Майоров Анатолий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майоров Анатолий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Башҡорт Самаҙыһы, Абҙан ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө филолог
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Майоров Анатолий Петрович (23 апрель 1940 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Петрович Майоров 1940 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуа.

1957 йылдан алып 1962 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетында уҡый. Башҡорт дәүләт университетын «Филолог, урта мәктәптең немец теле уҡытыусыһы» квалификацияһы буйынса яҡшы билдәләренә тамамлағандан һуң 1967 йылға тиклем шунда уҡ уҡыта. 1964 йылдан 1967 йылға тиклем Мәскәүҙә Морис Торез исемендәге 1-се Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтында аспирантурала уҡый[2]. 1967 йылда Мәскәүҙә Рәсәй лингистика университетында «Англо-американизмы в современном немецком языке ФРГ и ГДР» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1999 йылда «Взаимодействие языков в двуязычном коммуникативном пространстве (социальные аспекты» темаһына докторлыҡ диссертация яҡлай. 1973 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетының сит телдәр кафедраһы мөдире. Сит телдәр кафедраһы буйынса профессор исеме РФ Мәғариф министрлығының 2000 йылдың 16 февралендәге ҡарары менән бирелә[2].

БДМУ-ның Ғалимдар советы ағзаһы. Диссертация советы ағзаһы Д 212.013.02 (БДУ). Докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса ике совет ағзаһы булып тора. 30-ҙан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының эксперты, рецензенты һәм рәсми оппоненты сифатында сығыш яһай[3].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеменә (тел онтологияһы мәсьәләләре), социолингвистикаға (күп теллелек шарттарында коммуникатив арауыҡтың формалашыуы), контрастив лингвистикаға (башҡорт теле, инглиз теле, немец теле, урыҫ теле материалында) арналған. 250-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәте, шул иҫәптән 3 монографияһы, 2 уҡыу әсбабы баҫылып сыға[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем (1982)
  • РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (1999)
  • Юғары квалификациялы медицина кадрҙары әҙерләү буйынса күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000)
  • «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре» түш билдәһе.

Шөғөлө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хобби сифатында Анатолий Петрович башҡортсанан руссаға тәржемә менән мауыға. Баҫылып сыҡҡан тәржемәләре:

  • Башкирские анекдоты. — Уфа, 1993
  • Исторический эпос. — Уфа, 1999
  • Карасакал (из народного творчества)
  • Кулямясы (Башкирские анекдоты)
  • Повесть Ибрагима Гизатуллина «Через тридцать лет после смерти»
  • Повесть Фаниды Исхаковой «Одно мгновенье вечности», - Уфа, Китап, 2008 8.б.

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социальные аспекты взаимодействия языков в билингвистическом коммуникативном пространстве. Уфа, 1997;
  • Социальный билингвизм и языковое пространство. Уфа, 1998;
  • Формирование учебного языкового коммуникативного пространства (с включением национально‑регионального компонента на материале английского языка). Уфа, 2008 (авторҙашта).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]