Сәфәүиҙәр
Сәфәүиҙәр | |||||
фарс. صفویان әзерб. صفویلر / Səfəvilər | |||||
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр |
фарсы (хакимиәт, дипломатия һәм әҙәбиәт теле[1][2]) | ||||
Дин | |||||
Халҡы |
фарсылар, әзербайжандар, ҡурдтар, ғәрәптәр, әрмәндәр, грузиндар, лурҙар, төркмәндәр, афғандар, ҡашҡайҙар, ҡыҙылбаштар, ҡаджарҙар һ.б. | ||||
![]() | |||||
Сәфәүиҙәр (фарс. صفویان — Safaviyân; әзерб. Səfəvilər; осм. دولت صفویه —Devlet-i Safeviyye, груз. სეფიანთა დინასტია, ҡурд. سەفەوییەکان,Sefewî, ғәр.الصفويين, төркм. Sefewiler, әрм. Սեֆեւյան) — Иран шаһтары династияһы, XIV быуат башынан Ирандың Әзербайжан провинцияһындағы Әрдәбил төбәгендә, ә 1501—1722 һәм 1729—1736 йылдарҙа тотош Иран биләмәһенда хакимлыҡ итә.
Был династиянан тәүге Иран хакимы — Исмәғил I (1501—1524 йй.), суфыйҙарҙың Сәфәүи орденын нигеҙләгән тоҡомдан, сығышы менән Иран Әзербайжанындағы Әрдәбилдән. Шарур эргәһендә (Нахчиван) Аҡ Ҡуйлы тигән төркүмән дәүләте хакимы Алванд ханды ҡыйратҡас, Исмәғил еңеүсе ҡиәфәтендә Тәбризгә аяҡ баҫа, 1501 йылдың июлендә үҙен Әзербайжан шаһы тип иғлан итә[8][9]. Артабан Исмәғил бөтә Иранды буйһондора һәм 1502 йылдың майында үҙен Иран шаһы тип иғлан итә. Яңы дәүләт күп осраҡта Ҡыҙылбаш дәүләте тип йөрөтөлә[10][11]. Тәбриз ҡалаһы Сәфәүи дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә; унан һуң баш ҡала — Ҡазвинға, ә унан Исфаханға күсерелә.
Сәфәүиҙәр үҙҙәрен «шаһиншаһ» (батшаларҙың батшаһы) тигән сәсәни титулы менән атап йөрөтә. Әммә алғы планға улар милли принципты түгел, ә шиғилыҡты сығара, уны дәүләт дине тип иғлан итә. Тап Сәфәүиҙәр дәүерендә шиғисылыҡ Иранда өҫтөнлөклө ағым булараҡ нығына.
Сәфәүиҙәрҙең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәфәүиҙәрҙең килеп сығышы асыҡ ҡына билдәле түгел. Сәфәүиҙәрҙең беренсе шәжәрәһе Ибн-Баззаз тарафынан 1358 йылда «Сәвфәт аз-Сафа» китабында яҙылған. Уға ярашлы, Сәфәүиҙәр ырыуы Фируз-Шаһ Зарин-Колах исемле ҡурдтан баш алған[12][13]. Артабан, Исмәғил I батшалыҡ иткән дәүерҙә, Сәфәүиҙәрҙең «рәсми» генеалогияһы ырыуҙың етенсе шиғи имамы Муса Ҡаҙимға, уның аша беренсе шиғи имамы Алиға барып тоташыуын дәлилләгән легендалар менән тулыландырыла. Петрушевский фараз итеүенсә, был версия