Эстәлеккә күсергә

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатима
ғәр. فَاطِمَةُ الزَّهْرَاء
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 27 июль 604[2]
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 14 декабрь 632 (28 йәш)
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Сәғүд Ғәрәбстаны
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Атаһы Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[3][4]
Әсәһе Хәҙисә бинт Хүвәйлид[3][4]
Бер туғандары Өммөгөлсөм бинт Мөхәммәт, Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Зәйнәб бинт Мөхәммәт[d], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Ҡасим ибн Мөхәммәт[d] һәм Ғабдулла ибн Мөхәммәт[d]
Хәләл ефете Али[5][3][6]
Балалары Үмм Күлсүм бинт Ғәли[3], Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре[3][7], Мухсин ибн Али[d][3], Хәсән ибн Али[3][8] һәм Хөсәйен ибн Али[9][3]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө шағир
 Фатима Викимилектә

Фа́тима бинт Мөхәммәт (ғәр. فاطمة بنت محمد‎) (Мәккә, 605(0605) — Мәҙинә, 633) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәҙисәнән донъяға килгән кесе ҡыҙы. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән ҡалып вафат булған берҙән-бер балаһы.

Фатиманы мосолмандар тәҡүәлек һәм сабырлыҡ, юғары әхлаҡ өлгөһө итеп ололоҡлай.

  • Фа́тима (ғәр. فطم‎) — Хаслыҡтан һәм тамуҡ утынан ҡурсыулы
  • Әз-Зәһрә (ғәр. الزهرة‎) — Яҡтыртыусы
  • Ситди́ҡа (ғәр. صديقة‎) — Тоғро һүҙле
  • Кубра (ғәр. كبرى‎) — Ололоҡло
  • Мөбәрәкә(ғәр. مباركة ‎) — Бәрәкәтле
  • Та́һира (ғәр. طاهرة‎) — Саф
  • Зәкиә (ғәр. زكية ‎) — Ғиффәтле, саф
  • Раҙия (Разия) (ғәр. راضية‎) — Алланың биргәненә риза
  • Мәрҙиә (Мәрзиә) (ғәр. مرضية ‎) — Маҡтаулы

Атаһы менән мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фатима менән атаһы бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Мөхәммәт Пәйғәмбәр яуҙарҙан ҡайтыу менән беренсе итеп сәләмде Фатимаға биргән, ә киткәндә иң һуңында уның менән хушлашҡан[10].

Фатиманан башҡа ҡиәфәте, етдилеге, ҡыланышы менән Пәйғәмбәргә шул тиклем дә оҡшаған башҡа бер кемде лә белмәйем. Фатима килеп инеүгә Аллаһ Рәсүле уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны. Рәсүлуллаһ өйгә килеп ингәндә Фатима уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны.

— Сәхих Тирмизи, т.2, б.319

Фатима Мөхәммәт Пәйғәмбәргә рисаләт ингәндең бишенсе (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — беренсе) йылында Мәккәлә донъяға килгән. Был саҡта ҡөрәйештәр мосолмандарҙы бик ҡыйырһыта башлаған булғандар. Хәҙисәне (р.ғ.) тулғаҡ тота башлағас, хеҙмәтселәре уға ярҙам итмәй, сығып китәләр. Уға сабыйын яңғыҙына ҡабул итергә тура килә.

Ултыраҡ ғәрәптәр үҙҙәрендә таралған төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсыр өсөн сабыйҙарын тәүге йылдары тәрбиәләргә һәм ғәрәпсә дөрөҫ һөйләшергә өйрәтер өсөн күсмәндәргә бирә торған булғандар. Фатиманы иһә Хәҙисә үҙе генә тәрбиәләгән.

Ҡөрәйештәр мосолмандар менән иҡтисади бәйләнештәрҙе өҙәләр, аҙыҡ-түлеккә, сауҙаға юлды ябалар. Мосолмандар 3 йыл аслы-туҡлы йәшәй.

