штейн, И. А. Штрейхер, И. К. Цумпе, А. Беккерс, С. Эрар, Ю. Блютнер, Дж. Бринсмид эшләйҙәр.

1721 йылда немец музыканты һәм уҡытыусыһы Готтлиб Шрётер (1699—1782) башҡа механизм уйлап таба, унда сүкеш баҫмаҡ осонда нығытылған, ырғытылып ҡылды (Prellmechanik) һуға. XьГОю VIII б. икенсе сирегендә фортепианоны сығарыу менән немец орган оҫталары шөғөлләнә башлай, улар араһында: И. Штайн һәм Г. Зильберманн. Хәҙер пианиносы виртуоз әҫәрҙәрҙе еңелерәк башҡара ала. Штайн механизмы (Prellzungenmechanik) «вена» йәки «немец» тип атала, үҙгәрешһеҙ XIX б. икенсе сирегенә тиклем ҡулланыла

1750-се йй. Лондонда Иоганн Кристоф Цумпе[en] (1735—1800), Кристофори механизмын ҡулланып, дүртмөйөш фортепиано эшләй башлай .

1760-сы йй. фортепиано Европа илдәрендә, шул иҫәптән — Рәсәйҙә, киң тарала.

Рәсәйҙә фортепиано эше күбеһенсә Петербург[3] менән бәйле. XVIII быуатта ғына унда 50 ашыу фортепиано оҫтаһы эшләгән. Фортепиано фабрикала сығарыуға беренсе рәсәй фабриканты Г. Феврие, немец оҫталары И.-А. Тишнер, К.-И. Вирт, А.-Х. Шрёдер, И.-Ф. Шрёдер, 1840 йылдан бельгиялы Г.-Г. Лихтенталь[4] эшмәкәрлеге йоғонто яһай. Бөгөнгө көндә 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем Рәсәйҙә 700 ашыу фортепиано оҫтаһы эшләүе билдәле. Был тикшереүҙәр менән[5][6] филология фәндәре кандидаты, фортепиано оҫтаһы М. В. Сергеев шөғөлләнә. Ул "Рәсәйҙең 1725—1918 йылдарҙағы музыка фирмаларының һүрәтле каталогы"н төҙөй.

XIX б. уртаһында Германияла — Ю. Блютнер, К. Бехштейн, АҠШ-та — Стейнвей һәм улдары фабрикалары асыла, оҙаҡ йылдар уларға тиң булмай. 1828 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Австрияла (Вена) Bösendorfer фортепиано фабрикаһы эшләп килә, хәҙергеләрҙең иң боронғоһо.

XX быуатта яңы инструменттар — электрон пианино һәм синтезаторҙар килеп сыға.

Фортепиано өсөн мотлаҡ яҙылған тәүге музыка әҫәре 1732 й. килеп сыға (Лодовико Джустини сонатаһы). Әммә фортепиано өсөн әҫәрҙәр 40-50 йылдан һуң, Гайдн һәм Моцарт заманында күпләп яҙыла башлай.

Ференц Лист фортепиано артында, 1886.
7 ⅓ октавы (88 клавишалы) хәҙергә заман фортепиано октаваһы.

Фортепиано рояль — ҡылдары горизонталь урынлашҡан — һәм пианино вертикаль ҡыллы инструменттарға бүленә.

Вериталь ҡыллы беренсе фортепианоны К.-Э. Фридеричи (Гера, Германия) 1745 йылда эшләгән тип һанала. Шулай ҙа, 1742 йылда Баварияла Иоганн Зохер (нем. Johann Söcher) оҫтаханаһында шундай уҡ инструмент эшләнгәне билдәре була. 1748 йылда бындай музыка ҡоралын оҫта Г. Зильберманн эшләгән. Веритакль фортепианолар пирамидалы, пиано-лира, пиано-бюро, пиано-арфа һәм башҡа төргә бүленәләр. XIX быуат уртаһынан тик пианино һәм роялдәр генән етештерелә.

  1. БСЭ
  2. Русско-башкирский словарь для работников по культуре (Н.Ф.Суфьянова, 2009)
  3. Сергеев М.
  4. Сергеев М.
  5. Сергеев М. В. Экспертиза фортепиано российского и советского производства // Музыкальная культура и образование: Межвуз. сб. науч. тр.. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А. И. Герцена, 2010. — С. 241—263.
  6. Сергеев М. В. Экспертиза профессионального фортепиано: (Методические указания к курсу «Экспертиза музыкальных инструментов») // Фортепианное искусство. История и современность. Проблемы творчества, исполнительства, педагогики: Межвуз. сб. науч. тр.. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А. И. Герцена, 2004. — С. 141—149.
  • Алексеев А. История фортепианного искусства. — М., 1962.
  • Дьяконов Н. А. Рояли и пианино. Конструирование и производство. — М., 1966.
  • Зимин П. История фортепиано и его предшественников. — М., 1968.
  • Исакофф С. Громкая история фортепиано. — М.: Corpus, 2014. — 480 с. — ISBN 978-5-17-082076-4.
  • Сергеев М. В. Новые материалы о фортепианных мастерах России XVIII — первой половины XIX вв. // Вопросы музыкального источниковедения и библиографии: Сб. статей.- СПб., 2001. — С. 39-51.
  • Сергеев М. В. Экспертиза фортепиано российского и советского производства // Музыкальная культура и образование: Межвуз. сб. науч. тр. — СПб.: Изд-во РГПУ им. А. И. Герцена, 2010. — С.241-263.
  • Соловьёв Н. Ф. Фортепиано // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)