әүәлдән — XIV быуаттан — килә[14]. Вальтер Хинц иһә Сәфәүиҙәрҙең килеп сығышын Йемен ғәрәптәренә бәйләй[15]. Дэвид Аялон буйынса, Сәфәүиҙәр фарсы түгел, төрки булған[16]. Британ шәрҡиәтсеһе Эдмунд Босуорт, Сәфәүиҙәр төркисә һөйләшһә лә, сығыштары менән ҡурд булғандыр, тип иҫәпләй[17]. Сәфәүиҙәрҙең сығышын ентекле тикшергән Әхмәд Кәсрәүи Сәфәүиҙәр төп ирандар булған, ләкин, Әзербайжандың ул саҡтағы халҡы кеүек, әзербайжан төрки телендә һөйләшкән. Сәфәүиҙәрҙең шәжәрә ағасын етди өйрәнгән башҡорт-төрөк ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туған раҫлауынса, Сәфәүиҙәр Рәүәдиҙәр ырыуынан булған ҡурд принцы Мәмлән ибн-Вахсудан менән бергә уның 1025 йылғы Әрдәбилде яулау сәфәрендә ҡатнашҡандыр. Шул уҡ ваҡытта Вәлиди Туған Исмәғил I-нең әзербайжан төрки телдә һөйләшеүенә нигеҙләнеп, уны төрки тип һанай[18]. Ҡайһы бер ғалимдар, нигеҙҙә урта быуаттарҙағы Иран буйынса белгес булмағандар, Сәфәүиҙәрҙе әзербайжан сығышлы тип таба[19][20]. «Ираника» энциклопедияһындағы Сәфәүиҙәр тураһындағы мәҡәләһендә Руди Мэти уларҙы «ҡурд шәжәрәле фарсы» тип һанай[21]. "Ираника"ның баш мөхәррире Эхсан Яршатер фаразлауынса, Сәфәүиҙәр тәүҙә иран телле ырыу булған да яйлап төркиләшкән[22]. "Ираника"лағы тағы бер мәҡәләнең авторы Ричард Фрай, Сәфәүиҙәр династияһы әзербайжан төркиҙәре тарафынан нигеҙләнгән, тип яҙа[23]. Сәфәүиҙәр буйынса ентекле тикшеренеү[24] һәм "Ислам энциклопедияһы"ндағы «Сәфәүиҙәр» тигән мәҡәлә авторы Роджер Сейвори фекеренсә, бөгөн ғалимдар Сәфәүиҙәр Иран Ҡурдстанынан сыҡҡан тигән фекергә килешеүле ҡарашта тора[25].
Артабан Сәфәүиҙәр төркиләшкән һәм төрки телен туған тел итеп ҡабул иткән, [22][26] хәйер, В. Ф. Минорский фекеренсә, улар (сығыштарына бәйһеҙ рәүештә) фарсыны ла туған теле кеүек белгән[4]. Ҡайһы бер совет тарихсылары фекеренсә, Сәфәүиҙәрҙән тәүге шәйехтәр Әрдәбилдә йәшәгән һәм әзербайжан (төрки) теле уларҙың туған теле булған[27]. Династияның ҡайһы бр вәкилдәре әзербайжан төрки телендә һәм фарсыла шиғырҙар яҙған[28][29]. Атап әйткәндә, династияны нигеҙләгән Исмәғил I Хатаи тигән псевдоним аҫтында ижад иткән һәм әзербайжан шиғриәте классигы тип һанала, ә шаһ Ғәббәс II Тани тигән псевдоним аҫтында төркисә шиғырҙар яҙған.