Рисәләттәең 10-сы йылында Фатиманың әсәһе менән мосолмандарҙы ҡурсып торған Әбү Талип олатаһы вафат була. Бынан һуң мөьминдәрҙең хәле тамам насарая, Фатима атаһын эҙәрлекләүҙәрҙең һәм кәмһетеүҙәрҙең шаһиты була.

Фатима балиғ булғас, күренекле, бай кешеләр һората. Сәхәбәләр араһынан Әбү Бәкр һәм Ғүмәр ҙә бындай ниәттәре барлығын белдерә. Әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙының ризалығын алып, уны ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талипҡа бирә. Был 622 йәки 623 йылда була.

Фатима өсөн кейәү егет 480 (ҡайһы саҡ 500 тип яҙалар) динар мәһәр түләй[11]. Никахлашыу, Исламда талап ителгәнсә, бик ябай ғына шарттарҙа үтә.

Улар 10 йыл йәшәгәс, Фатима баҡый донъяға күсә. Исламда күп ҡатынлылыҡ рөхсәт ителһә лә Али Фатима менән йәшәгәндә икенсе ҡатын алмай.

Фатиманы ерләү. Фалнамәнән миниатюра. Тәбриз, 1550—1560 йй. Метрополитен музейы, Нью-Йорк.

Бик күп хәҙистәр Пәйғәмбәр ҡыҙын бик егәрле һәм тырыш тип һүрәтләй:

…Фатима бойҙайҙы үҙе онтап, үҙе он яһай, ауыр эштән ҡулдары һөйәлләнеп бөткән була. Күн турһыҡ менән алыҫтан һыу ташый — яурындары сейләнеп бөтә.Өйөндәге бөтөн эште үҙе эшләй, усаҡ ҡабыҙа- ҡабыҙа күлдәктәре туҙанға, ҡоромға буялып бөтә

— Сәхих Әбү Дауд, т. 33, «Йоҡо алдынан тәсбихтәр» бүлеге

Әммә Фатима бик күп ваҡытын ғибәҙәттәргә, намаҙға бағышлай, төндәрен дә намаҙ уҡый.

Фатиманың балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фатима, атаһы әйтеп ҡалдырғанса, унан бер нисә ай ғына ҡалып вафат булып ҡала[12], Һижрәнең 11 йылы була. Ерләүгә уны ире Али ибн Әбү Талип әҙерләй. Сәйәси сәбәптәр арҡаһында Али ибн Әбү Талип кешегә белдермәй ерләй, ҡәбере әлегәсә билдәле түгел.

Шиғыйҙар Фатиманың үлемен шәһит үлеме тип һанай һәм уның иҫтәлегенә Йомадиәл-әүүәл айында 20 көнлөк мәтам үткәрә.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатиманың рухы күренеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Португалияла Фотима тигән урын бар. Пиреней ярым утрауын ғәрәптәр яулап алып күсеп килгәс, 9-10 быуатта бер ҡыҙ рухы күренә, был рух Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатима тип һанайҙар һәм ҡалаға ла атаманы ошо айҡанлы бирәләр.

Рәсүл ҡыҙы Фатиманың тормош юлы һәм рухиәттә ҡалдырған эҙе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешелектең иң күркәм ғаиләһендә, ҡояштай нурлы атай-әсәйҙән донъяға килгән Фатима исеме халҡыбыҙҙа бик ҙурлана, ихтирам ителә. Ауыҙ — тел ижадында, им-томда Рәсүлебеҙҙең хәләл ефете Ғәйшәнең һәм ҡыҙы Фатиманың исемдәре ҡушып ҡулланыла һәм шифалы көскә эйә тип һанала. «Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы», — тип баланы мунса индергәндә миндек менән сабыу, ауырыу ҡатын-ҡыҙҙы имләгәндә уларға һылтаныу йыш күҙәтелә.

