Зәйн әл-Ғәбидин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйн әл-Ғәбидин
ғәр. زين العابدين
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы  Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 4 ғинуар 659
Тыуған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[2]
Вафат булған көнө 20 октябрь 713 (54 йәш), 714 или 750[2]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Үлем сәбәбе яд[d]
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Хөсәйен ибн Али[2] һәм Шахр Бану[d]
Бер туғандары Фатима ас-Сугра[d], Рукайя бинт Хусейн[d], Сакина бинт Хусейн[d], Али аль-Асгар[d] һәм Али аль-Акбар[d]
Хәләл ефете Фатима бинт Хасан[d]
Балалары Мухаммад аль-Бакир[d][3], Зейд ибн Али[d] һәм Abdullah bin Ali bin Al Hussein[d]
Һөнәр төрө дин белгесе, шағир
Уҡыусылар Мухаммад аль-Бакир[d]
Кемдә уҡыған Хөсәйен ибн Али
Һуғыш/алыш Кербеле янында һуғыш[d]
 Зәйн әл-Ғәбидин Викимилектә

Али Ибн Әл-Хөсәйен Зәйн әл-Ғәбидин (ғәр. علي بن الحسين زين العابدين‎; 4 ғинуар 659, Мәҙинә[2]20 октябрь 713 (54 йәш), 714 или 750[2], Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге), шулай уҡ әс-Сәжәд (للسیجשَاد, «сәждә ҡылыусы») булараҡ билдәле) — шиғый имамы, Хөсәйен Ибн Алиҙың улы,Хәсән Ибн Алиҙың туғаны һәм Али ибн Әбү Талиптың ейәне.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исеме Али (Ғәли) булған. Уға әс-Сәжәд (сәждә ҡылыусы), шулай уҡ Зәйн әл-Ғәбидин (сәждә ҡылыусылар биҙәге) һәм әл-Зәки (саф) тигән маҡтаулы ҡушаматтар бирелгән[4].

Али (Ғәли) Ибн Хөсәйен 658 йылдың 6 ғинуарында Мәҙинәлә тыуған. Уның атаһы Хөсәйен Ибн Али Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне, ә әсәһе фарсы батшаһы, һуңғы сәсәни шаһ Йездигерд III ҡыҙы Шәһәрбаныу була.

Ислам риүәйәттәре һәм шиғый тарихсылары әйтеүенсә, ул Мәҙинәлә тыуған һәм йәш сағында атаһын Кәрбәлә сүллегенә оҙатып йөрөгән, әммә ауырыу сәбәпле Кәрбәлә янындағы алышта ҡатнашмаған һәм шуға күрә тере ҡалған. Атаһы һәм уның туғандары Кәрбәләлә ғазаплап үлтерелгәндән һуң, ул ҡулға алына һәм башта Күфәгә, ә һуңынан Дамаскыға күсерелә.

Уның имамлығы 34 йыл дауам итә.

Тәғлимәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәйн әл-Ғәбидиндең тәғлимәттәре башлыса доға рәүешендә була. Уның күренекле эше — доға рәүешендә яҙылған «Сәхифәи Сәжәдиә». Али ибн әл-Хөсәйен аҡһаҡалдар һәм Хижәз ғалимдары араһында юғары дәрәжә биләгән. Фәрзәдәғин тигән данлыҡлы поэмаһы — бының сағыу миҫалы.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәйн әл-Ғәбидин Мәҙинәлә хакимлыҡ иткән өмәүиҙәр хәлифәһе Әл-Үәлид II ибн Йәзид йәки уның ҡустыһы Хишам ҡушыуы буйынса ағыулап үлтерелгән, тиҙәр [5][6]. Уның вафаты һижри 94 йылда (беҙҙең эраның 712 йылы) йәки 95 йылда (713 йыл) тип күрһәтелгән, һәм ул Мәҙинәлә әл-Баҡы зыяратында үҙенең бабаһы Хәсән янында ерләнгән [7][8][9]. Шәрҡиәт ғалимы Маделунг Вилферд Һүҙҙәре буйынса, уның вафатынан һуң күптәр үҙҙәренең йәшәү сығанаҡтары Алиҙан килгәнен асыҡлай. Ул һәр төн һайын бер тоҡ аҙыҡ артмаҡлап, ярлыларҙың ишеген шаҡып, билдәһеҙ ҡалыр өсөн йөҙөн ҡаплап, яуап биреүсегә йомарт итеп өлөш таратҡан була[7].

Тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөслим Ибн Уҡбаның ошондай һүҙҙәрен еткерәләр: «Зәйн әл-Ғәбидиндең ҡиәфәте — Пәйғәмбәр кеүек»[10][11]. Ҡайһы бер авторҙар хәбәр итеүенсә, имам Сәжәдте күргән кешеләр, һоҡланып, унан күҙен ала алмаған[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

На русском
На английском

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]