Сәфәүиҙәрҙең ырыу башы һәм атама сығанағы — шәйех Сәфи-әд-дин Фируз Фәтх Исхаҡ Әрдәбили (1252—1334). XIV быуат авторы Ибн Баззаз Әрдәбили ҡалдырған шәжәрәнән күренеүенсә, ул етенсе быуынында XI быуатта Әрдәбилгә күсеп килгән Санжан ҡурды Фируз-Шаһ Зарини-Колахтың тоҡомонан була[30]. Һуңыраҡ, үҙҙәренең дини хакимлығын ҡанунлаштырыу маҡсатында, Сәфәүиҙәр үҙҙәрен тамырҙары Мөхәммәт пәйғәмбәргә һәм Али ибн Әбү Талипҡа тоташҡан шиғи имамы Муса әл-Ҡазимиҙың тоҡомо тип иғлан итә. Фируз-Шаһ тоҡомдары сөнни мосолмандары була, Сәфәүиҙәр иһә XV быуатта шиғисылыҡҡа күсә. Сәфи-әд-дин «Зәхедиә» суфый орденына нигеҙ һалған Зәхед Ғиланиҙың яратҡан мөриде һәм кейәүе була. 1301 йылда Зәхед Ғиланиҙың вафатынан һуң был орденға хужа булып алғандан һуң ул уның исемен «Сәфәүиә» тип үҙгәртә. Уның иран әзери телендә яҙылған 12 дүрт юллығы беҙгә килеп еткән, был уның туған теле булғандыр. Был дүрт юллыҡтар яҙмаһыҙ ҡалған әзери телен өйрәнеү өсөн мөһим материал булып тора[22]. Уның улы Садр-уд-дин Муса (1391/92 й. тирәһе вафат булған) дәүерендә орден тотош Яҡын Көнсығышта пропаганда алып барған киң дини хәрәкәткә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта ул сөнниселек һыҙаттарын һаҡлай Уның вафатынан һуң орден башында улы Али (вафаты — 1429 й.), ейәне Ибраһим (вафаты — 1447 й.) һәм бүләһе Жүнәйд тора. Һуңғыһы, биләмәләрен киңәйтәм тип, дәүләт башлығы Ҡара Ҡуйлы Йыһаншаһ менән араны боҙа һәм Аҡ Ҡуйлы династияһы башлығы Узун-Хәсән яҡлауы аҫтына ҡасырға мәжбүр була, уның һеңлеһенә өйләнә. Ул яуҙа һәләк булып ҡалғас, орденға улы шәйех Гейдар башлыҡ булып китә[31]. Гейдар Узун-Хәсән менән Трапезунд императоры Иоанн IV Комнин никахынан тыуған Алемшах-бегимға (христиан исеме Марта) өйләнә. Был никахтан буласаҡ шаһ Исмәғил донъяға килә.
Ул мәлгә Әрдәбил шәйехтәре үҙҙәренең төрлө төрки ҡәбиләләренән булған мөридтәренән торған ҙур хәрби көскә эйә була, мөридтәр ҡыҙыл сәллә кейеп йөрөй, шунлыҡтан уларға «Ҡыҙылбаштар» тигән атама бирелә. Узун-Хәсәндең вафатынан һуң уның улы Яҡуб ширваншаһ Фәрух Яссар ярҙамында Гейдарҙы үлтерә (1488). Унан ары Гейдарҙың улы Али ҙа үлтерелә һәм власть Алиҙың ҡустыһы кескәй Исмәғилгә күсә. 1500 йылда Исмәғил Ширванға баҫып инә, ә 1501 йылда Тәбризде ала, унда шаһ титулын ала, шулай итеп, Сәфәүиҙәр дәүләтен нигеҙләй.
Тел[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иранда хакимлыҡ итә башлаған мәлдә Сәфәүиҙәр төрки ҡыҙылбаш ҡәбиләләренә таяна, әзербайжан төркийен һарай һәм ғәскәр теле итеп раҫлай, ә фарсы теле граждан хакимиәте теле булып тора; аҡсаларҙағы яҙыуҙар ҙа фарсыса яҙыла. XVII быуата баш ҡала Исфаханға күсерелгәс, Сәфәүиҙәр дәүләтендә Иран йоғонтоһо көсәйә һәм фарсы теле рәсми өлкәлә төркиҙе ҡыҫырыҡлап сығара, ләкин һарайҙа һаман тик төркисә һөйләшәләр[4][32][6][7][3][33][34]. .[35]
Исмәғил I ваҡытында Сәфәүиҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәфәүиҙәр империяһы династияһының беренсе вәкиле ғәскәр башлығы, дәүләтте нигеҙләүсе булараҡ ҡына түгел, Хатаи псевдонимы аҫтында яҙышҡан урта быуаттар әзербайжан шағиры булараҡ та билдәле[28][29]. Әзербайжан телендәге шиғырҙары «Диван» булараҡ баҫылған, бер нисә фарсыса шиғыры ла билдәле[36].