Мәккә… Боронғо был ҡалала көслө, дәрәжәле ҡәбилә — ҡөрәйештәр хакимиәттә иң юғары урындарҙы биләй, улар маһир сауҙагәрҙәр, төрлө һөнәр әһелдәре, бик эшлеклеләр, һүҙҙәре үтә. Бик борон заманда әле, Ибраһим Пәйғәмбәр менән уның улы Исмәғил үк төҙөгән ғибәҙәтхана — Ҡәғбәтулланы тәрбиәләп тотоусылар, хаж ғәмәле үтәргә ярҙам итеүселәр ҙә — ошо заттан. Ҡөрәйештәрҙең иң күренекле, бай ҡатыны Хәҙисә Инәбеҙ дүрт балаһы менән икенсегә тол ҡалғас, үҙ ҡәбиләһенән ғәҙел, тоғро һүҙле булғаны өсөн Әхмәт ҡушаматы алған, эшмәкәр һәм саф күңелле, сибәрҙәрҙән-сибәр егет Мөхәммәткә, үҙе тәҡдим яһап, тормошҡа сыға. Был никахынан Хәҙисә Инәбеҙ, билдәле булыуынса, 6 сабыйға ғүмер бирә. Улдары Ҡасим менән Ғабдулла сабый саҡтарында уҡ донъя ҡуя. Ҡыҙҙары — Зәйнәб, Руҡайя, Өммөгөлсөм, Фатима.

Фатима — Пәйғәмбәребеҙҙең иң кесе ҡыҙы булһа ла, Ислам тарихында тәрән эҙ ҡалдырған һәм халҡыбыҙ бик яратып, ихтирам иткән, оло әһәмиәткә эйә шәхес булараҡ, башта уның тураһында хикәйәләү дөрөҫ булыр, моғайын. Ул яҡынса атаһына рисәләт бирелгәндең 5 йылында донъяға килә, йәғни әсәһе мәңгелек донъяға күскәндә 5 йәшлек кенә булып ҡала. Өммөгөлсөм дә бик бәләкәй була әле.

Фатиманың сабый сағы мөбәрәк атаһының үҙенә бирелгән бөйөк миссияһын үтәүҙән баш тартмаған өсөн ғаиләһе, яҡындары бик ҡыйырһытылған ваҡытҡа тура килә. Мәккәләр улар менән алыш-биреште туҡтата, Пәйғәмбәребеҙҙе туҡтауһыҙ эҙәрлекләйҙәр, мыҫҡыл итәләр, ҡыйырһыталар, хатта үлтерергә лә маташалар. Ҡыҙ балаҡай ошо вәхшилектең шаһиты булып үҫә. Бер мәл атаһы Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡыған ваҡытта сәждәгә киткәнендә мөшриктәр уның өҫтөнә бысраҡ мал эсәктәре ырғыталар. Ҡөрәйшиттәр йығылып ятып көлә, Пәйғәмбәребеҙ иһә шул хәлендә уҡыныуын дауам итә һәм, ҡыҙы Фатима килеп арҡаһын таҙартмайынса тороп, ҡалҡынмай.

Фатима атаһы менән әсәһе араһында оло мөхәббәтте күреп үҫә. Ошо ауыр мәлдә Хәҙисә Инәбеҙ бөгөлөп төшмәй, бар байлығын иренең изге эшенә бағышлай, аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә, һуҡранмай ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй. Иң беренсе булып Пәйғәмбәребеҙгә иман килтереүсе лә, Изге Китапҡа ярашлы йәшәй башлаусы ла ул була бит. Саф мосолман тәрбиәһе алып үҫә Фатима һәм гүзәл сифаттары өсөн һуңғараҡ Ситдиҡа (тура һүҙле, ғәҙел), Мөбәрәкә (бәхетле, ырыҫлы, ҡәҙерле), Таһира (таҙа, пак, ғәйепһеҙ), Зәкиә (саф, зирәк), Разия (һөйөклө, көтөп алынған, ҡәнәғәт), Мәрзиә (һөйкөмлө, һәйбәт), Мөхәдисә (ғилемле), Зәһрә (нурлы) тигән ҡушаматтарға лайыҡ була ла инде. Бөтә был сифаттар һабағын, әлбиттә, уға ата-әсәһе бирә.

