Фани
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Фани (ғәр. فناء — үлем, мәңгелек; рус. Фана) — суфыйлыҡта — мистиканың Аллаһтың хозурында иреп юғалыу концепцияһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Концепция Аллаһы Тәғәләгә кире ҡайтыу тураһындағы Ҡөрьән аяттарының шәрехләмәләренә нигеҙләнгән. Аллаһҡа кире ҡайтыу фанилыҡ — Абсолют менән берҙәмлекте аңлау һәм иреү — булараҡ аңлатыла. Унынсы быуатта йәшәгән суфый Жүнәйди концепцияның авторы булып тора.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Фанә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә түбәндәгеләрҙе аңлата:
- үлеү, һүнеү; һәләк булыу; юғалыу;
- йәшәйештең юҡлығы; рел. нирвана (суфыйҙарҙа);
- фанилыҡ.
Фанилыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәр әл-фанә (рус. Дар аль-фана ғәр. دار الفناء) — үтеп, юҡҡа сығасаҡ, ваҡытлы, фани донъя. «Дәр әл-фанә» термины суфый авторҙар тарафынан мәңгелек донъяға (дәр әл-баҡый) ҡапма-ҡаршы ҡуйыу булараҡ ҡулланылған. Был термин көндәлек тормошта йыш ҡына киләсәктәге мәңгелек тормош кеүек ҡабул ителә. Суфый терминологияһында дәр әл-баҡый Аллаһ хозурына ирешеп, бәрәкәт алыу. Шул мәғәнәлә «дәр әл-фанә» термины суфый-мистиктар — Сәнәи (вафаты 1131 йылда), Ғаттар (вафаты 1220 йылда), Йәләлетдин Руми (вафаты 1273 йылда) әҫәрҙәрендә киң ҡулланыла. Мистик шиғриәттән был термин лирик донъяуи шиғриәткә күсә[1].
Башҡорт телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә был һүҙ фольклорға ла, көндәлек телмәргә лә инеп ҡалған [2].
- Был донъя - фани, теге донъя - мәңгелек; (әйтем)
- Батырша: Мәңгелек бер ни юҡ, бөтәһе тик фани;(Рәми Ғарипов)
- Фани донъяларҙы бер уйлаһаң, башҡынайың булыр диуана; (халыҡ йырынан)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 2-се том,508-се бит — ISBN 5-200-01108-6
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акимушкин О. Ф. Дар ал-фана // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 56. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Carra de Vaux, B. Fanā // Encyclopaedia of Islam, First Edition / Edited by M. Th. Houtsma, T.W. Arnold, R. Basset, R. Hartmann. — Brill, 1913—1936.