Мәүлит байрамы
Мәүлидин-Нәби (ғәр. مَوْلِدُ آلنَبِيِّ) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итеү Рабиғел әүүәл айының 11 көнөндә билдәләнә. Байрам бер ай дауам итә. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә бөйөк байрам булараҡ үткәрелә.
Байрамдың дауамы — 12 рабиғел-әүүәл Мөхәммәт Пәйғәмбәр вафат булған көн.
Байрам тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө бөтөн донъя мосолмандарының иң ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мостафа Салләллаһу ғәләйһиссәләм донъяға килгән. Шул көндән башлап Ислам нуры йәйелгән.
«Мәүлет» — ғәрәп һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм донъяға килгән көн Мәүлит исеме менән аталып мосолмандарҙың байрамына әйләнә. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөрьән индерә, пәйғәмбәрлек бирә, ер йөҙөнә Ислам дине тарала. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә бәндәләрҙе Ислам диненә өндәргә бойора. Шуға күрә уның тыуған көнө ҙур байрам була.
Мосолманлыҡты үҙ иткәндәр Рәсүлебеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ҙур аш мәжлестәре әҙерләп, күп халыҡты ҡунаҡ итеп, хәйер-саҙаҡалар биреп, ул күрһәткән юлды өйрәнә. Пәйғәмбәребеҙҙе маҡтап, ҙурлап шиғырҙар, мөнәжәттәр уҡыйҙар. Салауаттар әйтәләр.
Мосолман инаныуы буйынса:
"Кем дә кем Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Мәүлетен данлаһа һәм дә Мәүлетте уҡытырға теләһә, Мәүлеттә ҡатнашһа, Мәүлетте хөрмәтләһә, иманға ирешкән шикелле булыр. Кем дә булһа Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Мәүлетен уҡытырға ризыҡ әҙерләһә, өйөн ут менән яҡтыртһа, яңы кейемен кейеп, хуш еҫтәр, хуш еҫле майҙар менән һөртөнһә, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә ул бәндәне Пәйғәмбәрҙәр менән бер төркөмдә булдырыр һәм уның урыны күктең етенсе ҡатында булыр.
Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Мәүлете тоҙ, йәки бойҙай, йәки башҡа бер ризыҡ өҫтөнә уҡылһа, шул ризыҡҡа бәрәкәт инер. Инде һыу өҫтөнә Мәүлет уҡылғандан һуң, ул һыуҙы эсеүсенең йөрәгенә мең нур һәм шәфҡәт хистәре инер, мең яуызлыҡ һәм ауырыу сығып китер. Бындай йөрәк башҡа йөрәктәр үләсәк көндө үлмәйәсәктер. Һүҙ Ҡиәмәт көнө тураһында бара.
Берәр бәндә туғандарын Мәүлет уҡытыр өсөн йыйһа, ризыҡ әҙерләһә, Мәүлетте уҡытырға урын әҙерләһә, яҡшы ғәмәл ҡылһа, йәки Мәүлет уҡытырға бер сәбәп биреүселәрҙән булһа, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә тура хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шәһиттәр һәм изге күңелле бәндәләр менән бергә терелтер һәм ул кешенең урыны Мәғыйым йәннәттәрендә булыр. Берәр кеше Мәүлет уҡыта торған урынға барырға тигән ниәттә булһа, йәннәт баҡсаларына барырға маҡсат тотҡан шикелле булыр, сөнки кешенең ул мәжлескә барыу маҡсаты Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә ҡарата мөхәббәт хисенәндер. Берәр йортта, мәсеттә, мәхәлләлә (кварталда) Мәүлет уҡылһа, ул йорттоң йәки мәсетенең, йәки мәхәлләнең тирә-яҡтарын фәрештәләр сорнап алыр һәм ошо урындың халҡына салауат әйтеп торор. Барыһына ла Аллаһ Тәғәлә тарафынан мәрхәмәт һәм Аллаһтың ризалығы насип булыр.
Кем Ислам диненә яҡшы ғәҙәт индерә, шул кешегә һауабы булыр. Был яҡшы ғәҙәткә эйәргән һәр кемдең һауабы ла керетеүсе кешегә насип булыр. Эйәргәндәрҙең дә әжерҙәре аҙаймаҫ. Был хәҙис хәҙрәти Мөслим китабында килтерелгән. Жәбрәил, Микаил, Исрафил һәм Ғазраил ғәләйһиссәләм фәрештәләр Мәүлет уҡыуға сәбәпсе кешегә үҙҙәре салауат әйтерҙәр. Был хәҙистә әйтелгән: "Мосолмандың өйөндә Мәүлет уҡылһа, ул өйгә Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән ҡоролоҡ теймәҫ, ауырыу кермәҫ, ут, һыуҙан (ташҡындан) һаҡланған булыр, бәлә-афәттәр, нәфрәт, хөсөт, яуыз күҙ урап үтер, ҡараҡтарҙан имен булыр. Әгәр Мәүлет уҡыусы бәндә вафат булһа, Аллаһ Тәғәлә Мөнкир һәм Нәкир һорауҙарына яуап биреүҙе еңеләйтер һәм ул бәндә ҡөҙрәтле Аллаһ Тәғәләнең хаҡлыҡ урынында булыр. Шулай итеп Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһиссәләм Мәүлетен үткәреү яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала, бер нисек тә яңылышлыҡҡа алып барыусы ғәмәл түгел. Был мөбәрәк мөнәсәбәт уңайынан кешеләр яҡшы, изге ғәмәлдәрен күбәйтергә тырыша. Мосолмандар йыйылып, Аллаһ Тәғәлә илсе, Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең тормошон иҫкә төшөрә".
Беренсе тапҡыр байрам XII быуатта Сурияла билдәләнә.
Мәүлит айында уҡый торған доғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әл-Фатиха сүрәһе
- Әл-Әхзәб сүрәһенән «Мәәкәәнә».
- Төрки «Мәүлетел Кәби» ҡасидәһе (бәйете)
- Төрки «МӘҮЛЕТҮН-НӘБИ» ҡасидәһе
- «Әминә ханым Мөхәммәт ﷺ әсәһе» ҡасидәһе
- Пәйғәмбәребеҙ шәрифе һәм Салауат шәрифе
- Рәсүлебеҙгә мөнәжәт
Байрам көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.