Әсәһенән бик иртә ҡалһа ла зирәк ҡыҙ уның тәрбиәһен һис онотмай, үгәй әсәһе лә матур үрнәктәр күрһәтә. Балиғ булыу менән ҡыҙҙы Пәйғәмбәребеҙҙе тәрбиәләп буй еткергән, рисәләт иңгәндән һуң ҡурсылап торған Әбү Талибтың улы Ғәлигә (хәҙрәте Али) кейәүгә бирәләр. Хәҙрәте Ғәли 10 йәшлек сағында уҡ Ислам ҡабул итеп, бар ғүмерен динебеҙҙе ҡеүәтләндереүгә бағышлаған олуғ шәхес. Был юлда ул үҙ-үҙен аямай, Рәсүлебеҙгә тоғро ярҙамсы, арҡалаш була.

Тарихи Бөҙер һуғышында хәҙрәти Ғәли үҙен әҙерлекле, айбарлы, ҡөҙрәтле яугир булып таныла ла инде. Яуҙан ҡайтҡас, Рәсүлуллаһ уға хәнйәр, ҡалҡан һәм дөйә бүләк итә. Батыр егет кешелектең иң күрмәлекле ҡыҙы — Фатимаға өйләнеү бәхетенә эйә була. Йәш ғаилә Пәйғәмбәребеҙ кеүек үк ябай ғына шарттарҙа йәшәй. Фатима башҡа мөслимәләр һымаҡ алыҫтан һыу ташый, таш менән төйөп хөрмә тошонан он етештерә, өй эштәре тулыһынса уның өҫтөндә. Ә бит был ваҡытта ул үҫмер генә була. Атаһынан бер саҡ хеҙмәтсе һорағас, ғәҙеллек һынланышы булған олуғ шәхес ҡыҙы менән кейәүенә:

— Һәр көн йоҡларға ятҡанда 34 тапҡыр «Аллаһу әкбәр», 33-әр тапҡыр «Сүбхәналлаһу» һәм «Әлхәмдүлиллаһи» тип уҡынығыҙ, шул һеҙгә иң яҡшы хеҙмәтсе булыр, — тип яуап бирә.

Йәнә бик фәһемле хәҙис бар: Пәйғәмбәребеҙ ҡыҙының өйөнә килеп еткән еренән ишектә бик бай сигеүле шаршау күреп, инеп тә тормай ҡайтып киткән. Кейәүе аша әйтеп, ул шаршауҙы фәҡир бер ғаиләгә бирҙерткән.

Бер мәл күренекле, дәрәжәле нәҫелдән ниндәйҙер ҡатын урлашып тотола. Ә бының өсөн яза бер — ҡулын өҙә сабыу. Пәйғәмбәребеҙҙән, уның шундай заттан икәнен әйтеп, язаһын еңеләйтеүҙе һорағастар:

— Әгәр быны ҡыҙым Фатима эшләһә лә, уның ҡулын саптыртыр инем, — тип яуап биргән.

Тыйыуҙарҙы Рәсүлебеҙ тәү сиратта үҙ ғаиләһе үрнәгендә индергән һәм Фатима раҙыйаллаһу ғәнһә менән бәйлеләре хәҙистәрҙә байтаҡ урын алған.

Намаҙҙарға бәйле бер хәҙисте лә иҫкә төшөрөп үтеү урынлы булыр. Мәғлүм булыуынса, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм фарыз (мотлаҡ) ғибәҙәттәрҙән тыш нәфел (өҫтәмә) намаҙҙарҙы ла күп уҡыған. Нәфел намаҙҙар мосолмандың үҙ иркенә ҡуйыла. Мәгәр Рәсүлебеҙ үҙ яҡындарының был ғәмәлдәрҙе фарызға яҡын күреп үтәүҙәрен яҡшыһынған. Кейәүе хәҙрәте Ғәли һөйләп ҡалдырған ваҡиға ошоға асыҡ дәлил:

