Рифәғилек
Рифәғилек | |
ғәр. الرفاعية | |
рифәғиҙәр зекере | |
Дин: | |
---|---|
Ағым: | |
Нигеҙләнгән: |
XII век |
Нигеҙләүсе: | |
Илдәр: |
Мысыр һ.б. |
Төбәктәр | |
Союзниктар: | |
Рифәғилек(ғәр. الرفاعية; рус. Рифаия) — иң боронғо суфый тәриҡәттәренең береһе, Әхмәт әр-Рифәғи тарафынан XII быуатта нигеҙләнгән. Тәриҡәт ғәрәп Урта Көнсығышында зекер ярҙамында яуыз рухтарҙы экзорцистик ҡыуыу практикаһы аша билдәлелек ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәриҡәт үҙенең исемен уның нигеҙ һалыусыһы Әхмәт әр-Рифәғи исеменән ала. Уның эйәрсендәрен ҡайһы берҙә әхмәҙиселәр һәм батаиһиҙар тип атайҙар. Әхмәт әр-Рифәғи (ваф. 578/1182) шәфиғи мәҙһәб хоҡуҡ белгесе була. Ул Ираҡтың көньяғында Батаихта йәшәй. Суфыйлыҡта уның тәүге уҡытыусылары ағаһы Мансур әл-Батаихи (ғәр. منصور البطائحي) һәм Ғәли әл-Уасити була.
Әхмәт бер нисә әҫәр яҙа[1].
Был тәриҡәткә эйәреүселәр Яҡын Көнсығышта, Мысырҙа, Анатолияла, Балҡанда һәм мосолман донъяһының күп кенә төбәктәрендә йәшәй. Рифәғиҙәр тураһында билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута хәбәр итә [1].
Тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рифәғиҙәр кешенең етешһеҙлектәре һәм нәфселәре менән зекер ярҙамында көрәшә. Заһитлыҡ һәм бикләнеү практикаһы (Khalwa) уларҙа — ҡырҡ көн, әгәр был мөхәррәм айында булһа - ете көн дауам итә. Яңғыҙлыҡ ваҡытында мөриттәр йыш тәһәрәт>ләнә, ураҙа тота, ит ашамай һәм бер нәмә лә уларҙы ғибәҙәт ҡылыуҙан ситләштерә алмаҫлыҡ тынлыҡ булған ерҙә урынлаша[1].
Рифәғиҙәр ҡара сәллә кейә, ә йыйылыштарында намаҙлыҡтарҙа ултыра. Улар литавралар һәм барабандар ҡағып, көслө тауышлы зекерҙәр башҡара. Ибн Баттутта шаһитлығы буйынса, зекер ваҡытында улар утҡа бирешмәй, быяла сәйнәй һәм йыландар менән уйнай ала[1].
Тәриҡәттең бер нисә тармағы бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [655 Рифаиты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.