Эстәлеккә күсергә

Йәғфүриҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йәғфүриҙәр рус. Яфуритыисламда тарихи секта. Уларҙы шиғыйҙарға индерәләр һәм ҡайһы берҙә мөғәммәриҙәр тип тә атайҙар. Реинкарнацияға һәм Мөғәммәр әл-Күфи тигән кешенең илаһилығына ышанғандар.

Ошоларға ышанғандар:

  • Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң имамдар (хронологик тәртиптә) : Али ибн Әбү Талип, Хәсән ибн Али, Хөсәйен ибн Али, Зәйн әл-Ғәбидин, Мөхәммәт әл-Бәкир булған, уларҙан һуң киләһе имамдарҙың исемдәрен белмәйҙәр.
  • Донъяла һәр ваҡыт имам бар. Уларҙың береһен генә лә инҡар иткән һәм кире ҡаҡҡан кешеләрҙе - иманһыҙҙар, бөтәһенең исемдәрен таныған һәм белгәндәр — иманлы, исемдәрен белмәгәндәр — береһе лә түгел тип иҫәпләйҙәр.
  • Мөғәммәр әл-Күфи илаһ булған. Улар иртән һәм кис уға табынған, ә уның үлеменән һуң уның тураһында һөйләгәндәре христиандар Ғайса тураһында һөйләгәндәргә оҡшаған.
  • Метемпсихозға (Реинкарнация) ышанғандар. Донъя мәңгелек, ә ожмах һәм тамуҡ кеше был донъяла үҙенә кәрәк тип һанаған нәмәләрҙән тора (йәки киреһенсә), тип ышанғандар.
  • Шарап, күңел асыу, адюльтер һәм исламда тыйылған башҡа нәмәләр рөхсәт ителә. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең уларҙы тыйыуы мосолмандарҙың күберәк изге эштәр башҡарыуы һәм насар реинкарнацияларҙан (һөйрәлеүселәргә, бөжәктәргә һ. б. әйләнеүҙән) һаҡланыуы тураһында хәстәрлек күреүе менән аңлата.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.