— Ҡайным бер мәл төндә ҡыҙы Фатима менән минең яныма килгәйне. «Намаҙ уҡымайһығыҙмы ни?» — тип һораны. «Йәнебеҙ бит Аллаһ ҡулында, әгәр ул уятырға теләһә, уятыр», — тип яуаплаған булдым. Бер ауыҙ һүҙ әйтмәй, ул боролоп сыҡты ла китте. Уның бот сабып, үҙ алдына: «Барса мәхлүкәттәр араһынан аҙәм балаһы иң күп бәхәсләшеүсе, низағлашыусы булды», — тип һөйләнә-һөйләнә ҡайтып киткәнен генә ишетеп ҡалдым. (Пәйғәмбәребеҙ төнгө өҫтәмә намаҙ — тәһәджүт тураһында һораған, ҡайтҡанда «Мәмерйә» сүрәһенең 54-се аятын әйткән).

Пәйғәмбәребеҙ туғандарына, ғаилә ағзаларына исемләп өндәшеп, уларҙы Аллаһ язаһынан ҡотҡара алмаясағын, һәр кем ҡотолоуҙы үҙе һатып алырға тейешлеген әйтеүе мәғлүм. Ул мөрәжәғәт итеүселәр араһында ҡыҙы Фатима ла була. Балаларына ҡарата үтә талапсан булыуы — Рәсүлебеҙҙең оло мөхәббәтенән, уларҙы тамуҡ утынан ҡурсырға теләүенән килә бит.

Йәнә бер хәҙис хәҙрәте Ғәли менән Фатиманың һуғыш ваҡытында яраланған Пәйғәмбәребеҙҙе нисек дауалағанын бәйән итә. Кейәүе ҡалҡанында һыу килтерә, ҡыҙы шуның менән яраны йыуа, шунан циновканы яндырып, көлөн йәрәхәткә бәйләйҙәр.

Әлбиттә, хәҙрәте Ғәли ҙә, Фатима ла — ябай әҙәми заттар, һәм улар ғаиләһендә лә һауыт-һаба шылтырамай тормай. Тик быға үтә торған тымау һымаҡ итеп кенә ҡарай белеү, ҙурға ебәрмәү зарур. Хәҙрәте Ғәлигә Әбү Түрәб ҡушаматы тағылыу ошондай ваҡиға менән бәйле. Рәсүлебеҙ кейәүен эҙләп, Фатималарға килһә, ҡыҙы иренең нимәгәлер үпкәләп көндөҙ йоҡларға ҡайтмауын әйтә. Ҡайныһы эҙләп тапҡанда кейәүе мәсет иҙәнендәге туҙанға батып йоҡлап ята. Рәсүл Әкрәм шул саҡ шаяртып, кейемендәге туҙанын ҡаға-ҡаға:

— Тор, Туҙан атаһы, тор, Туҙан атаһы, — тип уята.

Хәҙрәти Ғәли ҡайныһы биргән шаян ҡушаматын бик ярата, үҙен шул исем менән атай торған була. Һөйөп кенә әйтә бит Пәйғәмбәребеҙ кейәүенә, ниңә телләштегеҙ тип нотоҡ уҡымай, ғөмүмән, ҡыҙҙарының ғаиләһендәге дингә хилафлыҡ килтермәгән мәсьәләләргә һис ҡыҫылмай.

Әйткәндәй, Рәсүлебеҙ яһилият осоронда уҡ кейәүгә биргән ҡыҙының иренә лә никахҡа ингәнсе үк башҡа ҡатындарға өйләнмәҫкә тигән шарт ҡуйған була. Кейәүе һүҙендә тора. Тимәк, динебеҙҙә ирҙең нисә ҡатын алыуы мәсьәләһе алдан уҡ килешеп ҡуйылыуы мөмкин. Ислам донъяһында ҡатындар был хоҡуҡ менән ярайһы киң файҙаланалар.

Хәҙрәте Ғәли менән Фатима никахынан Хәсән, Хөсәйен, Мөхсин, Зәйнәб һәм Өммөгөлсөм исемле балалар донъяға килә. Пәйғәмбәребеҙ бигерәк тә Хәсән менән Хөсәйенде ярата, Ислам донъяһында тарихи шәхестәр буласаҡтарын, һәләкәттәрен алдан белә. Хәләл ефеттәренең береһе Өммө Сәләмә, мәғлүм булыуынса, Ябраил фәрештә килтергән Хөсәйен раҙыйаллаһу ғәнһү йән бирәсәк тупраҡты үҙ вафатынаса һаҡлай.

Шиғыйҙар (шииты) Хәсән менән Хөсәйенде бөйөк имамдар иҫәбенә индерә, «шахсей-вахсей» тип үҙ-үҙҙәрен тимер сылбырҙар менән туҡмап, йыл да уларҙы иҫләү йолаһы үткәрә. Хәҙрәте Хөсәйендең ҡәберенә барып табыныу йолаһы, Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәне үҙәккә ҡуйып ололау ҙа бар уларҙың бер тармағында. Иснәәшьәрит тип аталғандары иһә Пәйғәмбәребеҙҙе, уның ҡыҙы Фатиманы һәм 12 имамды «мәғзүмдәр» (гонаһһыҙҙар) иҫәбенә индерә.

Пәйғәмбәребеҙҙең ошо ҡыҙынан таралған тоҡомдары үҙҙәрен «фатимидтар» тип атап, хатта айырым дәүләт тә төҙөй. Был дәүләт 909 йылдан 1171 йылға тиклем йәшәй, ҡеүәтләнеп киткәс, юғары ҡатламдың үҙ-ара һыйыша алмай башлауы арҡаһында тарҡала, юҡҡа сыға.

… Хәл өҫтөндә ятҡан атаһы ҡайғынан бөтөрөнгән ҡыҙының ҡолағына нимәлер әйтә. Фатима һығылып илай башлай. Атаһы йәнә ниҙер бышылдай. Был юлы ҡыҙы көлөп ебәрә. Баҡһаң, тәүҙә Пәйғәмбәребеҙ тиҙҙән гүр эйәһе буласағын хәбәр иткән икән. Шунан инде уны йыуатып: «Ә һин ғаиләмдән беренсе булып минең яныма киләсәгеңә һәм йәннәткә тәүге булып инәсәгеңә һөйөнмәйһеңме ни? Һәммә мөслимәләр һинең ҡурсыуың аҫтында буласаҡ», — тигән.

Фатима раҙыйаллаһу ғәнһә атаһының вафатынан һуң Фәҙәк һәм Хәйбәр тип аталған хөрмәлектәрҙе мираҫлыҡҡа һорай. Әммә хәлиф булып ҡалған хәҙрәте Әбү Бәкер, хәҙискә таянып, кире яуап ҡайтара, сөнки Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ Рәсүлдәре үҙе артынан матди мираҫ ҡалдырмай һәм уларҙың бар мал-мөлкәте хәйер-саҙаҡа итеп таратыла, тип әйткән була.

Пәйғәмбәребеҙҙең күрәҙәләүе раҫҡа сыға — ярты йыл тигәндә егермегә лә етмәгән ҡыҙы Фатима ғаиләнән тәүге булып мәңгелеккә күсә, ә яҡты иҫтәлеге заман ахырынаса әһле мосолман донъяһын балҡытып йәшәргә ерҙә ҡала.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118532030 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Brève biographie de Fatima
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Али-заде А. Фатима бинт Мухаммад (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  4. 4,0 4,1 Али-заде А. Хадиджа бинт Хувайлид (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  5. Mecca, Hijjaz region, Pre-Islamic Arabia
  6. Али-заде А. Али ибн Абу Талиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 68.
  7. Али-заде А. Зайнаб бинт Али (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  8. Али-заде А. Хасан ибн Али (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  9. Али-заде А. Хусайн ибн Али (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  10. Сахих Абу Дауд, т.26
  11. «Булюг Аль-Марам» Ибн Хаджар Аль-'Аскаляни, книга 8, глава 3, № 1029
  12. Сахих аль-Бухари, Книга военных походов, гл.47, № 1621
  • Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан:2004 йыл