23 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 113-сө (кәбисә йылында 114-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 252 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Төркиә: Балалар көнө.
Украина: Психологтар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Майоров Анатолий Петрович (1940), ғалим-тел белгесе. 1962—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғаяз Алтыншин (1966—20.08.2008), театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы (1857—31.08.1944), ҡаҙый, публицист һәм дин таратыусы. Панисламизм идеяһын яҡлаусы.
- Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (1912—7.08.1943), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры.
- Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (1917—9.11.1997), нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Күзбәков Ришат Сөләймән улы (1957), ғалим-невролог, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы (1953), ғалим-терапевт-кардиолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2013).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1775: Уильям Тёрнер, Британия рәссамы, романтик пейзаж оҫтаһы.
- 1830: Владимир Жемчужников, Рәсәй империяһы шағиры, Козьма Прутков образын ижад итеүселәрҙең береһе.
- 1835: Николай Помяловский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1850: Георгий Судейкин, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, илдә сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙе ойоштороусыларҙың береһе, жандарм органдары подполковнигы.
- 1880: Михаил Фокин, Рәсәй империяһы һәм АҠШ бейеүсеһе, хореограф, хәҙерге заман балетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1891: Сергей Прокофьев, СССР композиторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947). Ленин (1957) һәм алты тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1905: Юрий Бажанов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия маршалы (1965).
- 1905: Фёдор Вершинин, СССР-ҙың һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән офицер, Советтар Союзы Геройы.
- 1910: Симона Симон, Франция актрисаһы.
- 1910: Исидор Барух, Икенсе донъя һуғышы партизаны, Югославияның халыҡ геройы.
- 1920: Григорий Тютюнник, СССР һәм Украина ССР-ы шағиры, яҙыусы-прозаик.
- 1925: Аида Манасарова, СССР кинорежиссёры, сценарист һәм композитор.
- 1925: Вадим Людвиковский, СССР-ҙың джаз дирижёры, композитор һәм пианист.
- 1940: Булат Минжилкиев (1940), СССР һәм Ҡырғыҙстандың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1955: Урмас Отт, СССР һәм Эстония тележурналисы.
- 1955: Джуди Дэвис, Австралия һәм АҠШ актрисаһы.
- 1975: Йоун Тоур Биргиссон, Исландияның «Sigur Rós» рок төркөмө вокалсыһы, гитарист.
- 1990: Дев Патель, Британияның сығышы менән Һиндостандан булған кино актёры, төрлө ижади премиялар лауреаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1616: Уильям Шекспир, Британия драматургы, шағир.
- 1616: Мигель де Сервантес, Испания яҙыусыһы.
- 1992: Сатьяджит Рай, Һиндостан кинорежиссёры, сценарист һәм балалар яҙыусыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]