Исмәғил ваҡытында дәүләт идарасылары тик төрки ҡыҙылбаштар араһынан тәғәйенләнә. Ҡыҙылбаштар тәүҙә Исмәғилгә иҫ киткес тоғро була, улар Анатолия һәм Әзербайжандағы төрки ҡәбиләләренә ҡарай. Улар сөнни төркиҙәрҙең һөжүмдәрен кире ҡағырға ярҙамлаша.
1508 йылға Узун-Хәсәндең Аҡ Ҡуйлы дәүләте ерҙәренә тулыһынса хужа булып алғас, Исмәғил Бейҡараның шәйбаниҙар тартып алған биләмәһенә күрше була һәм улар менән һуғышҡа инә. 1510 йылда шәйбаниҙар Хөрәсәндән Трансоксанияға ҡыуыла. Солтан Сәлим I ҡул аҫтындағы Анатолияла йәшәгән 40 мең шиғиҙы аҫҡан өсөн Ғосман империяһы менән һуғыш башлана (1513). 1514 йылда Чалдыран тигән ерҙә Сәлим Сәфәүиҙәр ғәскәрен еңә һәм Тәбризде ала. Ләкин 1514—1515 йылдарҙа ҡыш бик һыуыҡ булғанлыҡтан, шулай уҡ Ғосман ғәскәре талсыҡҡанлыҡтан Сәлим I Иранға һөжүмде туҡтата һәм, Көнсығыш Анатолия менән Месопотамияны яулау менән сикләнеп, Әзербайжанды ҡалдыра. Сәлим вафат булғандан һуң (1519) Исмәғил Грузияны ала, ләкин ҡыҙылбаштарҙың Исмәғилдең еңелмәҫлегенә ышанысы Чалдырған яуында Сәфәүиҙәрҙең еңелеүе сәбәпле ҡаҡшай.
Исмәғилдән алып Бөйөк Ғәббәскәсә (1524—1587)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шаһ Тахмасп I (1524—1576) ваҡытында Ғосман төрөктәре 1534 йылда Ван күленә тиклем Көнсығыш Анатолияны һәм Бағдад, шиғиҙарҙың изге урындары Нәжәф, Кәрбәлә менән ҡуша Ираҡты баҫып ала. Ә 1549 һәм 1554 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Әзербайжанға һөжүм итә (баш ҡаланы Тәбриздән яҡлаулыраҡ Ҡазвинға күсерергә тура килә); көнсығыш сиктә шәйбаниҙар менән йонсотҡос яуҙар бара. 1555 йылда төрөктәр менән солох төҙөлә, уға ярашлы сәфәүиҙәр ғосмандарҙың яуланмаларын таный.
Тахмасптың балалары — Гейдар (1576), Исмәғил II (1576—1577), ярым һуҡыр Мөхәммәт I Хоҙабәндә (1577—1586) — ҡыҙылбаштар тарафынан үргә күтәрелә йәки бәреп төшөрөлә; тыштан илгә шәйбаниҙар һәм Әзербайжанды алған төрөктәр һөжүм итә. 1582 йылда Хөрәсән ҡыҙылбаштары Мөхәммәттең кинйә улы, Хөрәсән наместнигы талантлы Ғәббәсте шаһ тип иғлан итә һәм дүрт йылдан уны тәхеткә күтәрә.
Бөйөк Ғәббәс I дәүерендә Сәфәүиҙәрҙең сәскә атыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәфәүиҙәр дәүләтен иранлаштырыу[33] Бөйөк Ғәббәс I дәүеренә (1587—1629) тура килә, уның әсәһе Мәхти Улья фарсы була. Тәхеткә ултырғас, Бөйөк Ғәббәс I (1586—1628) ҡыҙылбаштарҙың үҙ-ара янъяллашыуына шарттарҙы бөтөрә: махсус «шаһ дружинаһы» («шаһсевән») ойошторола, уға ҡыҙылбаштарҙың бөтә ҡәбиләләренән дә кешеләр алына, унан тыш даими ғәскәр барлыҡҡа килә (утлы ҡорал һәм артиллерия менән). Ҡыҙылбаш аҡһөйәктәренән байтаҡ кеше аҫыла, мөлкәт-биәләмәләре тартып алына. Ғәббәс күсмә төрки аҡһөйәктәренә ҡарағанда фарсыларҙан торған бюрократияға өҫтөнлөк бирә. 1598 йылда баш ҡала Иран үҙәгенә — Исфаханға күсерелә. Ғәббәстең үҙәкләштереү сәйәсәте ҡайһы бер шәрҡиәтселәргә (В. Хинц, Х. Ремер), Сәфәүиҙәр Иранда фарсы милли дәүләте төҙөгән, тигән һығымта яһарға нигеҙ була (быны арттырыу тип иҫәпләүселәр ҙә бар)[33][34].
