Эстәлеккә күсергә

Байтирәков Ғабдуллатиф Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байтирәков Ғабдуллатиф Хәбибулла улы
Тыуған:

29 март 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Шланлыкүл ауылы

Вафат:

23 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)

Вафат урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Партия:

партияһыҙ

Эшмәкәрлек төрө:

Рәсәй империяһының 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы

Байтирәков Ғабдуллатиф Хәбибулла улы (29 март 1873 йыл23 апрель 1951 йыл) — Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (19121917). Крәҫтиәндәрҙән. 1904—1905 йылдарҙағы рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Башланғыс рус-татар мәктәбен тамамлағас, 1887 йылда Ырымбур татар-башҡорт уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә.

1894 йылдан әрмегә хеҙмәткә алына, унтер-офицер дәрәжәһендә 1899 йылда запасҡа китә. Әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң Дәүләкән урман хужалығында эшләй һәм 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышы ваҡытында ҡайтанан әрмегә саҡырыу ала. 1908 йылдан һуғышҡа аттар әҙерләү буйынса мөдир, аҙаҡ Боғаҙы улусы идараһы хеҙмәткәре (йыллыҡ иғәнә 400 һум). Бәләбәй өйәҙе сикләнгән хоҡуҡлы үҙидара йыйылышын асыусы. Ер эшкәртеүсе (4,6 дисәтинә бүлеп бирелгән, 10 дисәтинә үҙ ере була)[2].

1912 йылда Өфө губернияһынан Рәсәй империяһының Дәүләт думаһына 6-сы саҡырылыш депутаты итеп һайлана, мосолман фракцияһына инә, 1917 йылдың майына ҡәҙәр Ер комиссияһы ағзаһы[2].

Oктябрь революцияһынан һуң Ғабдуллатиф Байтирәков дәүләт эшмәкәрлегенән ситкә китә һәм Өфөлә йәмғиәт һәм корпоратив ойошмаларҙа эшләй. 1920—1921 йй. Бүздәк иген әҙерләү пунктында эшләй. 1924—1929 йылдарҙа — Бүздәк кредит ширҡәте бухгалтеры. Революцияға тиклемге парламентҡа ҡатнашлығы булғанлыҡтан, совет хөкүмәте тарафынан «ышанысһыҙ элемент» тип билдәләнә: 1928 йыл башҡорт халыҡ комиссариаты Байтирәковтың балаларын «халыҡ дошманы» балары тип иҫәпләп, юғары уҡыу йорттарынан сығара. Байтирәков Башнаркоматҡа Эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһына ғариза яҙа[3]:

… бындай ҡараш, минеңсә, хаталы, сөнки мине крәҫтиәндәр һайлау сәбәпле мин 4-се Дәүләт дума депутаты булдым, мин үҙем дә крәҫтиән нәҫеленән, ә помещик йәки алып һатар түгел. Мин, Дума ағзаһы булараҡ, уның һул яғында булдым һәм крәҫтиәндәрҙең мәнфәғәтен яҡланым, бының тураһында Дума эшен күҙәтеп барыусылар белә,1917 йылдың майында унан ҡайтҡас үҙемдең улуста йәшәйем һәм йәмғиәт, корпоратив ойошмаларындаэшләйем, ауыл хужалығы менән үҙем шөғөлләнәм. Совет хөкүмәте һайлауҙарында тауыш биреү хоҡуғым бар, урта хәллемен (2 атым һәм 1 һыйырым бар) һәм, шуларға ярашлы, мине ят элемент тип иҫәпләргә урын юҡ…

Инспекция Байтирәковтың баларына уҡырға мөмкинлек бирә, ләкин Башҡорт халыҡ мәғариф комитеты ҡарары менән уҡыуҙан сығарылалар. Байтирәков үҙе 1929 йылда ялған ғәйепләнә һәм һөргөндө Архангельск ҡалаһында 1932 йылға тиклем уҙғара. Һөргөндән ҡайтҡас Ғабдуллатиф Байтирәков Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1951 йылда Өфөлә үлеп ҡала. 1989 йылда үлгәндән һуң реабилитациялана.

  • Парламентаризм в Башкортостане: История и современность; Документы и материалы / Сост.: В. Г. Aзнагулов, З. Г. Хамитова. — Кн. 2. — Уфа: ГРИ «Башкортостан»; 2005. — ISBN 5-8258-0204-5.
  • Мясникова О. С. Мусульманское население г. Петрограда в 1914 — нач. 1917 гг.; Дис. канд. ист. Наук. — СПб., 2004.
  • Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве: дис. докт. истор. наук. — Пермь, 2009.
  • Мусульманские депутаты Государственной думы России 1906—1917 гг. — Уфа, 1998. — С. 274—275, 369, 283.