Аятулла
Аятулла (перс. آیتالله; ғәр. آية الله; рус. Аятолла) — жәғәфәри хоҡуҡ мәктәбе (мәҙһәб) нигеҙендә ислам хоҡуғы (шәриғәт) мәсьәләләре буйынса үҙ аллы ҡарарҙар сығарырға хоҡуҡлы шиғый дин белгестәренең (мөжтәһидтәрҙең) абруйлы исеме[1]. Аятуллаларҙың күпселеге Иранда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аятолла термины Х быуатта әйләнешкә инә. XVII быуат аҙағында һәм тотош XVIII быуат дауамында аятуллалар шиғый дин белгестәре араһында мөһим роль уйнай. XIX быуат аҙағына шиғый дин белгестәренең артабанғы дифференциацияһы уларҙың береһен «өлгө алыу сығанағы» тип таныуға килтерә (мәржә әт-тәҡлид). XIX быуатта иң күренекле мәржәне аятолла тип атай башлайҙар[1]. XХ быуаттың 40-сы йылдарынан термин киң ҡулланылыш ала[3].
Бөйөк аятулла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүгеләрҙән булып Бөйөк аятулла (аятулла әл-ғүзмә) титулы иң һуңғы «имам наибтарының» (наместник) (наиб әл-имам) һәм «өлгө алыу сығанаҡтарының» береһе (мәржә әт-тәҡлид) Хөсәйен Буружерди аятуллаға бирелә.
Был титулды йөрөткәндәр араһында Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи (Тәһран)[2] һәм башҡа дин әһелдәре бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кушев В. В. Айат Аллах // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 16. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Аятолла // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Д. Андерхилл, С. Барретт, П. Бернелл, П. Бернем, и др. Аятолла // Политика. Толковый словарь / Общая редакция: д.э.н. Осадчая И.. — М.: ИНФРА-М, Весь мир, 2001.
- Āyatullāh / Calmard J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Mowlavi, Muhammad Ali; Negahban, Farzin. Āyat Allāh // Encyclopaedia Islamica / Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and Farhad Daftary. — Brill.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |