Хәл (дин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәл (ғәр. حال‎, күпл. әхүәл; «торош» мәғәнәһендә; рус. Хал) — суфыйлыҡта: маҡсатҡа йүнәлешле аң торошо, йыш ҡына суфыйҙың Аллаһыға барған юлындағы рухи практика продукты итеп аңлатыла. Мөғтәзилиҙәрҙә хәл — предметтың билдәле бер ваҡыт мәлендә торошо.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәл Аллаһтан килә һәм мистиктың тырышлығына йәки үҙ-үҙен камиллаштырыу практикаһына бәйле түгел. Хәл теләһә ҡайһы ваҡытта килә ала, ә суфый, үҙе был хәлгә инә алмаған кеүек, хәлде үҙенән сығара ла алмай[1].

Хәл илаһи яҡтылыҡтан барлыҡҡа килә. Аңлау рухи донъяның үлсәү берәмеге булған билдәле бер мәлдә була. Әбү Хәмит Әл-Ғәзали һәм ибн Ғәрәби хәлгә гносеологик (танып белеү) статусы биргәндәр. Әл-Ансари фекеренсә, үҙ рухи хәлен нығытҡан мистиктар «әүлиә» кимәленә етә[2].

Классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәл классификацияһын Зүн-Нүн әл-Мисри һәм әл-Харис әл-Мөхәсиби эшләгән[2].

Әс-Сарраж 10 хәл торошон билдәләй[2]:

  1. үҙ-үҙеңде контролдә тотоу (мураҡаба);
  2. яҡынлыҡ ;
  3. мөхәббәт;
  4. ҡурҡыу (хәүеф);
  5. өмөт ;
  6. дәрт (шауыҡ);
  7. ихласлыҡ;
  8. йән тыныслығы (итмәнинә);
  9. күҙәтеү (мүшәхәҙә)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. [837 Хал] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ḥāl / Gardet L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Mojtahed Shabestari M., Negahban F. Aḥwāl // Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary Encyclopaedia Islamica. — Brill Online.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Колодин, Александр Хал. Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 13 июль 2015.