Эстәлеккә күсергә

Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 23 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (71 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡабан, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы (23 апрель 1953 йыл) — ғалим-терапевт-кардиолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2013).

Башҡорт дәүләт медицина университетының тергеҙеү медицинаһы һәм курортология (ВМиК ғилми-тикшеренеү институты) фәнни-тикшеренеү институтының директоры (2001), уға нигеҙ һалыусы һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе, бер үк ваҡытта БДМУ-ла 2000 йылда булдырылған ИДПО тергеҙеү медицинаһы һәм курортология кафедра мөдире.

Лира Тәлғәт ҡыҙы Ғилметдинова 1953 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында тыуған. 

1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын «Дауалау эштәре» һөнәренә буйынса тамамлай һәм Өфөнөң 1-се ҡала дауаханаһында эшләй.

1981 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина институтында (артабан университет). Тергеҙеү медицинаһы һәм курортология, эске ауырыуҙар һәм кардиологя өлкәһендә эшләүсе ғалим;

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһында «Һауыҡтырыу һәм реабилитация технологиялары» фәнни секцияһында етәксе, РФ Волга буйы ФО Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында шифахана-курорт дауалау эштәре буйынса штаттан тыш баш белгес-эксперт, «Башҡортостан Республикаһының физиотерапевтар һәм курортологтар, дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйынса табиптар, реабилитологтар ассоциацияһы» РОО президенты (2002), РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санаторий-курорт дауалау эштәре буйынса эксперт комиссияһы ағзаһы.

6 медицина журналынының редакция берләшмәһендә мөхәрририәт ағзаһы булып тора, улар араһында «Курорт ведомостары», «Курорт эше», «Курортология, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы мәсьәләләре», «Башҡортостандың медицина хәбәрсеһе».

Юғары категориялы табип. Уның етәкселеге аҫтында 42 фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән[2]. 1989 йылда «Тотороҡло стенокардия кисергән ауырыуҙарҙа калликреин-кинин системаһы һәм ҡандағы простагландиндарҙың торошо», докторлыҡ диссертацияһы — «Йөрәк өйәнәге үткәргән ауырыуҙарҙа гемостаз системаһындағы һәм гумораль регуляциялағы үҙгәрештәр һәм уларҙы коррекциялау ысулдары» (Мәскәү, 1998). Апитерапия алымдарын булдырыу буйынса эш алып бара[3].

1300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, белешмәләр һәм 37 монография авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013), Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй космонавтика федерацияһы, Өфө ҡалаһы Почёт грамоталары менән бүләкләнгән[2].