Ғариф (ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғариф

Ғариф (ғәр. عارف‎‎; рус. Ари́ф) — суфыйлыҡта — ғәмәли белемле кеше; белем эйәһе; суфыйлыҡ иерархияһында урын тотҡан шәхес. Ғариф термины тәүге осорҙа ҡайһы бер хәрби йәки гражданлыҡ хеҙмәтендәге түрәләргә ҡарата ҡулланылған.

Ғәскәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинә хәлифәләре һәм Өмәүиҙәр осоронда ғарифтар ҡәбиләләрҙән һалым йыйып, уларҙы хәлифә тәғәйенләгән мусаддиҡҡа тапшыра. Сәйф ибн Ғүмәр хәбәр итеүенсә, Ҡадисия янындағы һуғыштан һуң Күфә ғәскәрҙәре күп һанлы блоктарға бүленә (ғирафа), һәр береһенең етәксеһе булып ғариф торған[1].

Өмәүиҙәр хакимлығы осоронда армиялағы казначейҙы шулай атағандар (Византия хакимлығындағы optio-ға тап килә)[2]. Ул ғирафа ағзалары араһында «ярҙам» бүлеү өсөн яуаплы була, ярҙам алыусылар һәм уларҙың ғаиләләр реестрын (диван) алып барырға тейеш була. Ул шулай уҡ үҙенең ғирафа эсендә хәүефһеҙлек өсөн яуаплы булған, һәм, ихтимал, башҡа вазифалары ла булғандыр, мәҫәлән, ғирафа ағзалары араһында бәхәстәрҙе хәл итеү[1].

Әр-Рәшит хәлифә ваҡытында ғарифтың ун бишкә тиклем яугиры була, ә Испанияла, әл-Хакам осоронда, ул йөҙ һыбайлы командиры (йөҙ башы) булараҡ телгә алына[1].

Һижрәнең тәүге ике быуатында, граждандар өлкәһендә ғариф етем һәм никахһыҙ тыуған балаларҙың мәнфәғәттәре өсөн яуаплы була. XII быуаттан ғарифтар мөхтәсибтәргә ярҙамсы сифатында телгә алына[1].

Суфыйлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфыйыҡта ғарифтар — рухи юлды белеүселәр һәм тәжрибәнән тыш белем эйәләре.Аллаһтың рәсүлдәре генә хаталарҙан һәм гөнаһтарҙан азат булғанға күрә, суфыйҙар ғарифтарҙың да хата яһай алыуҙарын таный. Суфыйҙар фекеренсә, ғарифтың рухи юлдағы хатаһы ижтиһад процесындағы мөжтәһидтең хатаһына оҡшаш[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Ариф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • ʿArīf / el-Ali Saleh A., Cahen Cl. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Crone Patricia. ʿArīf // Encyclopaedia of Islam, THREE / Edited by: Kate Fleet, Gudrun Krämer, Denis Matringe, John Nawas, Everett Rowson. — Brill.