Шәйбаниҙар 1598 йылда Герат янында ҡыйратыла, уларҙың барымталарына сик ҡуйыр өсөн Әтрәктә, Мәрв ҡалаһында, ҡурдтарҙан һәм төрки каджарҙарҙан (ҡыҙылбаштарҙан) торған көслө сик буйы торамалары төҙөлә. Ғосмандарға ҡаршы бер һуғышта 1607 йылға Әзербайжан, Ширван һәм Грузия яулап алына, тағы бер һуғышта, 1623 йылда, Нәжәф һәм Кәрбәлә менән Бағдад алына. Төркиәгә ҡаршы союздаштар табырға тырышыу, португалдар һәм инглиздәр менән Хормус утрауы, Ормуз ҡултығындағы гавань, Гамрун өсөн бәхәстәр Фарсы иленең Көнбайыш Европа менән дипломатик бәйләнештәр булдырыуына килтерә. Ғәббәс үҙ дәүләтенең эсендә сауҙаны күтәрергә тырыша, юлдар, күперҙәр, каруанһарайҙар, баҙарҙар төҙөтә. Яңы баш ҡала Исфахан, Ҡазвин, изге Мәшһәд ҡалалары төҙөкләндерелә. Шаһ үҙе ҡәтғи мосолман булмаһа ла, дин мәсьәләләренә етди ҡарай һәм Исмәғил I башлаған шиғи иерархияһын ҡороуҙы тамамлай. Ғаиләһендә Ғәббәс тиран була, шикселлеге арҡаһында өлкән улын үлтертә, тағы икәүһен һуҡырайта, ә мираҫ алырға тейешле ейәнен әфиүн менән көсһөҙләндерә. Шулай итеп, тоҡомон зәғифлеккә этәрә.
Ғәббәстән һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәфи I (1628—1641) — Ғәббәс шаһтың ейәне, вәхши тиран була, дәүләтендәге иң яҡшы кешеләрҙе аҫтыра. Ул хакимлыҡ иткән йылдарҙа күп биләмәләр юғалтыла, бөйөк могол Йыһаншаһ Сәфәүи дәүләтенән — Ҡандағарҙы, ә төрөк солтаны Морат IV Бағдадты тартып ала (1638). Бағдад өсөн алыш Ғосман империяһы менән Сәфәүиҙәр дәүләте араһында һуңғы һуғыш була һәм Сәфәүиҙәрҙең Месопотамияны юғалтыуына килтерә. Бынан һуң шиғиҙарға 200 йыл буйы Кәрбәләгә йөрөү ҡатмарлаша, Мәккәгә барыу мөмкинлеге сикләнә.
Ғәббәс II (1641—1666) йыуаш, иманлы була; үҙе һәрәм һәм шарап менән генә мәшғүл булһа ла, һәйбәт вәзирҙәр тырышлығы менән дәүләт эштәре лә яҡшы бара. Кандагар ҡайтарыла. Сәфәүи дәүләте сәскә атыуын дауам итә[37].
Ғәббәс II дәүерендә Сәфәүиҙәрҙең Урыҫ дәүләте менән бәйләнештәре нығый. Европа сауҙагәрҙәре лә был яҡтарға йышлай[37].
Эске, кәйеф-сафала ғүмер үткәрергә яратҡан Сәфи II Сөләймән (1666—1694) осоронда ла бер аҙ тәртип һаҡлана әле.
