Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәттең мөлкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Истанбул - Tопҡапы - Мөхәммәт Пәйғмбәрҙең әйберҙәре һаҡланған бүлмә 27-5-2006

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең мөлкәте — ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы һәм кейем-һалым, шул иҫәптән уникаль исемдәр менән билдәле предметтар төркөмөнән тора. Был әйберҙәрҙең бөтәһе лә Мөхәммәтеке с.ғ.с. булыуында шиктәр бар, сөнки уларҙың күптәре һуғыштар һәм бәлә-ҡазалар ваҡытында юғалған.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең туғыҙ ҡылысы булған: 2-һе мираҫ итеп алынған, 3-өһө табыш сифатында, ә ҡайһы берҙәре бүләк итеп бирелгән. Мөхәммәттең туғыҙ ҡылысының һигеҙе Төркиәнең Топҡапы һарайында урынлашҡан. 9-сыһы Ҡаһирәлә, Мысырҙа һаҡлана.

Әммә хәҙистәрҙә тик «Ҙүл-фәҡәр» тигәне генә ысынбарлыҡ тип раҫланған.

Мөхәммәттең Әл-Кәфур (ғәр. الكافور‎) тигән һаҙағы билдәле. Уның ҡайышы дупланған күндән эшләнгән була. Был ҡалъяндың шулай уҡ өс көмөш түңәрәк ҡулсаһы, айылы, ситтәре көмөштән эшләнгән була.

Мөхәммәттең исемле 6 йәйәһе була.

  • Әз-Зәүра (ғәр. الزوراء‎)
  • Әр-Рауha (ғәр. الروحاء‎)
  • Әс-Сафра (ғәр. الصفراء‎)
  • Әл-Байдағ (ғәр. البيضاء‎)
  • Әл-Kәтәм (ғәр. الكتوم‎): Был йәйә Өхүд һуғышы ваҡытында һынған һәм артабан уны Qatadah bin an-Nu’man үҙенә алған
  • Әс-Сәддәт(ғәр. السداد ‎)

Мөхәммәт исемле биш һөңгөгә хужа була.

  • Әл-Мәҫәүи (ғәр. المثوي‎)
  • Әл-Мүҫәннә (ғәр. المثنى‎)
  • Ән-Нәғбәһ (ғәр. النعبة‎):бәләкәй һөңгө
  • Әл-Байдағ (ғәр. البيضاء‎)ҙур һөңгө
  • Әлғәнзәт (ғәр. العنزة‎): Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең байрамдарға барғанда тота торған ҡыҫҡа һөңгөһө. Намаҙ уҡығанда сүтрә итеп алдына һалған. Ваҡыты менән Мөхәмәт әлғәнзәтте тотоп йөрөгән.

Мөхәммәттең ете һайманы була[1]

  • Ҙәт әл-Фудул (ғәр. ذات الفضول‎), был һайманын Мөхәммәт Пәйғәмбәр йәһүд кешеһе Әбү әш-Шәһмигә 30 сағ арпаға (ғаиләһенә ашатырға) залог итеп биргән булған. Бер йыл бурысын түләй. Был һайман тимерҙән яһалған була.
  • Ҙәт әл-Үишәһ (ғәр. ذات الوشاح‎)
  • Ҙәт әл-Һәүәши (ғәр. ذات الحواشي‎)
  • Әс-Сәғдийәһ (ғәр. السعدية‎)
  • Фыддаһ (ғәр. فضة‎)
  • Әл-Бәтраһ (ғәр. البتراء‎)
  • Әл-Хәрнәҡ (ғәр. الخرنق‎)

Мөхәммәттең бер нисә торҡаһы була.

  • Әл-Мүшәһ (ғәр. الموشح‎): баҡыр ялатылған тимерҙән булған.
  • Әс-Сәбүғ (ғәр. السبوغ‎) йәки Ҙү әс-Сәбүғ (ғәр. ذو السبوغ‎)

Мөхәммәттең ҡалҡаны бер нисә була.

  • Әз-Зәлүҡ (ғәр. الْزَلُوق‎)
  • Әл-Фитәҡ (ғәр. الفتق‎) Мөхәммәткә с.ғ.с. бүләк итеп бирелгән. Уға статуя һыны төшөрөлгән булған, тиҙәр. Мөхәммәт статуяны гел ҡулы менән ҡаплай торған булған, Аллаһ бойорғанса, һүрәт юғала барған һәм юҡҡа сыҡҡан.

Кейем һәм аксессуарҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәттең өс оҙон күлдәге (ғәрәпсә — жүббә) була, уларҙы ул һуғыш ваҡытында кейә. Хәҙистәрҙең береһендә, ул һуғыш ваҡытында ебәк кейергә рөхсәт иткән, тип әйтелә. Әйберҙәренең тасуирламаһы:

  • Әл-Ғүҡәб (ғәр. العقاب‎): ҡара байраҡ йәки әләм. Әбү Дауыттың «Сүнән»ендә бер хәҙис килтерелә: «Мин Пәйғәмбәрҙең байрағын күрҙем, ул һары ине»"[2]
  • Ҡара әләмдәр, улар ҡайһы саҡ аҡ төҫтәгеләр менән ҡушылған.
  • Әл-Кән тигән сатыр (ғәр. الكن‎), шулай уҡ Мөхәммәт йөрөргә сыҡҡанда йәки һыбай йөрөгәндә алып сыға торған бер терһәк оҙонлоғо таяҡ.
  • Әл-Әржүн тигән күҫәк.
  • Әл-Мәмшүҡ тигән таяҡ.
  1. 'Alawi Muhammad. Muhammad The Best of Creation.
  2. 'Zad al-Ma'ad'; 1/50
  • al-Mikhdham (inc. image) — source: Center for Middle East and Islamic Studies, Department of History, United States Naval Academy
  • List of Prophet’s Swords