Ғәйбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғәйбәт (фарс. غیبت , ғәр. غِيبَةٌ‎) — ситтән тороп хөкөм итеү, берәй кеше тураһында ғәйбәт һөйләү, хәбәр таратыр өсөн кешенең шәхси серҙәрен асыҡларға ынтылыу.

Ғәйбәттең асылы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйбәт — «кеше тураһында уның артында насар һәм мыҫҡыллы нәмәләр һөйләү, яманлау». Был һүҙ «ғәйеп — билдәһеҙ, йәшерен» тигән һүҙ менән бер тамырҙан яһалған. Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрендә ғәйбәт төшөнсәһе йыш ҡына үлгән кешенең итен ашау менән сағыштырыла[1]

Мөхәммәт Рәсүлуллаһ ғәйбәт һөйләүсене лә яратмаған, тыңларға ла рөхсәт итмәгән, уларҙың гонаһтары уртаҡ, тип әйтә торған булған. Башҡаларҙың ғәйептәрен тикшергәнсе, һәр кем үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрһөн, яҡшы кеше рәтенә инергә тырышһын — был пәйғәмбәрҙең васыяты[2].

Кешенең артында, уға оҡшамаҫлыҡ, хатта ысын булһа ла, һөйләшеүҙәр ғәйбәт булып иҫәпләнә[3][4]. Ислам дине был ғәмәлдәрҙе тыя һәм уларҙы иң яман ғәмәлдәрҙең береһе итеп ҡарай. Исламда ғәйбәт иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып тора.

Ғәйбәт рөхсәт ителгән осраҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Судта шаһитлыҡ иткәндә;
  2. Әгәр кеше ғәҙелһеҙлектән яфаланһа;
  3. Әгәр бер кеше асыҡтан-асыҡ, йәмғиәттән оялмайынса гонаһ ҡылһа[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яманат һатыу

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. « О те, которые уверовали! Избегайте многих предположений, ибо некоторые предположения являются грехом. Не следите друг за другом и не злословьте за спиной друг друга. Разве понравится кому-либо из вас есть мясо своего покойного брата, если вы чувствуете к этому отвращение? Бойтесь Аллаха! Воистину, Аллах – Принимающий покаяния, Милосердный.
    »
  2. YouTube: Gıybet (dedikodu). Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано 9 апрель 2016 года.
  3. Сплетни «гыйбат». Дата обращения: 25 ғинуар 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года. 2013 йыл 26 октябрь архивланған.
  4. Сплетня как форма людоедства. Дата обращения: 25 ғинуар 2013. Архивировано 11 октябрь 2011 года.
  5. Али-заде, 2007

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]