Һуңғы сәфәүи Солтан Хөсәйен (1694—1722) дин әһелдәре йоғонтоһона эләгә. Был ғәскәргә лә, халыҡҡа ла оҡшамай, сөнки муллалар иерархик шиғисылыҡ менән килешмәгән суфыйҙарҙы эҙәрлекләй.
Афғандар баҫып алыуы һәм унан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөлгөнлөккә төшкән илде афғандар баҫып ала (афғандар 1722 йылда Исфаханды буйһондора һәм тәхеткә үҙҙәренең юлбашсыһы Мәхмүт ханды ултырта). Бының менән бер үк ваҡытта көнбайыштан төрөктәр, төньяҡтан урыҫтар һөжүм итә. Һуңғы сәфәүи шаһы Тахмасп II ҡолатыла һәм Надир шаһ тигән исем аҫтында билдәле булған үҙ полководецы Тахмасп-кули-хан тарафынан үлтерелә (кескәй улы Ғәббәс III менән бергә). XVIII быуат уртаһында Сәфәүиҙәр бер аҙға ғына яңынан хакимлығын ҡайтарғандай була. Ләкин Каджарҙар династияһын нигеҙләгән Аға-Мөхәммәт хан уларҙы тамырынан юҡҡа сығара.
Сәфәүиҙәр хакимлығы дәүерендә мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVI—XVII бб. архитектураны юғары сәнғәт кимәлендә төҙөлгән ҡомартҡылар кәүҙәләндерә. Сәфәүиҙәрҙең Әрдәбилдәге мәсете, Исфахандағы Харун Вилайәт төрбәһе һәм Мәсет-и Али мәсете ошо дәүергә ҡарай. Ғәббәс I батшалыҡ иткәндә баш ҡалаға әйләнгән Исфахан тулыһынса яңыртып төҙөлә[38].
Миниатюра сәнғәте үҫеше XVI—XVII б. беренсе яртыһына тап килә. Бәхзад Герат миниатюра мәктәбенең иң эре вәкиле булып тора. XVII быуатта барлыҡҡа килгән Исфахан һынлы сәнғәт мәктәбе рәссамы Мөхәммәт Заман Низами поэмаларын һәм Шаһнамәне биҙәй[39].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Roemer, H. R. (1986). "The Safavid Period". The Cambridge History of Iran, Vol. 6: The Timurid and Safavid Periods. Cambridge: Cambridge University Press, pp. 189–350. ISBN 0-521-20094-6, p. 331.
- ↑ Arnold J. Toynbee, A Study of History, V, pp. 514-15.
- ↑ 3,0 3,1 Encyclopædia Iranica: Turkic-Iranian Contacts I. Linguistic Contacts
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Vladimir Minorsky. «The Poetry of Shah Ismail», Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London, Vol. 10. No. 4, 1942, p. 1006a.
- ↑ Laurence Lockhart, Peter Jackson. The Cambridge History of Iran, Cambridge University Press, 1986, p. 950, ISBN 0-521-20094-6
- ↑ 6,0 6,1 Michel M. Mazzaoui, «Islamic Culture and literature in the early modern period» in Robert L. Canfield, Turko-Persia in historical perspective, Cambridge University Press, 1991. pg 87
- ↑ 7,0 7,1 Ronald W. Ferrier, «The Arts of Persia». Yale University Press. 1989. pg 199
- ↑ Richard Tapper.
- ↑ Encyclopaedia Britannica. Ṣafavid Dynasty.
- ↑ История Востока. — Восточная Литература, 2000.
- ↑ Пигулевская Н. В. История Ирана с древнейших времён до конца 18 в. — Л., 1958. — С. 255.
