Ҡаҙый
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ҡаҙый (ғәр. قاضٍ — судья)(фарсы — тәғәйенләүсе, хөкөм итеүсе) — мосолман илдәрендә шәриғәт нигеҙендә хөкөм эштәрен башҡарыусы судья[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге ҡаҙыйҙар Ғүмәр ибн Хәттаб тарафынан Мәҙинәлә, Басрала һәм Куфала тәғәйенләнә[1]. Ошо дәүерҙән ҙур ҡалаларҙа өлкәләрҙә, хәрби ваҡытта ғәскәрҙәрҙә ҡаҙыйҙар тәғәйенләү булдырыла. Уны тәғәйенләүҙе тик хәлиф кенә башҡара алған.
VIII быуаттың икенсе яртыһынан юғары ҡаҙый вазифаһы булдырылған (ка́ди аль-куда́т ғәр. قاضي القضاة). Был вазифаны башҡарыусыға хәлиф исеменән хәлифәттәге бар ҡаҙыйҙар тәғәйенләү һәм уларҙы кире алыуға ҡарарҙар ҡабул итеү йөкләтелгән[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.125.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Что такое Кади? Значение и толкование слова kadi, определение термина
- http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/7497-azyj-sudya
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |