Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы
Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы | |
Тыуған көнө | 23 апрель 1912 (112 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Шишмә районы |
Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (23 апрель 1912 йыл — 7 август 1943 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфулла Ғәйфулла улы Йосопов 1912 йылдың 23 апрелендә хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районы Сәлих ауылында тыуған. Ауылдағы мәктәпте тамамлағандан һуң Ленинград, Ҡазан ҡалаларында уҡый. Өфөлә НКВД органдарында хеҙмәт итә.
1940 йылдың ғинуарынан Сәйфулла совет-фин һуғышында саңғы батальоны яугиры сифатында ҡатнаша. 1942 йылдың июль айында Төньяҡ-Кавказ фронтындағы 18-се армияның 143-се айырым диңгеҙ пехотаһы батальонына ебәрелә[2]. Һуғыштан һуң күп йылдар дауамында республикала, уның тыуған төйәге — Шишмә районында — Сәйфулла Йосоповтың ҡаһарманлығы тураһында билдәле булмай. Тәүгеләрҙән булып 1985 йылда Матросов подвигын ҡабатлаған Сәйфулла Йосопов хаҡында «Советская Башкирия» гәзитендә башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов яҙып сыға. Үҙенең мәҡәләһен ул Советтар Союзы маршалы А. А. Гречконың «Годы войны» исемле китабына һәм Юрий Стрехниндың «Отряд Бороды» тигән китабына таянып яҙа[3].
Ҡаһарманлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфулла Йосопов — Александр Матросовтың (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) батырлығын ҡабатлаған яугир. 1943 йылдың 7 авгусында Новороссийск эргәһендә бик ҙур десант төшөрөлгән саҡта Сәйфулла Йосопов Долгая бейеклеген һөжүм итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға теләк белдерә һәм үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, дошман дзотының амбразураһын күкрәге менән ябып, яугирҙарға ҡабаттан атакаға күтәрелергә мөмкинлек бирә[4]/. Атышыу тымғас, төндә, иптәштәре дзотҡа барып етеп, Йосоповтың бик күп пулялар менән тишкеләнеп бөткән кәүҙәһен алып киләләр һәм автоматтарҙан өс ҡат залп биреп, батырҙы алғы һыҙыҡтан яҡын ғына ерҙә, Долгая бейеклегендә, ерләйҙәр[5]. Был тиңһеҙ алышта Йосоповтың командиры В. Калганов ҡаты яралана һәм шул сәбәпле ул Йосоповтың бүләкләү исемлегенә айырым, бик мөһим булған деталдәрҙе, индерә алмай, әммә ул һуңынан барыһын да яҙыусы Ю. Стрехнинға һөйләп бирә һәм Йосоповтың данлы исеме уның «Бороданың отряды» китабында урын ала (Борода — разведчиктар отрядының командиры Калгановтың ҡушаматы). Диңгеҙ пехотаһы разведчиктар батальоны үткәргән операциялары һөҙөмтәһендә совет һалдаттарының эре десанты уңышлы башҡарыла[5].
Тыуған яғында яҡташының батырлығы тураһында әле бер нимә лә билдәле булмай. Йосоповтың батырлығы китаптарҙа, Я. Хамматовтың мәҡәләһендә тасуирланғандан һуң, эҙләнеү эштәре башлана. СССР-ҙың Оборона министрлығының баш кадрҙар идаралығы 1968 йылдың 18 декабрендә республиканың запросына, Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улының 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланыуы тураһында (1943 йылдың 8 сентябрендәге 18-АР СКФ № 076/Н-се һанлы приказ) хәбәр итә. Орден тапшырылмаған булып иҫәпләнә[5]. Артабанғы эҙләнеүҙәр Йосоповтың наградлау ҡағыҙҙарын табыуға алып килә:
«7 августа 1943 года красноармеец Юсупов добровольно вызвался на штурм ДЗОТа, на высоте Долгая под г. Новороссийском. С криком «За Родину», «За Сталина», он смело вырвался вперед и стал гранатами поражать противника. После израсходования запаса гранат, он хладнокровно и метко короткими автоматными очередями расстреливал румын, появившихся в ходах сообщений; израсходовав весь свой запас, он собрал гранаты у раненых и убитых и сдерживал наседавшего контратакующего противника, смело, дерзко и хладнокровно действовал т. Юсупов в этом бою, уничтожив при этом 4-х румынских солдат... Кроме того, собранные гранаты он успел забросить в амбразуру ДЗОТа противника. Тов. Юсупов смело, храбро и героически вел себя на поле боя и погиб со славою. Достоин награждения орденом Отечественной войны 1 ст. Командир 318 стр. дивизии полковник Бруцкий.
Командующий 18 армии генерал-лейтенант Лесемидзе. Член военного Совета армии генерал-майор Колонии. Приказ 18 армии№ 976/Н от 8.9.43 г. награжден Орденом Отечественной войны 1 степени»[5].
.
Следопыттар ҡиммәтле награданы Шишмә райвоенкоматына ҡайтарыуға һәм туғандарына тапшырыуға өлгөшөлөр. Еңеүҙең 45 йыллығы билдәләгән көндәрҙә Сәлих ауылында үткән митингыла 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (2560595-се һанлы) Сәйфулланың һеңлеһе Нәғимә Ғәйфулла ҡыҙы Куликоваға тапшырыла[2].
Хәҙерге көндә С. Йосоповтың ерләнгән урыны, һуңғы төйәге урыны билдәләнде. Быны асыҡлау өсөн сығышы буйынса Башҡортостандан булған Ҡара Диңгеҙ флоты ветераны Геннадий Дубровин (Краснодар крайының Новороссийск ҡалаһында йәшәй) күп көс һала[6]. Дубровин үҙ теләге менән Сәйфулла Йосоповтың ерләнгән урынды билдәләү буйынса эшкә тотона, уның тарафынан Йосоповтың һәм уның бергә ерләнгән 390 иптәшенең исемдәре уйып яҙылған Иҫтәлекле таҡтаташ табылыуы тулыһынса батырҙың яҙмышындағы аҡ таптарҙы юҡҡа сығарҙы. Хәҙер инде 318-се уҡсылар дивизияһының 4-се рота отделениеһының командиры Сәйфулла Йосоповтың һөйәктәре Новороссийскиҙан һигеҙ километр алыҫлыҡта, «Грушовая» нефтебазаһынан көнсығышыраҡ, шәһиттәр ҡәберендә ятҡаны бик яҡшы билдәле[7].
Сәйфулла Йосопов тураһында бик күп китаптар, мәҡәләләр яҙылған, музейҙарҙа уға бағышланған фотоинформацион мәғлүмәттәр тупланған, уның үлемһеҙ батырлығы хаҡында мәктәп уҡыусылары тикшеренеү эштәре яҙалар. Сәлих ауылында С. Ғ. Йосопов музейы асылған. Уның исеме Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға индерелгән. Ураҙбахты урта мәктәбенең уҡыусылары уҡытыусылар етәкселегендә мәктәптә Йосоповтың батырлығына бағышланған Хәрби дан бүлмәһен ойошторғандар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Олимпиада по географии
- ↑ 2,0 2,1 Экспозиция «Чишминский район в годы Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.»
- ↑ Я.Хамматовтың көндәлеге
- ↑ В Чишмах отметили 72-ю годовщину Великой Победы
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Сайфулла Гайфуллович Юсупов
- ↑ Чишминский районЮсупов повторил подвиг Александра Матросова(недоступная ссылка)
- ↑ Чишминский район