- ↑ F. Daftary, «Intellectual Traditions in Islam», I.B.Tauris, 2001. pg 147: «But the origins of the family of Shaykh Safi al-Din go back not to Hijaz but to Kurdistan, from where, seven generations before him, Firuz Shah Zarin-kulah had migrated to Adharbayjan»
- ↑ Savory. Ebn Bazzaz. // Encyclopædia Iranica
- ↑ B. Nikitine. Essai d’analyse du afvat al-Safā. Journal asiatique. Paris. 1957, pg. 386
- ↑ Walther Hinz. Irans aufstieg zum nationalstaat im fünfzehnten jahrhundert. Walter de Gruyter & co., 1936
- ↑ David Ayalon. Gunpowder and Firearms in the Mamluk Kingdom: A Challenge to a Mediaeval Society. Vallentine, Mitchell, 1956. pg. 109)
- ↑ Эдмунд Босуорт. «Мусульманские династии» (Перевод с английского и nримечания П. А. Грязневича), страница 226
- ↑ Zeki Velidi Togan, Sur l’origine des Safavides, в Mélanges Louis Massignon, Institut français de Damas, 1957, стр. 345—357
- ↑ Shah Isma’il I (1500-24), the founder of the Safavid dynasty of Azeri origin, made the Shi’a branch of Islam the official religion of the kingdom of Persia, thus setting the Azéris firmly apart from the ethnically and linguistically similar Ottoman Turks, who were Sunni Muslims.
- ↑ In the sixteenth century there came into being a great Persian empire.
- ↑ Encyclopædia Iranica: Safavid Dynasty
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Encyclopædia Iranica: Azerbaijan VII.
- ↑ Encyclopædia Iranica: Iran V. Peoples Of Iran.
- ↑ Roger Savory. Iran Under the Safavids. Cambridge University Press, 2007
- ↑ Encyclopaedia of Islam. SAFAWIDS. «There seems now to be a consensus among scholars that the Safawid family hailed from Persian Kurdistān, and later moved to Azerbaijan, finally settling in the 5th/11th century at Ardabīl»
- ↑ Roger M. Savory. «Safavids» in Peter Burke, Irfan Habib, Halil Inalci: «History of Humanity-Scientific and Cultural Development: From the Sixteenth to the Eighteenth Century», Taylor & Francis. 1999. Excerpt from pg 259: «Доказательства, имеющиеся в настоящее время, приводят к уверенности, что семья Сефевидов имеет местное иранское происхождение, а не тюркское, как это иногда утверждают. Скорее всего, семья возникла в Персидском Курдистане, а затем перебралась в Азербайджан, где приняла азербайджанский язык, и в конечном итоге поселилась в маленьком городе Ардебиль где-то в одиннадцатом веке (the present time, it is certain that the Safavid family was of indigenous Iranian stock, and not of Turkish ancestry as it is sometimes claimed. It is probable that the family originated in Persian Kurdistan, and later moved to Azerbaijan, where they adopted the Azari form of Turkish spoken there, and eventually settled in the small town of Ardabil sometimes during the eleventh century.)».
- ↑ И. 2010 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 28,0 28,1 Encyclopædia Iranica: Azerbaijan X. Azeri Literature
- ↑ 29,0 29,1 V. Minorsky.
- ↑ Z. V. Togan, "Sur l’Origine des Safavides, "in Melanges Louis Massignon, Damascus, 1957, III, pp. 345-57
- ↑ Иосафат Барбаро именует его Секайдаром.
- ↑ Laurence Lockhart, Peter Jackson.
- ↑ 33,0 33,1 33,2 Иран и Россия: И. 2008 йылдың 6 март көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Базиленко» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Базиленко» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ 34,0 34,1 Всемирная история, М., 1958, т.4, стр. 560
- ↑ Most of the Persians, with their own language, learn also the Turkish especially in those provinces which have been long under the jurisdiction of the Grand Seignor, as Shirvan, Adirbeitzan, Iraq, Baghdad, and Eruan, where children are taught the Turkish language and by this means it is so common at court that a man seldom hears anyone speak the Persian; as in the Grand Seignior’s country, they ordinarily speak the Sclavonian, and in the Mogul’s the Persian.
- ↑ Vladimir Minorsky, open citation, p. 1007a.
- ↑ 37,0 37,1 И. 2010 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Пигулевская» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Н. В. Пигулевская. История Ирана с древнейших времён до конца 18 в.. — Л., 1958. — С. 329.
- ↑ Иванов М. С. . — М.: МГУ, 1977. — С. 193.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Сәфәүиҙәр Викимилектә |
---|
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |