Күбрауыйлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Күбраүилек (рус. Кубравия) — Урта Азияла таралған суфый тәриҡәте. Нигеҙ һалыусы хиуалы Нәжметдин Күбра исеме менән аталған (1145—1221).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күбраүилек суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы Нәжметдин Күбра (1145—1221) Исмәғил Кәсри, Әбү Йәсир Ғәммәр Бидлиси һәм Рузбехан Вәззән Мисриҙә уҡый. Хорезмға ҡайтҡас, үҙенең суфый тәғлимәте мәктәбен аса. Күбрауи шәйехтәренең Бохарала, Сәмәрҡәндтә, Ирандың бер нисә ҡалаһында, Кашмирҙа һәм Ҡытайҙа үҙ үҙәктәре булған[1].

Доктринаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа суфый шәйехтәре кеүек, Нәжметдин Күбра кеше рухи юлдан барып, Аллаһты тоя һәм, остаҙының (мөршидтең) кәңәштәрен тотоп, Уға яҡыная ала, тип һанаған. Нәжметдин буйһоноусанлыҡ, донъяуилыҡтан ситләшеү һәм яңғыҙ ғибәҙәттәргә бирелеү тарафдары була.

Күбраүиҙәр төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәренә һәм уларҙың суфыйлыҡ алымдарына һәм практик гармонияһына ҙур әһәмиәт бирә һәм үҙҙәрен Али ибн Әбү Талиптың рухи вариҫтары тип иҫәпләй. Ғәләүиҙәрҙең ике сектаһы — нурбахшы һәм зәһәбиҙәр — күбраүиҙәрҙән айырылып сыҡҡан.

Күбраүи әс-Симнәни XIV быуатта шәһәҙәттең берҙән-берлеге (үәхдәт әш-шүһүд; ғәр. وحدة الشهود‎) концепцияһын эшләгән һәм мистик «юл» формулаһын үҙгәртеп, хәҡиҡәт — тәриҡәт — шәриғәт өслөгөнә таянып ҡына ысын ғилемгә һәм илаһи ҡанунға өлгәшеп була тип һанаған [1] 2022 йыл 27 июнь архивланған.

10 принцип[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тәүбә;
  2. Зүһд (заһитлыҡ-аскетлыҡ);
  3. Тәүәккүл;
  4. Ҡәнәғәтлек;
  5. Үҙгәлек
  6. Зекер
  7. Тәүәжүһ
  8. Сабырлыҡ
  9. Мураҡҡаба
  10. Ризалыҡ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Из истории суфизма: источники и социальная практика. Т., 1991
  • Маликов А. М. Последователи ордена Кубравия и культурное влияние Хорезма в Центральной Азии и Китае (XIII—XVIII вв.) // Казахи и Хивинское ханство. Каскелен: Университет имени Сулеймана Демиреля, 2020. C.81-117
  • Снесарев Г. П. Реликты домусульманских верований и обрядов у узбеков Хорезма. М.: Наука, 1969
  • DeWeese D. The Eclipse of the Kubraviyah in Central Asia // Iranian Studies, Volume XXI, Number 1-2, 1988

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Маликов А. М. Последователи ордена Кубравия и культурное влияние Хорезма в Центральной Азии и Китае (XIII—XVIII вв.) // Казахи и Хивинское ханство. Каскелен: Университет имени Сулеймана Демиреля, 2020. C.81-117

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]