Әһеле Бәйт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әһеле Бәйт
 Әһеле Бәйт Викимилектә
Тропик музей коллекцияһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шәжәрә ағасы 674-887

Әһеле Бәйт (ғәр. أهل البيت‎ — йорт кешеләре; рус. Ахль аль-Байт) — ислам традицияһында ҡабул ителгән Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғаиләһен (йортон) билдәләү. Исламға тиклемге Ғәрәбстанда хакимлыҡ иткән ғаилә ағзаларын да шулай атағандар.

Билдәләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөнниҙәр «Әһеле Бәйт» (йорт кешеләре) тигән төшөнсәгә киң мәғәнә һалып, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәргә яҡын торған кешеләрҙе лә индерә. Ҡайһы бер авторҙар бында алисылар (Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптың һәм Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманың вариҫтарын) һәм ғәббәсиҙәрҙе Пәйғәмбәрҙең бабаһы (Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлиптың вариҫтары) индерә. Икенселәр һашимиҙарҙы ла «Әһеле Бәйт» тип һанай. «Әл-Әхзәб» сүрәһенең 33 аятына ярашлы, Пәйғәмбәрҙең бөтә ҡатындары ла Әһеле Бәйт ағзалары иҫәбендә була[1]

Бәхәстәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пәйғәмбәр Фатиманы һәм Али ибн Әбү Талипты, уларҙың балалары Хәсән һәм Хөсәйенде Әһеле Бәйт ағзалары тип атаған бер нисә хәҙис бар. Шуның менән бәйле шиғыйҙарҙың күпселеге Али һәм уның вариҫтарын власҡа берҙән-бер дәғүәсе тип иҫәпләгән. Алиҙың һәм уның тоҡомдарының имаматҡа айырым хоҡуҡтары тураһында мәсьәлә бөгөнгәсә схоластик бәхәстәрҙең дауам итеүсе предметына әйләнде. Мосолмандарҙың күпселеге, рухани власть нәҫел буйынса күсә алмай һәм хәлифә власҡа Хаҡ хәлифәләр идара иткән осорҙағы кеүек килергә тейеш, тип иҫәпләй[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Ахль аль-Бейт // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).